Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 11:04

"Түләүҙәр ҙур түгел, әммә мөһим"

#ВладимирПутин

11 май Рәсәй Президенты Владимир Путин граждандарға мөрәжәғәтендә балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе. Ярҙам яңы тыуған сабыйҙан алып 15 йәше тулған һәр балаға тәғәйенләнде. Бер тапҡыр бирелә торған түләү 10 мең һум тәшкил итә. Владимир Путин шулай уҡ апрель, май, июнь айҙарында 3 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 5-шәр мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам билдәләне.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты:
"Илебеҙ башлығының ярҙамдың яңы формаларын индереүе зыян күргән, яҡланмаған социаль төркөмдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Айырыуса медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм кесе, урта бизнес хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. Шулай уҡ балаларға ярҙам уңайынан социаль инициативалар пакеты булдырылыған. 3-15 йәшлек балалары булған ғаиләләр аласаҡ түләүҙәр ҙур түгел, әммә мөһим. Әле ярҙамдың ниндәйе лә әһәмиәтле.
Социаль сараларҙың яңы пакеты киңәйтелгән. Был мөрәжәғәтнамәлә мин Президенттың ҡабул ителгән сараларҙы контролдә тотоуы ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләр инем. Ғаиләләргә һәм балаларға был ярҙам сараларының аҙағына тиклем еткерелеүе мөһим”.
#ВладимирПутин
Читайте нас: