Әҙиптең ҡыҙы Ләйсән: Атайым ҙур һәм көслө булып иҫемдә ҡалған. Ул үҙен уратып алған бөтә донъяны оло һөйөү менән ҡабул итте. Күп яҡлы шәхес, бар яҡлап талантлы ине. Һөйкөмлөлөгө менән бөтә кешеләрҙе лә үҙенә тартты. Ул эргәлә саҡта бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел ине. Нескә хисле, һиҙгер, киң күңелле кеше булды. Тыуған еребеҙҙе яратты, төйәгебеҙҙең патриоты ине. Бөтә нәмәнең дә тик яҡшы яҡтарын ғына күрә белде. Ул шул тиклем ихлас көлә ине, быны ишетеп, хатта тирә-яғындағылар ҙа уға ҡарап йылмая торғайны.
Атайҙа ғәҙеллек тойғоһо көслө булды. Һөйләй башлаһа, кешеләрҙе ауыҙына ҡарата ине. Әңгәмәсеһен ғәҙеллеккә ышандыра белде. Бер ҡасан да һүгенмәне. Әгәр нимәнәндер ҡәнәғәт булмаһа, үҙенең өмөтөн аҡламағанға үкенесен белдерҙе. Сөнки бүтәндәрҙә лә үҙе кеүек кешене күргеһе килә ине.
Уның исем-дәрәжәләрен гел нишләптер кешеләргә белдермәҫкә тырыштым, сөнки минең өсөн ул бары Атай ғына ине. Бала саҡта ғаиләбеҙ менән бөтә республика буйлап сәйәхәттәргә күп йөрөнөк. Атайым тәбиғәтте ныҡ ярата ине. Уның дуҫтары (Ғариповтар, Бикбаевтар, Әлибаевтар һәм Сәхәүетдиновтар) менән бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына йыш сыға торғайныҡ. Ә йәйҙәрҙе Нәғимә өләсәйҙә үткәрер инек. Атайым гел малай тыуыуын теләгән, ләкин беренсе булып мин донъяға килгәнмен. Ҡыҙ булһам да, Атайым малайҙар белергә тейешле бөтә һөнәрҙәргә өйрәтте: ҡаҙаҡ ҡағырға, бысҡы менән эш итергә һ.б.
Ә беҙҙең баҡса – бала сағыбыҙҙың бәхетле минуттары менән бәйле урын ул. Йәй көндәрендә бергәләшеп шунда ял иттек. Баҡсалағы өйҙө үҙебеҙ төҙөгәнебеҙ бик асыҡ иҫемдә ҡалған. Мин Атайымдың ярҙамсыһы булдым. Ҡайһы ҡаҙаҡтың ҡайҙа ятҡанын, таҡталарҙың номерҙарын бик яҡшы белә инем. Атайым ҡыҙының малайҙарҙан кәм түгел, хатта оҫтараҡ та булыуы менән ныҡ ғорурлана торғайны.
Шулай уҡ Атай-Әсәйемдең күп уҡығаны иҫтә. Беҙҙең өйҙә гәзит-журнал өйөлөп ятты. Шуларҙың араһында ҡалын һәм ҙур “Литературная газета” һаман күҙ алдымда. Атайым беҙҙең менән мәҡәләләр буйынса фекер алышырға яратты. Үҙенә күрә бәләкәй генә политинформация килеп сыға. Һәр беребеҙ фекерен еткерә. Атайым иғтибар менән тыңлай.
Уның бик йыш командировкаларға йөрөгәнен иҫләйем. Әммә йыраҡта булһа ла, беҙгә хат яҙып, эсенә матур открыткалар һалып ебәрә, хат аша булһа ла һәр беребеҙгә иғтибар бүлә ине. Шул сәләмдәрҙең береһендә миңә килгән Муха-Цокотуха открыткаһын әлегә тиклем һаҡлайым. Һүрәтендә түңәрәк өҫтәл артында Муха-Цокотуха һәм башҡа бөжәктәр самауыр сәйе эсеп ултыра. Ә икенсе яғында Атайымдың һүрәткә ҡыҙыҡлы, мөхәббәт тулы аңлатмалары яҙылған. Нисәмә йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, ошо открытканан һаман да Атай йылыһы, һөйөүе бөркөлөп тора.
Ә инде уның командировканан ҡайтыуын айырыуса һағынып көтөп алабыҙ. Беҙҙең өсөн был бәләкәй генә йолаға әйләнгәйне. Барыбыҙ ҙа Атайым һәм уның сумаҙаны эргәһенә ултырабыҙ, ул ашыҡмай ғына, мут йылмайып ҡумтаһын бушата башлай. Һәр беребеҙ өсөн мотлаҡ бүләк була. Уларҙы сумаҙандың иң төбөнә һалыр ине. Көтөп ала алмайынса сыҙамай ултырғаныбыҙ, шул мәлдәге хистәр һаман иҫемдә. Хәҙер үҙем дә командировканан ҡайтҡан саҡтарҙа сумаҙан төбөнән сабыйҙарыма бүләктәр сығарырға яратам. Бала сағыма ҡайтҡандай булам шул минуттарҙа.
Атайым, эше бик күп булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең өсөн гел ваҡыт таба белде. Минең тормош иптәшемде һайлауыма ла етди ҡараны. Беренсе күрешеүҙә үк буласаҡ ирем менән оҙаҡ һөйләшеп, фекер алышып ултырҙы. Егетем урыҫ ине, бөтәһе лә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ә Атайым: “Ләйсән нимә эшләгәнен үҙе белә, ул мөхәббәтте һайлай”, – тип яуапланы. Ғөмүмән, ул һөйөү һәм тоғролоҡ төшөнсәләрен бик юғары ҡуйҙы. Тормошто яратты, уның ҡәҙерен белде.
Инде мин кейәүгә сығып, декретта ултырған саҡта, Атайым беҙгә төшкө ашҡа ҡунаҡҡа килергә яратты. Уның килеүенә берәй тәмле нимә бешерергә тырыша инем. Сәйнүк ҡайнап сыҡҡансы диванда гәзит уҡып ял итә, йә яңылыҡтары менән бүлешә. Һуңынан әҙерләгән ризығымды рәхәтләнеп, минең ҡанаттарым үҫеп сыҡҡансы маҡтай-маҡтай ашай. Атайым бик ҙур талантҡа эйә ине. Ул кешеләрҙең яҡшы яҡтарын күрә белде, быны һыҙыҡ өҫтөнә алып, күңелде тағы ла нығыраҡ үҫтереп ебәрә торғайны. Шуның өсөн дә кешеләр уға тартылды. Атайым 1995 йылда уҡ арабыҙҙан китеүенә ҡарамаҫтан, һаман уның хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр ишетәбеҙ. Уның яҡшылыҡтары тағы ла ҙурыраҡ изге эштәргә алып барасаҡ тип әйтер ине гел Әсәйебеҙ. Хәҙер инде беҙгә, балаларына, ҡәҙерлеләребеҙҙең күркәм ғәмәлдәре маяҡ булып тора, һәм уларҙың өмөттәрен аҡларға тырышабыҙ.
"Ғүмер бер генә – ижад мәңгелек" әңгәмәһенән.