Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 21:49

"ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР" рубрикаһы

Әлкә станцияһы. Көслө ямғыр яуып үткән. Электр поезынан төшөп, бала-сағалары менән дачаларына йүнәлеүсе яҙыусылар, платформа асфальтынан ситкәрәк сығыу менән үк, тая башланылар. Ауыр кәүҙәле Мостай Кәрим, тайып йығылып уҡ китте хатта. Ул йолҡоп алынған еүеш үлән менән кейемендәге батҡаҡты таҙартыуға, Ноғман Мусин, ҡолап, барып төштө.– Әй, хәйерһеҙ, ғүмергә арыу ғына баҫып йөрөгән кеше, әллә нишләп, тайҙым да йығылдымсы, – тип һуҡранды ул.Шунда уҡ баҫып торған ҡыҙы: Дауамы сайтта:

УЛ ЙЫҒЫЛҒАС…
Әлкә станцияһы. Көслө ямғыр яуып үткән. Электр поезынан төшөп, бала-сағалары менән дачаларына йүнәлеүсе яҙыусылар, платформа асфальтынан ситкәрәк сығыу менән үк, тая башланылар. Ауыр кәүҙәле Мостай Кәрим, тайып йығылып уҡ китте хатта. Ул йолҡоп алынған еүеш үлән менән кейемендәге батҡаҡты таҙартыуға, Ноғман Мусин, ҡолап, барып төштө.
– Әй, хәйерһеҙ, ғүмергә арыу ғына баҫып йөрөгән кеше, әллә нишләп, тайҙым да йығылдымсы, – тип һуҡранды ул.
Шунда уҡ баҫып торған ҡыҙы:
– Бәй, Мостай Кәрим олатай ҙа йығылғас, һин нисек йығылмайынса ҡалаһың, ти, инде?.. – тине, атаһын үҙенсә йыуатып.
ТИҘҘӘН КИЛЕР
Яҙыусы Бәндәүир Ғәлимулла бер мәлде Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты итеп тәғәйенләнә. Һәр көн иртән эшкә килә лә, эшләпәһен һалып, шкаф өҫтөнә ҡуя, өҫтәлгә авторҙарҙың бер ҡосаҡ ҡульяҙмаларын сығарып һала, шунан үҙенең шәхси йомоштары менән ҡайҙалыр китеп юғала. Әгәр союз идараһы рәйесе саҡыртһа йәки ҡулъяҙмаһының яҙмышын юллаусы автор килһә, сәркәтип-машинистка Йәмилә Бәндәүирҙе бөтә бүлмәләрҙән эҙләп тә таба алмағас, шкаф өҫтөндәге эшләпәгә һылтанып:
– Ул тиҙҙән килеп етер, моғайын, эшләпәһе бында бит, – тип яуаплай.
Көн дә тиерлек теге йәки был редакцияла үҙ ҡулъяҙмаларының яҙмышын хәл итеп йәки берәй кафела яҙыласаҡ иҫ китмәле үткер мәҡәләләре, яңылыҡ булып яңғыраясаҡ әҫәрҙәре хаҡында сафсата ҡороп ултырырға яратҡан Бәндәүиргә хеҙмәттәштәренең хәстәрлеге оҡшай. Тиҙҙән ул теге шкаф өҫтөнә өйҙәренән икенсе бер иҫкерәк эшләпәһен килтереп ҡуя.
Шунан бирле Бәндәүир Ғәлимулла эшләпәһе иҫтәлекле лаҡап булып, идара хеҙмәткәрҙәре теленә инеп ҡалған. Идарала эш ваҡытында теге йә был хеҙмәткәр ҡайҙалыр юғалып торһа, әле лә:
– Кейеме бында бит, тиҙҙән килеп етер, – тигән кинәйәле һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин.
Мөкәрәмә САДИҠОВА.
Читайте нас: