Мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Иҫке тальянка хужаһы тартҡылаған ыңғайға яҙылып өлгөрә алманы. Уның сыңрау моңон күмәк тауыштар, һыҙғырыуҙар, иҙәнгә йән көскә һуғылған ағас аяҡтарҙың һәм арба тәгәрмәстәренең “таҡтоғо” күмеп китте. Был гөрһөлдәүҙәрҙән өҫтәл ишараты ла “бейей” башланы. Уның өҫтөндәге ҡырлы стакандар һикереште, бер-береһенә бәрелешеп сайпылышты, ҡолап түгелде. Иҫерешкән ирҙәрҙең һәр кеме үҙенсә ҡысҡырҙы:
– Һа-а-ай! Итегеңде туҙҙырма!
– Полюби ты, девица, удалого молодца!
– Их!.. Заяға уҙҙырма! Эх-ма! Малатса!
Көслө ҡулдар тос йоҙроҡтары, киң устары менән әлеге бысраҡ иҙәнгә дөпөлдәтә һуғып мәжлескә дәрт өҫтәне. Шул ғәйрәтле беләктәр ағас ҡулайлама өҫтөнә ултыртылған тоҡос кәүҙәләрҙе арбаһы-ние менән өйөрөлтөп алып йөрөнө. Һыңар аяҡтарында һикерәнләгән, ҡыҙып китеп ҡултыҡ таяҡтарын атып бәреп төшөп киткәндәре иҙәндәге был тоҡостарға эләгеп ҡолап та китте. Унан һикереп торҙо ла аҡһай-туҡһай тағы ялпылданы. Ялбыр ҡаштар аҫтындағы ҡара, һоро, зәңгәр күҙҙәр атакаға күтәрелгәндәгеләй зәһәр ялтыраны. Һаҡалмыйыҡ баҫҡан эйәктәр юғары күтәрелде. Миҙалдар сыңланы. Уларҙың ҡайһылары ысҡынып та осто. Мәжлес ҡыҙыуҙан үтеп, ниндәйҙер ҡурҡыныс, дәшһәтле ҡотороуға әйләнгән мәлдә сөй келәгә генә эләктерелгән ишек, теге яҡтан тибеп ебәргәндән асылып, стенаға бәрелеп ҡаҡлыҡты ла, бүлмәгә йүгерешеп ҡораллы һалдаттар инеп тулды. Киҫкен команда аҫтында улар мәжлестәгеләргә ҡаршы теҙелешеп тороп, ҡоралдарын тоҫҡаны. Ҡунаҡ булыусылар тынысланып та өлгөрмәне, һалдаттар алдына сығып баҫҡан милиция майоры телмәр тотто:
– Иптәш фронтовиктар! Совет иле һеҙҙең киләсәк тормошто ҡайғыртып, йортһоҙ-ерһеҙ, ҡараусыһыҙ ҡалған ғәриптәрҙе махсус дауалау йорттарына урынлаштыра! Бөгөн төндә һеҙ барығыҙ ҙа поезға ултыртып оҙатылаһығыҙ! Йыйынығыҙ!
Иҫеректәр аҙыраҡ телһеҙ ҡала биреп торҙо ла ҡапыл барыһы бергә геүләргә кереште:
– Ниндәй дауалау йорто тағы?! – Ә нисек дауалайһың һин мине? Аяҡтар тегеп ҡуяһыңмы? – Бер ҡайҙа ла бармайым! Мин ошо ер өсөн һуғыштым! Һин, молокосос, имсәк имгәндә, мин ут эсендә булдым! Милиционер ҡулын күтәреп, тынлыҡ талап итте:
– Иптәштәр! Һүҙ көрәштереү урынһыҙ! Берешәрләп сыға башлайбыҙ! Бындай хәбәр ярһып алған халыҡҡа етә ҡалды: – Һин нимә, гражданин начальник, беҙҙе ҡулға алаһыңмы?
– Кем ул һин беҙҙең менән улай һөйләшергә? Таяныр таяҡтарын ҡайҙалыр иткән бер аяҡлы алпауыт һикерә-һикерә яҡынлаша ла башланы:
– Һин мине, фронтовикты, ҡурҡытмаҡсы итәһеңме?! Мин, беләһеңме, ҡурҡытып маташҡан фашистың муйынын нисек итеп бороп ырғыттым... Киҙәнеп ынтылған еренән һыңар аяғы ишелеп ҡолап та китте үҙе. Уның сатай-ботай барып төшөүе һәм әсе итеп һүгенеп ебәреүе башҡаларына сигнал һымаҡ булды. Иҫерек фронтовиктар, дөрөҫөрәге, фронтовиктарҙан ҡалған өлөштәр – ҡулдан эшләнгән ағас арбасыҡтарҙағы ярты кәүҙәләр, һыңар ҡуллы, һыңар аяҡлылар һәм хатта бер һуҡыр – һалдаттарға ҡаршы алышҡа ташланды. Бүлмә эсе даһыр-доһор иткән тауыштарға һәм ирҙәр ауыҙынан сыға алған иң әшәке, әҙәпһеҙ әр-битәргә күмелде. Тик оҙаҡ барманы был бәрелеш. Күпмелер ваҡыттан ҡаршы тороусылар баҫтырылып, ҡулдары шаҡарылып, һөйрәтелеп, ҡайһылары баштарына тоҡ кейҙереп күтәрелгән килеш, бер-бер артлы алып сығыла ла башланы. Бындай эште беренсе тапҡыр ғына башҡармаған һалдаттарҙың тоҡтары ла, бәйләү өсөн ептәре лә әҙер. Улар был бисараларҙы шулай һөйрәткеләп алып сығып, подъезд төбөнә үк ҡуйылған йөк машинаһына тейәне. Тегеләре хәлдәренән килгәнсә ҡарышты, тулап ҡыртлашты, әммә көстәр тигеҙ түгел ине. Ярым-йорто әҙәмдәр, нисек кенә ярһыу булғанда ла, һау-сәләмәт йәштәргә ҡаршы көс була алманы. Берәй сәғәттән арбаһы тотошлайы брезент менән көпләнгән һәм ҡораллы һаҡ ҡуйылған машина төнгө ҡала буйлап вокзалға табан елдерә ине инде. Ә вокзалда иһә мәхшәр! Ошондай уҡ әллә нисә йөк машинаһынан әллә күпме ғәриптәрҙе һөйрәп төшөрәләр, аҡыртып, ҡысҡыртып поезд вагондарына табан өҫтөрәйҙәр. Күптәре беҙ белгән ҡунаҡ булыусылар кеүек үк иҫерек булып янъял ҡуптара. Кемдәрелер тауыш-тынһыҙ ғына тәгәрмәстәрендә тәгәрәй, аҡһаҡлап бара, ҡайһыларын ҡултыҡлап, етәкләп алып киләләр. Һалдаттар бер йөктәрен индереп ҡуя ла икенселәре артынан йүгереп китә. Әйтерһең, ҡайҙалыр һуғыш бара ла, улар яралыларҙы ташый. Шундай “ҡыу-ҡыйғы” менән вагондарҙы тултырҙылар. Аҡ халатлы санитарҙар оҙатыуында инеп урынлашҡан “самауырҙар” ҙа етерлек ине. “Самауырҙар” – улар аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булған ҡоро кәүҙәләр. Бары зарлы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, башҡаларҙың ҡаңғырышҡанын күҙәтеп кенә ултыра алыусылар. “Танкистар” бер-береһенә ярҙам итеп, көслө ҡулдары менән иптәштәрен тартып алып, вагондарға үрмәләй, һәндерәләргә менеп урынлаша. “Танкистар”ы – аяҡһыҙҙар. Ҡулдары менән ерҙән этенеп, арбаларында йөрөгән ғәриптәр. Уларҙы халыҡ шулай атаған. Былары шуға күнгән.
Дауамы "Ағиҙел"дең май һанында.