– Дүрт йөҙ мең һум! Әйтеүе генә анһат – дүрт йөҙ мең! Ҡайҙа иттең, кәнтәй?! Әгәр хәҙер үк тапмаһаң, юҡҡа сығарам, башыңды төрмәлә серетәм!
Ана шундай ҡурҡыныс һүҙҙәр менән күмәртә база хужаһы Тимофеич ҡорбанын йолҡҡоларға йыйынған ҡарсыға кеүек һатыусы Миңзифа өҫтөнә ябырылды. Етәксеһенең һәр әйткән һүҙендә ныҡ тороусы кеше икәнлеген яҡшы аңлағанға күрә, Миңзифаның ҡото осто. Дүрт йөҙ мең һумдың ҡайҙа икәнлеген белгәнгә, уны ҡапыл ғына ҡайтарып булмаҫын тойғанға ҡурҡышынан бөтә тәне ҡалтырай башланы.
Ошоғаса база хужаһы менән һатыусының араһында бер ниндәй ҡытыршы хәл булғаны юҡ ине. Миңзифа үҙенә йөкмәтелгән һәр эште еренә еткереп үтәй, Тимофеич тырыш ҡатынды йәберләмәй, аҡсаһын ваҡытында һәм тейешенсә түләй. Миңзифа һатыу эшендәге һәр аҙымы хаҡында хужаһына еткереп тора, бер ниндәй хилафлыҡ ҡылғаны юҡ. Шулай тиер ине, әммә... Ярты йыл элек Миңзифа менән әхирәте Зөлфиәгә яҙыҡ аҙым яһарға тура килде.
Ҡатындар эргә-тирәләге ауыл-ҡасабаларҙа магазин тотҡан бизнесмендарға көн дә иллешәр-йөҙәр мең һумлыҡ аҙыҡ-түлек ебәреп тора. Уларҙың һәр-береһен яҡшы беләләр, тиҫтәләгән тапҡыр һынағандары бар, алған тауарҙары өсөн аҡсаны һәр саҡ тулыһынса һәм ваҡытында түләйҙәр.
Радужный тигән поселоктан килгән бер әрмән, фамилияһы Мартиросянмы, Маркоросянмы шунда, Миңзифа хәтерләмәй, һәр саҡ теүәл иҫәп-хисап эшләүе менән ҡатындарҙың ихтирамын яулап алды. Ул һәр саҡ илле-алтмыш меңгә тауар ала, ғәҙәттә, төрлө балыҡтарҙы үҙ итә. Бер ҡасан да тейешле аҡсаны ваҡытынан һуңлатып ҡайтарғаны юҡ. Ул әрмәнгә ҡатындар үҙҙәренә ышанғандай ышана.
Бер көндө ул килде лә дүрт йөҙ мең һумға һөмбаш биреүҙәрен үтенде. Сәбәбе лә бар ине. Миңзифа менән Зөлфиә аптырабыраҡ ҡалды. Был тиклем аҡсаға тауарҙы Тимофеичтың рөхсәтенән башҡа ебәреп тә булмай. Әммә үс иткәндәй хужа командировкала, ә әрмән бик үтенә. Ҡатындар үҙ-ара кәңәшләште лә, бығаса бер ҙә алдашҡаны юҡ, бер аҙнала дүрт йөҙ меңде килтерәм тигән һүҙен алып, биреп ебәрҙеләр балыҡтарҙы.
Бер аҙна үтте, ике аҙна, ай офоҡ артына осто. Әрмән һыуға батҡан кеүек ғәйеп булды. Шуныңсама ваҡыт үткәс, Миңзифа менән Зөлфиә был хәлде Тимофеичҡа әйтергә шөрләй. Әрмән ана килер, бына килер, бурысын килтерер, тип көтәләр, ә ул юҡ. Шулай ике ай артта ҡалды, өс-дүрт ай, теге әрмән күренмәне. Уның һайын ҡатындарҙың кәйефе мөшкөләйҙе, көндән-көн был хаҡта Тимофеичҡа әйтеүе ҡурҡынысыраҡ була барҙы һәм Миңзифа менән Зөлфиә, ни булһа, шул булыр тип, йөрәктәрен үс төбөндә тотоп, хужаға бер ни өндәшмәҫкә итте. Бәлки әрмән килеп сығыр, бурысын килтерер. Ошоғаса алдашмай ине бит.
Ярты йылдан һуң да әрмән күренмәне, бер мәл базала ревизия үткәрҙеләр һәм Миңзифаның елкәһенә дүрт йөҙ мең һум сыҡҡаны асыҡланды. Ошоғаса биш йыл эшләп бер тин дә урлашмаған ҡатындың оло бурысҡа батҡанлығын белгәс, Тимофеич ышанырға теләмәне. Иң ғәҙел, ышаныслы һатыусыларының береһе шундай аҡсаны сарыф итһен әле!
Миңзифа бик ҡурҡһа ла, бер ни йәшереп торманы, нисек булған, шулай һөйләп бирҙе.
Шул ерҙә Тимофеичтың нисек туҙынғанын күрһәгеҙ! Ул ҡатынға, алдында иң түбән бер зат торғандай, аҡырырға тотондо. Миңзифаға хужаһының бер ауыр һүҙ әйтткәне булманы, һатыусыларҙы әрләгәнен ишеткәне бар ине, ләкин был тиклем ҡысҡырыуын, Миңзифаны ашарҙай булып өҫтөнә менеп килеүен тәүгә күрҙе.
– Хәҙер полиция саҡыртам, төрмәгә ултыртам, – тиеүҙәренең буш түгел икәнлеген аңлап, ҡатын бик ҡурҡты. Теге әрмәндең һүҙенә ышанып шул тиклем аҡсаны биреп ебәргәненә мең ҡат үкенде, көнө буйы иланы, төнөн төрлөһөн уйлап йоҡлай алманы.
Иртәгәһенә Тимофеич ҡатынды таң менән кабинетына саҡырып алды. Үҙенең киләсәге өсөн ҡото осҡан Миңзифа, түрәһенең ишеген асырға ҡурҡып, бер килке тупһа алдында торҙо. Шунан бейек ҡаянан күҙен йомоп упҡынға ырғыған хәлдә эскә инде. Кабинетта Тимофеич янында базаның баш бухгалтеры ла ултыра. Был хәлдең үтә ҡырҡыулығын тағы бер иҫбатлай ине.
Ҡатын ишектә күренеү менән Тимофеич уға йәнә ҡысҡырырға тотондо. Тағы башын төрмәлә серетеү менән янаны, бар донъяһын тартып алыу менән ҡурҡытты, дүрт йөҙ мең һумды бөгөн үк ҡайҙан теләй шунан табып килтерергә ҡушты. Бахыр Миңзифа ни эшләргә белмәйенсә ишек төбөндә башын эйеп торған көйө тауышһыҙ-ниһеҙ иланы ла иланы. Ул был хәлдән нисек ҡотола алырын күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Елкәһенә сыҡҡан шундай ҙур сумманы түләргә аҡсаһы юҡ, әрмәнде табырына, тапһа ла, уның бурысын ҡайтара алырына ышанмай башланы.
Ниһайәт, Тимофеич ҡатынға тәүгә кешесә һорау бирҙе:
– Ул әрмәндең ҡайҙа эшләгәнен, исем-фамилияһын беләһеңме?
– Радужный ҡалаһынан ул, – тине ҡатын, үҡһеү араһында ҡапыл-ҡапыл тәрән тын алып. – “Арарат” тигән магазины, кафеһы бар шикелле.
– Фамилияһын яҡшылап хәтерләмәйем. Мартиросян буғай.
– Күрһәң, таныйһыңмы, исмаһам?
– Таныйым, – тине Миңзифа, ул әрмәндең төҫөн бөтөнләй хәтерләмәһә лә. Ҡатынға бөтә кавказ халҡы бер-береһенә оҡшаған кеүек тойола ине. Әммә Тимофеичтың йәнә ҡысҡыра башлауынан ҡурҡҡан ҡатын был хаҡта өндәшергә шөрләне.
– Хәҙер Радужныйға барабыҙ, ул әрмәнде табабыҙ! – Тимофеич сейфын асып, унан ҙур ғына револьвер килтереп сығарҙы, уны пинжәгенең эске кеҫәһенә һалды ла, пальтоһын кейә-кейә ишеккә атланы. Бушлыҡҡа ҡолап барған әҙәм сифатына эләккән ҡатын бындай мәлдә фекер йөрөтөр, ҡаршы һүҙ әйтер хәлдә түгел ине. Ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә өндәшмәй генә хужаһына эйәрҙе.
Тиҙҙән руль артына Тимофеич ултырған джип ҡарлы себер юлы буйлап алға елә ине. Ирҙең ҡатынға булған асыуы һаман һүрелмәгән, шуға Миңзифаны уҫал, ауыр һүҙҙәр менән ҡысҡырып әрләй, ошо ярһыуы ихтыярына бирелеп, һикәлтә, боролоштарҙы бар тип тә белмәй, машинаһын ҙур тиҙлек менән алға ҡыуа. Миңзифаның йәне хужаның ҡысҡырыуы сәбәпле ҡурҡышынан йоҙроҡ ҙурлыҡ ҡына ҡалып бөрөшкән. Икенсенән, джиптың етеҙ елеүе арҡаһында – ана-бына түңкәреләбеҙ тип, тағы ла нығыраҡ шөрләп, ултырғысына сат йәбешкән.
Бына машина бер текә боролошта ҡырҡа кәйпелеп осраҡлы рәүештә генә әйләнеп төшмәне. Ә ошо мәлдә Тимофеич һаман Миңзифаны эттән эткә һалып әрләй ине, шуға саҡ-саҡ үлемесле аварияға эләгеүҙәрен уйламаны ла.
Дүрт йөҙ мең һумды нисек тә оноттороп, хужаны бер аҙ тынысландырырға кәрәк ине. Юғиһә ул аҡсаны ҡайтарыу түгел, Радужныйға ла иҫән-һау барып етмәйәсәктәр!
Миңзифа хужаһының көнкүреше, эше хаҡында йыш уйланғаны бар. Тимофеич Сорғот ҡалаһында бер нисә күмәртә базаһы тота. Унда миллионлаған һумлыҡ аҙыҡ-түлек һаҡлана. Көн һайын бөтә Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә ҙур-ҙур фуралар яңыларын килтереп тора. Тимофеичтың базалары Сорғоттоң ғына түгел, яҡын-тирәләге бөтә ҡала-ҡасабаларҙы аҙыҡ-түлек менән туйындыра. Бындағы иң бай кешеләрҙең береһе ул. Шуға ҡарамай, бүтәндәр менән үҙен бик ябай тота, кейеме лә башҡаларҙыҡынан айырылып тормай. Был иллене үткән бәләкәй генә буйлы кешенең нисек ошолай байып киткәнен күптән белгеһе килә ине Миңзифаның. Тик ошоғаса бер ҙә бөгөнгө кеүек йөҙгә-йөҙ ҡалып һөйләшеп ултырырға тура килмәне. Ҡайҙан?! Тимофеич – бик бай кеше, ә Миңзифа ябай һатыусы ғына.
Һәм бына, асыулы хужаһын нисек тә тынысландырырға теләп, тиргәүҙән бер аҙ тынып ҡалған мәлендә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирҙе:
– Тимофеич, һеҙ нисек Сорғотҡа килеп сыҡтығыҙ?
Бындай һорауҙы көтмәгән хужа ғәжәпләнгән төҫ менән ҡатынға ҡарап алды, йәнәһе, ошо хаҡта һөйләшер мәлме ни?! Шулай ҙа байтаҡ ваҡытҡа тынып ҡалды. Иң мөһиме – машинаһының тиҙлеген кәметә төштө.
Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылғас, хужа йәнә теге дүрт йөҙ меңде иҫенә төшөрөп ҡуймаһын тип ҡурҡҡан ҡатын үҙе өсөн ҡыҙыҡлы булған тағы бер һорауын бирҙе:
– Һеҙ нисек байып киттегеҙ?
Ошо ерҙә хужаның йөҙөндә тәү тапҡыр йылмайыу сатҡыһы күренде.
– О-о! – тине Тимофеич тыныс тауыш менән. – Һөйләһәң, оҙон бер тарих ул!
– Һөйләгеҙ! – Миңзифа хужаның асыуы кәмеүенә ҡыуанды. – Миңә бик ҡыҙыҡ!
Тимофеич тағы бер аҙ уйланып, күрәһең, үткәндәрен иҫенә төшөрөп ултырҙы. Уның үҙенең дә кемгә булһа ла үткән тормошо хаҡында һөйләгеһе килгәндер. Шуға инәлтеп торманы, уның яҙмышы менән ошолай ҡыҙыҡһыныуҙарын күптән көткән кеүек ашыҡмай ғына, үҙ алдына уйланған һымаҡ, әкрен генә һөйләй башланы. Юл оҙон ғына, Тимофеич күңеленән әкрен генә ағып килгән хәтирәләр ыңғайына машинаһының тиҙлеген кәметеп, әле генә эргәһендә ултырған ошо ҡатынға бик йәне көйгәнлеген онотоп, үҙе өсөн бик яҡын кешеһенә серҙәрен сисеп һалырға теләгән ҡиәфәттә оҙон һүҙгә төшөп китте.
– Сорғотҡа килеп сығыуыма атайым ғәйепле булды. Беҙ Сочи ҡалаһында йәшәп ята инек. Миңә 19 ғына йәш, шул осор атайым менән конфликт килеп тыуҙы. Сәбәбен әйтеп тормайым, ни генә булһа ла, атайым мине бер тин аҡсаһыҙ өйҙән ҡыуып сығарҙы. Бының өсөн уға шул тиклем үпкәләнем, башҡаса бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаҫҡа үҙ-үҙемә һүҙ биреп, вокзалға төштөм дә, беренсе тап булған поезға ултырып киттем дә барҙым. Ул поезд Сорғотҡа бара булып сыҡты. Өс көндән ҡалаға килеп еткәндә, кеҫәмдәге булған аҡсам бөткән ине. Ҡалала бер туғаным, танышым юҡ. Етмәһә, еңелсә кейенгәнмен. Ә тышта һалҡынса, сентябрь айы, тиҙҙән ҡыш киләсәк. Ә минең йәшәргә өйөм юҡ, аҡсам юҡ, эшем юҡ, кейемем юҡ. Ни эшләргә? Уйланым-уйланым да берәй оло йәштәге кешегә фатирға инергә булдым. Тәү мәл уға бөтә яҡтан ярҙам итергә, шулай итеп бүлгәне менән тамаҡ туйҙырырға. Аҙаҡ ни ҙә булһа килеп сығыр әле тим. Йәш кеше шулай оптимист булалыр инде. Хужа әбейҙең йорт-ҡаралтаһын төҙәткеләнем, утындарын ярып бирҙем, ҡыш килгәс, ҡарҙарын көрәйем, һыу алып киләм. Әбей миңә мәрхүм бабайынан ҡалған ҡышҡы кейемдәрен бирҙе. Йыш ҡына уның ҡушыуы буйынса баҙарға аҙыҡ-түлеккә барам. Шунда иғтибар иттем: халыҡ сират тороп американан килтерелгән тауыҡ боттарын ала. Ниңә уға сат йәбешәләр икән тип, бер бот һатып алдым да, ҡайтҡас, бешереп ашап ҡараным. Иҫ китерлек бер нәмәһе лә юҡ, әммә хаҡы арзан ине. Һатыусынан белештем, ҡайҙан ала боттарҙы? Ҡаланың күмәртә базаһында улар арзан хаҡҡа, әммә фәҡәт күпләп һатыла икән. Әбейҙән аҡса алып тороп, бер һауыт килтереп баҙарҙа үҙем һаттым. “Һә” тигәнсә алып бөттөләр. Шул көндө күмәртә базаһына тағы ике тапҡыр барып, тағы ике һауыт алып килдем. Автобуста ташыйым. Ул көндө шул өс һауытты ғына һатырға өлгөрҙөм. Ҡулыма байтаҡ ҡына аҡса төштө. Әбейгә бурысымды ҡайтарҙым. Өсөнсөмө, дүртенсеме көндө такси яллай башланым. Хәҙер бер юлы ике-өс һауыт алып килеп һатам. Ләкин база менән баҙар араһында яңғыҙ сабыу, һатыу менән шөғөлләнеү күп ваҡытты ала, арыта ла. Шуға бер ҡатынды ялланым, арендаға машина алдым, хәҙер теге боттарҙы күп итеп алам да баҙарҙа һатыусы итеп алған ҡатынға бирәм. Эш күпкә етеҙерәк китте. Ҡулға мул ғына аҡса эләгә башланы. Хәҙер миңә был боттарҙы ғына һатыу ялҡытты, халыҡтың тағы нимәләрҙе яратып алыуын тикшерергә тотондом. Баҡһаң, ундай аҙыҡ-түлек төрлө-төрлө икән. Мәҫәлән, балыҡты ярата һатып алыусылар. Быны белгәс, баҙарҙа өс һатыусы тоторға булдым: берәү ит һата, икенсеһе – балыҡ, өсөнсөһө – йәшелсә-емеш. База менән баҙар араһында йөк ташырға бер егетте ялланым. Үҙем фәҡәт база менән эшләйем.
Шулай итеп, эш киңәйгәндән-киңәйә барҙы. Бухгалтер алдым. Аҡсаға мохтажлығым юҡ. Фатир, машина һатып алдым. Хәҙер миңә тауарҙы ҡаланың базаһынан ғына алыу оҡшамай башланы. Ни өсөн тигәндә, унда аҙыҡ-түлеккә барыбер арыу уҡ хаҡ өҫтәйҙәр. Шуға ла үҙемдең базамды төҙөп, ҡалаға кәрәкле аҙыҡ-түлекте әҙерләүселәрҙән туранан-тура алыуҙы ойошторорға ҡарар иттем. Тиҙҙән теләгем тормошҡа ашты. Хәҙер баҙарҙа ғына түгел, аҙыҡ-түлек магазиндарында ла мин килтергән тауар менән һатыу итәләр, сөнки базамда хаҡтар башҡаларҙыҡына ҡарағанда күпкә арзан. Бер мәл эргә-тирәләге ҡала-ҡасаба магазиндарынан, баҙарҙарынан да заказдар килә башланы. Бер генә базам уларҙы хеҙмәтләндерергә өлгөрмәй. Шуға тағы бер нисәне астым. Бына шулай эшләп киттем Сорғотта...
Миңзифа хужаһы теге 400 мең хаҡында иҫенә төшөрмәҫ борон һүҙҙе ситкә бороу өсөн нисек өйләнеүе хаҡында һорарға ғына ниәтләнгәйне, Радужныйға килеп инделәр. Тимофеич тәүге тап булған кешенән “Арарат” магазины менән кафеһын нисек табырға кәрәклеген белеште. Сорғоттан сыҡҡас, ул револьверын кеҫәһенән сығарып машинаның бардачогына тыҡҡайны, әле уны кире кеҫәһенә күсерҙе, йөҙө етдиләнде, хатта уҫал төҫ алды. Хәҙер берәй сатҡы ғына булһын, ул, йәнә тоҡанып китеп, Миңзифаны әрләргә тотонор ине, шуға һатыусы бер ни өндәшмәй шымып барыуын белде.
