Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ҡәҙим Аралбай: "Балалар өсөн «Тау эйәһе» хикәйәһе (замана әкиәте) «Ағиҙел» журналының 1996 йылғы 5-се һанында баҫылып сыҡҡас, танылған яҙыусы Рәшит ағай Солтангәрәев, ғәҙәтенсә төрттөрөп, үҙенә генә хас ирония менән: «Ярай урман-таулы Бөрйәнгә барып эшләгәнһең, Хәйбуллала ҡола яланда уның һымаҡты ҡайҙа күрер инең әле?» – тип көлдө. Шул һүҙен ағай онотмаған икән, 2000 йылдың 2 майында миңә яҙған хатында йәнә иҫенә төшөргән: «Ҡәҙим мырҙа! Әлдә генә прозаны ташлағанһың, юғиһә мине тапап үтеп, ошо көндә иң ҙур прозаик булып йөрөр инең, ә! Хоҙай барҙыр, аралап ҡалған...» Рәшит ағайҙың төртмә телен, характерын, «тапалып ҡалырлыҡ» прозаик түгеллеген яҡшы белгәндәр уның был һүҙҙәренең ни бары сираттағы шаяртыуы, хатта әсе көлөүе икәнлеген аңлайҙарҙыр, әлбиттә".