Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 21:32

Билдәле сатирик Мар. Сәлим донъяны яулай!

#Ағиҙелжурналы

Билдәле сатирик Марсель Сәлимовтың ижады менән бынан ары донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе уҡыусылар таныша аласаҡ.
Күптән түгел яҙыусының "Әлегә бер кем дә яҙмаған китап" тигән йыйынтығы төрки телдәрҙә ижад итеүсе биш авторҙың китаптары менән бер рәттән Лондонда инглиз һәм рус телдәрендә донъя күргән. Ошо уңайҙан Бөйөк Британияның "Hertfordshire Press" нәшриәте интернет ресурстарында инглиз һәм рус телдәрендә сыҡҡан мәҡәләлә билдәләнеүенсә, китабында Марсель Сәлимов уҡыусыларын үҙ халҡының арҙаҡлы мәҙәни мираҫы менән таныштыра. Былтыр Марсель Сәлимов ошо китабы өсөн Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булғайны.
Читайте нас: