Миңзифа шәкәр диабеты менән ауырый ине. Уны дауалау өсөн махсус дарыуҙар кәрәк. Хаҡтары бик ҡыйбат. Әммә иҫәптә торған ауырыуҙарға бушлай бирелә. Ә уның өсөн ай һайын эштән һорап китеп, әйтелгән ваҡытҡа поликлиникаға барып тикшеренергә кәрәк.
Ошо ауырыуы арҡаһында килеп сыҡты ла инде Миңзифаның был эштән китеүе.
Базаның төп хужаһы Тимофеич булһа ла, урындағы эштәр менән бик уҫал ҡыҙы етәкселек итә. Үҙ һүҙле, яһил бер ҡатын, исеме Лиза.
Поликлиникаға барып тикшереләһе көнө еткәс, Миңзифа Лизаға әйтте:
– Иртәгә тикшеренергә барам, минең урынға кеше тап, йәки үҙең ултырып тор.
Миңзифа ул осор туңған ит, балыҡ ебәрә ине, эш урыны шуға ла бик һалҡын, урамдағы кеүек. Лиза Миңзифаның урынында ҡалырға теләмәй. Тимофеич Миңзифаны ебәрә ине, Лизаға бер көнгә ултырып торорға ҡуша ла ҡуя торғайны. Әле хужа юҡ, отпуск алып, тыуған яҡтарына юлланғайны.
Лизаның “Бер ҡайҙа ла китмәйһең!” тиеүенә ҡарамай, Миңзифа, кистән уны тағы бер иҫкәртте лә, иртәгәһенә поликлиникаға китте. Хужа ҡыҙының үҙһүҙлелегенә буйһоноп, дарыуһыҙ ҡала алмай ҙа инде...
Бер көн поликлиникала йөрөп, иртәгәһенә эшкә килһә, Лиза:
– Һин ҡыуылдың! – тип ултыра.
Бик йәне көйҙө Миңзифаның. Тимофеич булһа, әлбиттә, бындай хәл килеп тыумаҫ ине, ә был үҙ һүҙле бисәгә үс итеп ғариза яҙҙы ла китте лә барҙы. Аҙаҡ Зөлфиә һөйләне, Тимофеич отпусктан ҡайтҡас, ҡыҙын бик тиргәгән, Миңзифаны ҡайҙан теләйһең шунан тап, тигән. Лиза ғорурлығын еңеп, ҡатынды эҙләп килмәне, әммә Зөлфиәне ебәрҙе. “Белеш, – тигән, – бәлки ҡайтыр”.
Миңзифаның яңы эш урынын килеп күрҙе Зөлфиә, ҡайтып Лизаға һөйләгән:
– Ниңә кире килһен? Бында һалҡын складта ултыра ине, тегендә йылы, эш хаҡы шул уҡ. Ә хужаһы бик һәйбәт кеше.
Һуңғы һүҙҙәрен Миңзифа Лизаның эсен яндырыу өсөн әйткәйне. Ысынында эш хаҡы Тимофеичтыҡына ҡарағанда түбәнерәк. Әммә Миңзифа тырышып, урлашмай эшләгәнен барыбер күрәсәктәренә, уны күтәрәсәктәренә ышана ине.
Ана шуға өмөтләнеп килеп урынлашты ла инде бында. Башҡа магазиндарҙа ла алырға ризалар ине, был урындың яҡты, йылы булыуын үҙ итте.
Сорғотта урта Азиянан килгән халыҡтарға ҡарағанда Рәсәйҙән килгәндәрҙе күпкә өҫтөн ҡуялар, эш хаҡын тиҙ күтәрәләр. Ни өсөн тигәндә, үзбәк, тажиктар менән сағыштырғанда, башҡорт-татарҙар белемлерәк тә, урлашып-алдашып та бармай.
Һатыусылар бер-береһенә оҡшамаған кеүек, түрә-хужалар ҙа айырылып тора. Улар Рәсәй кешеләре булһа, ғәҙелерәк, тынысыраҡ, эшләгән кешене күрә, баһалай беләләр. Ә үзбәк-азербайжан хужа икән, улар уҫал, ҡул аҫтындағыларға кәмһетеп ҡарай, һаман үҙҙәре яғынан килгән хеҙмәткәрҙәргә тиң ҡуйып, нисек кенә ғәҙел эшләһәң дә, баһалап бармайҙар, хеҙмәт хаҡын да күтәрмәҫкә тырышалар.
Миңзифаның яңы эш урынының хужаһы – Морат исемле азербайжан. Ул бер нисә магазин тота, ә быныһында улы Нияз етәкселек итә.
Морат бик уҫал, килгән һайын сәбәп табып, бар һатыусыларҙы әрләп китә, эш хаҡын күтәреү хаҡында ишетергә лә теләмәй. Улы Нияз йомшағыраҡ, изгерәк... Миңзифаның тырышып эшләүен, һис ҡасан алдашмауын күреп, ҡатынды хөрмәт итә, ышана. Тәү осор магазинды үҙе аса, үҙе бикләй ине, тиҙҙән асҡысты Миңзифаға биреп ҡуйҙы. Эш хаҡын күтәрергә лә вәғәҙә бирҙе, әммә атаһынан уҙа алмай.
Шулай ярты йыл үтте. Миңзифаның эш хаҡы килгәндә ун ете мең булһа, әлегәсә шулай ҡала килде. Ғәҙәттә, Урта Азиянан килгән ҡатын-ҡыҙға ошо кимәлдә түләйҙәр, ә рәсәйҙәргә, тырышып, ғәҙел эшләгәндәрен күрһәләр, 27-30-ға тиклем күтәрәләр. Бүлектә Миңзифа Зилә исемле ҡатын менән икәүһе. Ул да тырыша, хәйләләшмәй, алдашмай. Өҫтәмә йыйыштырыусы тотмайҙар, бүлекте көн дә йыуып-таҙартып торалар. Башҡа урындарҙа Азиянан килгән ҡатындар арҡаһында һәр саҡ ниҙер булып тора, йә елкәләренә сыға, йә бүлектәрен насар таҙарталар, ирешеп-талашырға ла күп һорамайҙар.
Бер йыл үткәс, әйтеп-әйтеп тә, Нияз вәғәҙә биреп тә, эш хаҡын күтәрмәгәс, Миңзифаның башына бер уй килде:
– Әйҙә, Зилә, былай итәйек, – тине әхирәтенә. – Инде бер йыл эшләйбеҙ, ял иткәнебеҙ юҡ. Отпуск алайыҡ. Нияз беҙҙең урынға бер айға кеше тапһын. Әле Азия ҡатындарынан башҡа эш эҙләп йөрөүсе юҡ. Әйҙә, Нияз да, атаһы ла белһен беҙҙең ҡәҙерҙе.
Зилә килеште. Икеһе бер юлы ғариза яҙып, Нияздың алдына һалды. Ул тәүҙә “ниңә бер юлы китәһегеҙ, фәлән-төгән” тип ҡаршылашып маташты ла, ҡатындар, Рәсәй закондарына таянып, үҙ һүҙендә ныҡ торғас, етмәһә, бөгөн дә башҡа көндәгесә эш һорап килеүсе ҡатындарҙы күргәс, тынысланды, ғаризаларға ҡул ҡуйҙы.
Миңзифа менән Зиләнең урынына алмашҡа ике кеше кәрәк, ә улар урынына килгән һылыу ғына бер үзбәк ҡатыны, бер үҙем эшләйем, сөнки мин аҡсаға ныҡ мохтажмын, илемдә туғандарым, балаларым ас-яланғас, тип хәбәр һалды.
Миңзифа менән Зилә уға, бер үҙеңә ҡыйын буласаҡ, көнөнә ун дүрт сәғәт эшләргә тура киләсәк, бүлекте көн дә таҙартырға ла, йыуырға ла кәрәк бит, тип аңлатып ҡараны ла, теге “эшләйем дә эшләйем, йыуырға ла өлгөрәм” тигәс, магазинға ревизия үткәреп, уны үзбәк ҡатынына ҡалдырып, Башҡортостанға ҡайтып киттеләр.
Тыуған яҡта туғандар, дуҫтар араһында ял көндәре “һә” тигәнсә үтеп китте, бер ваҡыт ҡатындар Сорғотҡа әйләнеп ҡайтты.
Эшкә сыҡҡас, күрәләр: үзбәк ҡатыны магазинды яҡшылап йыумаған, ул бысраҡҡа күмелгән, ҡатын үҙе ябығып киткән, арыған күҙҙәре эскә батҡан.
– Ревизияһыҙ ғына бүлекте ҡабул итегеҙ. Арыным, тиҙерәк ял иткем килә, – ти был. Йәнәһе, бөтәһе урынында, ул яңылышмаған да, урлашмаған да.
Үзбәк ҡатынын йәлләп, Зилә:
– Әллә ревизия яһап тормайыҡмы, бик арыған бит, – тиһә лә, Миңзифала шик тыуҙы. Үтә лә тикшереүҙән ҡурҡа, тиккә түгелдер.
– Ревизия яһап тапшырҙыҡ, ревизия яһап алабыҙ, – тип Миңзифа үҙ һүҙендә ныҡ торҙо.
Ике көн яһанылар ревизия, һәр тауарҙы бөртөкләп һананылар, һәм Миңзифаның ҡурҡҡаны дөрөҫкә сыҡты: йөҙ ҙә ун өс мең һумлыҡ тауар етешмәй.
– Урлашманым да, алдашманым да, белмәйем ниңә улайҙыр, – ти. – Ебәрегеҙ мине, әсәйем ауыр хәлдә, тиҙерәк ҡайтырға кәрәк.
– Етмәгән аҡсаны ҡайтармайса ебәрмәйем, – ти.
Үзбәк ҡатыны, уның исеме Дилара ине:
– Түләргә аҡсам юҡ, – ти. – Белмәйем, ниңә улай килеп сыҡты.
Аптырағас, яңынан ревизия яһарға булдылар. Уға йәнә ике көн китте, тағы ла һәр тауарҙы бөртөкләп һананылар, ҡатындарҙың тамам хәле бөттө. Ә барыбер шул теп-теүәл йөҙ ҙә ун өс мең һумлыҡ тауар етешмәне.
– Бер нәмә лә белмәйем, – тиеүҙән ары китмәй үзбәк ҡатыны. – Ә түләргә аҡсам юҡ.
– Улайһа, ярты йыл бушлай эшлә! – тип ҡысҡырҙы килеп еткән Морат.
– Юҡ, эшләй алмайым, – тип иламһырай теге.– Арыным, миңә ҡайтырға кәрәк, әсәйем ауыр хәлдә.
Йәғни, етмәгән аҡсаны ла түләй алмай, бер нисә ай бушлай эшләргә лә теләмәй.
Бер нисек тә килешә алмағас, хужа был ҡатынды йәлләп торманы, чечендарға бирҙе. Улар Мораттың бар магазиндарының “крыша”һы ине. Йәғни һаҡлайҙар ҙа, яҡлайҙар ҙа, шуның өсөн Мораттан ҙур ғына аҡса алалар.
Чечендәр алып китер алдынан, һуңғы тапҡыр күргәндә Дилара Миңзифаға бик ҡайғылы һәм үтенесле ҡараш ташланы. Үзбәк ҡатыны бик йәл булып китте. Ул ярҙам һораған кеүек ине.
Шул уҡ көндө үзбәк ҡатыны һыуға батҡандай юҡ булды һәм башҡаса күренмәне...
Дилараның йәлләүес ҡарашы Миңзифаның күҙ алдынан китмәне. Күпмелер ваҡыт үткәс, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.
– Белмәйем, – тине Нияз. – Чечендар миңә йөҙ ҙә ун өс мең килтереп бирҙе. Ә ҡатын тураһында өндәшмәнеләр. Мин дә һораманым, сөнки ярамай артыҡ ҡыҙыҡһынырға.
Шул осор башҡа магазиндарҙа ла ревизиянан һуң үзбәк, ҡырғыҙ һатыусы ҡатындарҙың елкәһенә сыҡты, ә Миңзифа менән Зиләнең бүлегендә бөтәһе лә урынында, барыһы ла етеш.
Ошонан файҙаланып, улар йәнә эш хаҡын күтәреү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Нияз атаһына әйтеп ҡараны ла, тыңлата алмағас, тотто ла үҙе хәл итте был мәсьәләне. Эш хаҡын егерме меңгә күтәрҙе, сөнки Дилара менән булған хәлдән һуң башҡорт ҡатындарына ихтирамы тағы ла артҡайны, уларҙың һис алдашмайынса тырышып эшләренә ышанды. Атаһы белеп ҡалып, улы менән бик ҡаты талашты, әммә Нияз һүҙендә ныҡ торҙо, ҡатындарҙың хеҙмәт хаҡын тамсы ла кәметмәне. Ул ғына ла түгел, ай һайын тиерлек күтәреп, егерме ете меңгә еткерергә вәғәҙә бирҙе.
Ә Миңзифа Дилараны онота алманы, йыш иҫенә төшөрә ине. Ярҙам һораған кеүек ҡарашы һис тә күҙ алдынан китмәй.
Бахыр ҡатын “туғандарым, балаларым ас-яланғас, әсәйем үлем хәлендә” ти ине. Күберәк аҡса эшләйем, тип ике кешене алмаштырырға маташты, йыйыштырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған булғайны. Тик ҙур аҡса еңел бирелмәй шул. Туғандары, балалары аптыратҡас, магазиндың тауарҙарын бушлай алып (үҙен хужа итеп тойған инде) иленә оҙатҡан, күрәһең. Тик алдашыуҙың, урлашыуҙың аҙағы һәр саҡ насар тамамлана шул.
Нимә эшләттеләр икән һуң ул ҡатынды чечендар? Ошо уй Миңзифаға тынғылыҡ бирмәне. Нияздан тағы бер-ике тапҡыр һорап ҡараны:
– Ғәҙәттә нисек язалайҙар, ҡайһылай итеп унан булмаған аҡсаны алалар?
– Ҡыҫылма был эшкә! – тине Нияз уҫал ғына. – Шуны бел, урлашыу өсөн һәр саҡ яза килә. Әгәр артыҡ тығылһаң, ул үзбәк ҡатынының яҙмышына үҙең дә эләгеүең бар. Аңланыңмы? Чечендар – уҫал халыҡ!
Аңланы Миңзифа, әммә бер ай эсендә ҙур аҡса эшләйем тип ике кеше өсөн тырышҡан, шул арала үлә яҙып ябыҡҡан, күҙҙәре эскә батҡан үзбәк ҡатыны күҙ алдынан китмәне. Меҫкен менән ниҙәр булды икән? Үҙенең борсолоуҙарын Зиләгә әйткәс, ул да Нияздың һүҙҙәрен ҡабатланы:
– Нәмәгә кәрәк ул һиңә? Енәйәте өсөн хаҡлы яза алды. Беҙгә теймәнеләр бит, шуға ҡыуан! – тине, шунан иҫкәртергә онотманы. – Эҙләп, тикшереп йөрөйһө булма тағы, чечендар яһил, арттарынан күҙәтеүҙе яратмайҙар, шуны бел.
Миңзифа тикшерергә йыйынмай ине. Фәҡәт үзбәк ҡатыны өсөн борсолоуы күңеленән өйкәп тик тора, шуға йыш ҡына уны уйлай, йәлләй. Туғандары, балалары ни эшләне икән, Диларанан аҡса килмәгәс? Әсәһе иҫәнме, әллә донъя ҡуйғанмы?
Бер мәл Миңзифа баҙарға азыҡ-түлек алырға барғайны, шунда алма-груша һатҡан бер үзбәк ҡатыны менән һөйләшеп китте. Теге чечендарҙың тынғы бирмәүенә, ошонда һатыу урыны өсөн күп аҡса талап итеүенә зарланып торҙо. Әгәр талап иткәндәрен үтәмәһәң, хатта төрмәгә ябалар, үҙҙәренә бушлай эшләтәләр, йәки фәхишә булырға мәжбүр итәләр икән. Шуны һөйләне.
Быларҙы ишеткәс, Дилара ҡылт итеп Миңзифаның иҫенә төштө. Ул да үзбәк, был да үзбәк, бәлки яҙмышын беләлер. Ипләп кенә һорашты.
Үзбәк ҡатыны ҡурҡып китте:
– Яҡын әхирәтем ине, ҡапыл ғәйеп булды. Шуға ғына белешкәйнем, – тине Миңзифа.
– Белешмә лә, һорашма ла, – тип иҫкәртте үзбәк ҡатыны. Шунан тирә-яғына ҡаранып алғас, шыбырлап ҡына әйтте. – Чечендарҙа ул. Элекке эшендә ҙур ғына аҡса елкәһенә сыҡҡан, магазин хужаһы чечендарға биргән. Былар уның бурысын түләгән дә, хәҙер икеләтә эшләргә ҡушалар.
– Аныҡ белмәйем. Фәхишә рәүешендә тоталар шикелле. Матур бит ул.
Миңзифаның тәндәре земберләп китте. Үлер хәлгә етеп ябыҡҡан ҡатындан ниндәй фәхишә сыҡһын инде?! Хәйер, хәҙерге донъяны аңламаҫһың.
Нисек тә ярҙам итергә кәрәк ине лә, ләкин Миңзифа Дилараны ҡайҙан эҙләргә, ҡайһылайтып ҡоллоҡтан ҡотҡарырға белмәгәс, уның өсөн ҡайғырып йөрөүҙән ары китә алманы.
Тағы ла күпмелер ваҡыт үткәс, йәнә баҙарға килгәйне, Дилараны белгән теге үзбәк ҡатынын тағы осратты. Ул Миңзифаны күреүенә ҡыуанып киткәндәй булды һәм, тирә-яғына ҡаранып алғас, Дилараны кемдәр тотҡанлығын, ҡайҙа тотҡанлығын әйтеп бирҙе, хатта адресын, хужаһының исемен ҡағыҙға яҙып бирергә ҡурҡманы. Шуны эшләй алыуына йөҙөндә шатлыҡ сатҡылары күренде, әйтерһең, хәҙер Миңзифа бара ла уның яҡташын ҡотҡара.
Ә Миңзифаға был ҡағыҙ өҫтәмә ҡайғы-хәсрәт кенә өҫтәне. Ошоғаса Дилараның ҡайҙа икәнлеген белмәйенсә, иҫенә төшкәндә күңел эсенән генә ҡайғырып йөрөй ине, хәҙер был ҡағыҙ киҫәге уны ҡотҡарыуҙы, һис юғында нисектер ярҙам итеүҙе талап итә кеүек ине. Әгәр бер ни ҙә эшләмәһә, күңеленә оло гонаһ ала һымаҡ. Ә сит ҡалала ябай һатыусы ғына булып эшләгән Миңзифа ни генә ҡыла ала инде?! Адрес буйынса барып, Дилараны ебәрегеҙ тип талап итһә, уның бурысын үҙеңдән таптыра башларҙар, ул да булмаһа, төрмәләренә ябып ҡуйып, фәхишәгә әйләндерерҙәр. Алла һаҡлаһын!
Әммә Дилараның адресы бар, хужаһы билдәле. Ни ҙә булһа эшләргә кәрәк бит! Полицияға хәбәр итер ине, белә, ишеткәне бар: бер кемдән ҡурҡмай “крыша” яһаусы был әҙәмдәр полиция менән бәйләнештә тора, уларға ҡаршы эш башлаһаң, шунда уҡ теге әҙәмдәр үҙеңде ҡулға ала, язаға тарттыра. Икенсе юлын эҙләргә кәрәк. Дилараны онотоп ҡына был ғазаплы уйҙарҙан ҡотолор ине, ул ҡатындың йәлләүес йөҙө, балаларым, туғандар ас-яланғас, әсәйем ауыр хәлдә тигән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөнән китмәй.
Уйлана торғас, Миңзифа Тимофеич менән кәңәшләшергә итте. Теге саҡта нисек анһат ҡына әрмәндәрҙән дүрт йөҙ меңде алды ла ҡуйҙы. Тимофеичтың да “крыша”һы бар. Ул хатта уларға мөрәжәғәт итеп торманы. Ысынлап та, ниңә үҙе барҙы икән шундай ҡурҡыныс эшкә, “крыша”һы була тороп?
Юҡ эште бар итеп, “хәлегеҙҙе белергә килдем әле” тип осрашты Миңзифа Тимофеич менән. Элекке хужа ҡатынды күреп бик ҡыуанды, уны китергә мәжбүр иткән ҡыҙына һуҡранып алды, кире эшкә саҡыра башланы.
– Һинең кеүек ғәҙел, урлашмаған һатыусылар бик һирәк, – тип зарланды.
Уңайы килеп сыҡҡанға ҡыуанып, Миңзифа элекке хужаһына төп һорауын бирҙе.
– Ә елкәһенә сығып та, уны түләй алмаған һатыусыларҙы ни эшләтәләр?
– Бушлай эшләтәләр, бурысын ҡайтарып бөткәнсә.
– Ә быны теләмәһә, йә эшләй алмаһа, әсәһе йәки атаһы ауырыу сәбәпле тиҙерәк тыуған иленә ҡайтырға кәрәк булһа?
– Ул саҡта инде бер ни ҡылып булмай, чечендарға бирәләр, “крыша”ға.
– Аҡсаһы булмаған ҡатындан улар нисек аҡса ала һуң?
Миңзифа элекке хужаһына үҙен борсоған иң ауыр һорауҙы бирҙе лә өмөт менән Тимофеичҡа текәлде. Хәҙер ул Дилараны нисек ҡотҡарырға кәрәклеген әйтеп бирер кеүек ине ҡатынға.
– Нисек – уныһы уларҙың эше, – тине Тимофеич тыныс һәм вайымһыҙ ғына тауыш менән. – Иң мөһиме – улар тиҙ арала һатыусының бурысын килтереп бирә.
Миңзифаға үҙенә тынғылыҡ бирмәгән мәсьәләне әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы. Теләһә, Дилараға Тимофеич ҡына ярҙам ҡулы һуҙа ала. Әгәр Миңзифа бик үтенһә, үҙенең туғаны шундай ауыр хәлгә эләккән тиһә, элекке түрәһе ни ҙә булһа эшләр һымаҡ ине уға.
Һәм Миңзифа алдашырға итте:
– Тимофеич! – тине бик үтенгән тауыш менән. – Минең ике туған һеңлемдең елкәһенә сыҡҡан. Туғандарына аҡса ебәрәм тип урлашҡан, дура! Әсәһе үлем хәлендә ята ине, түләй алмаған, уны чечендарға биргәндәр. Бына тотҡан чечендың исеме, адресы. Үтенеп һорайым, ҡотҡарырға ярҙам ит!
– Юҡ, юҡ! Мин бындай эш менән шөғөлләнмәйем, – тип шунда уҡ баш тартты Тимофеич. Әммә Миңзифаның бик үтенесле күҙҙәрен күргәс, ҡағыҙҙы алды ла тағы ла көслөрәк һәм ҡәтғирәк тауыш менән баш тарта башланы. – О! Мөслим! Уға өндәшеү файҙаһыҙ. Мин уны беләм! Ул бирмәйәсәк! Өмөтләнмә лә!
– Уны бит инде күптән тоталар, бурысын түләп бөтөп баралыр инде. Тимофеич! Исмаһам, хәлен белешегеҙ! Тереме, үлгәнме? Иҫән булһа, күпме ҡалған түләргә? Ҙур булмаһа, үҙем түләп ҡотҡарыр инем... – Миңзифаның күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты.
Ҡатындың ысын күңелдән ҡайғырыуын күреп, Тимофеичтың күңеле йомшара төштө.
– Белешә алам, әлбиттә. Тик беҙҙә бындай эш менән шөғөлләнмәйҙәр. Ғәйепле икән, язаһын алырға тейеш!
– Тимофеич! Үтенеп һорайым! – Һыуға батыусы һаламға йәбешкәндәй, Миңзифа ла күңелен ауырттырып өйкәгән мәсьәләне элекке хужаһының ғына хәл итә алыуын тойоп, нисек тә уны ярҙам итергә күндерергә тырышты.
– Тик илама! – тине Тимофеич. – Ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәше үлтерә мине! Шулай яҡын туғаныңмы ни?
– Ярай, – тине Тимофеич, ауыр һулап. – Үҙеңде хөрмәт иткәнгә генә тотонам был эшкә. Һинең кеүек ғәҙел һатыусыны осратҡаным юҡ. Ҡыҙым, иҫәр, ҡыуып ебәрмәһә, һаман бергә эшләр инек. – Тимофеич бер аҙ уйланып ултырҙы. – Ярай, иртәгә, эш аҙағына килеп сыҡ. Шуға тиклем бөтәһен дә белешергә тырышырмын. Исеме нисек тинең?
Уның фамилияһын белешергә Миңзифаның башына ла килмәгән.
– Ул... кейәүгә сыҡҡайны, – тип алдашырға итте Миңзифа. – Фамилияһын алмаштырҙы. Белә инем, онотҡанмын!
Иртәгәһенә осрашҡас, Тимофеич шуны әйтте:
– Эйе, ул Дилара һеңлең Мөслимдә. Бурысы ҙур ғына булған. Тағы илле меңдән ашыуҙы эшләйһе бар. Шуны түләргә бармы аҡсаң?
– Ю-уҡ, – тине аптырауға ҡалған Миңзифа. Дилараны ҡотҡарырға кәрәк тип йөрөгәндә, шул тиклем ҙур аҡса түләргә кәрәклеген бөтөнләй уйламағайны. Байтаҡ ваҡыт үтте, түләп бөтөп баралыр, тип өмөтләнгәйне, ун-ун биш мең тирәһе генә бурысы ҡалһа, нисек тә ярҙам итергә ниәте бар ине.
– Булмағас, нисек ҡотҡармаҡсыһың? – Тимофеич көлөп ебәрҙе. – Ҡотҡарыу өсөн тәүҙә аҡса табырға кәрәк бит.
– Ярай! – тип бүлде Миңзифаны Тимофеич. – Мин ҡотҡарам һеңлеңде. Түләйем илле меңде. Хәйер булыр. Һинең һәйбәт кеше булғаның өсөн генә эшләйем быны, Миңзифа!
Ҡатын һыҡтап илап ебәрҙе.
Тимофеич урынынан тороп Миңзифаны ҡосаҡланы, арҡаһынан һөйҙө.
– Тыныслан, тыныслан! Иртәгә һеңлеңде иректә күрерһең!..
Ошо ваҡиғанан һуң Миңзифа кире Тимофеичтың базаһына ҡайтты. Улар йәнә бергә эшләй башланы.