Магазин янына килеп туҡтағас:
– Бар, инеп белеш: һинән балыҡ алған әҙәм бындамы? – тине Тимофеич. – Ысынлап та был уның магазинымы? Мин һине машинала көтәм.
Миңзифа магазинға инеп, унда тауарҙарҙы ҡараған булып, ингән-сыҡҡан кешеләрҙе күҙәтте, теге Мартиросян килеп сыҡмаҫмы тип һәр бер кешегә иғтибар менән ҡараны. Әммә үҙенә бурыслы әҙәмгә оҡшаған һис кем күренмәне. Аптырағас, һатыусыларҙан һораша башланы. Ысынлап та, магазиндың хужаһы Мартиросян тигән әрмән икән. Тик ул көндөҙ бында булмай, кис кенә ике-өс ярҙамсыһы менән магазин-кафеға төшкән аҡсаны алырға килә, тинеләр.
Миңзифа Тимофеичҡа бар ишеткәндәрен еткерҙе.
– Сәғәт алтыла ошонда осрашабыҙ, – тине Тимофеич. – Әлегә ҡала буйлап йөрө.
Шулай тине лә ҡайҙалыр китеп юғалды. Миңзифа был ваҡиғалар нисек бөтөр икән тип шомланып, әгәр хужаһы револьверы менән атыша башлаһа, ҡурҡышынан ҡото осоп ҡайҙа йәшеренергә белмәйәсәге хаҡында борсолоп, көнө буйы шомло уйҙар эсендә ҡала буйлап йөрөнө лә, сәғәт алтынсы киткәс тә магазин янына килеп, Тимофеичты көтә башланы.
Бына хужа килде. Миңзифа, машина эсенә инеп ултырып, магазинға ингән һәр кемде күҙәтергә тотондо. Бер-ике кавказ кешеһе күренде, ҡатын, магазинға ингән булып, тегеләргә ныҡлап текләне, әммә Мартиросянға оҡшатып еткермәне, тағы джиптағы күҙәтеү пунктына инеп урынлашты.
Ниһайәт, йәнә шикле өс кавказ кешеһе магазинға яҡынлашты. Миңзифа, сырамыта алмам, тип борсола ине, әммә үҙенә бурыслы Мартиросянды шунда уҡ таныны.
– Ана! – тине, үҙенең ныҡ тулҡынланыуын тойоп. – Ул! Мартиросян!
Тимофеич шунда уҡ кеҫәһенән револьверын сығарып ҡулына алды һәм Миңзифаға бойорҙо:
Үҙе машинанан сығып магазинға уҡталды.
Ҡурҡышынан тубыҡтары ҡалтыраған Миңзифа бар көсөн, ихтыярын йыйып, хужаһы артынан йүгерҙе. Хәҙер ниҙәр булырын ул күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Әгәр атыша башлаһалар... Йә, Хоҙай! Ни менән генә бөтөр икән былар бөтәһе лә?!
Магазинға инеү менән Тимофеич ҡулына револьверын тотҡан килеш туп-тура Мартиросянға яҡынлашты һәм көслө уҫал тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Һин миңә дүрт йөҙ мең һум бурыслыһың! Әгәр хәҙер үк ҡайтармаһаң, атып үлтерәм!
Тыныс, аяҙ көндө бындай ҡурҡыныс боролошто көтмәгән Мартиросяндың йөҙө ап-аҡ булды. Ул ярҙам һорағандай эргәһендәге теге ике юлдашына ҡарап алды. Әммә уларҙың ҙа, Тимофеичтың уҫал ҡиәфәтен, револьверын уңлы-һуллы һелтәүен күреп, көслө тауыш менән аҡырыуын ишетеп, һис тә шаярмауын аңлап, ҡоттары осҡайны. Тимофеичтың бар ҡиәфәте ул икәү ҡыбырлау менән һис тә икеләнеп тормайса револьверының курогына баҫырға әҙер икәнлегенә ишара ине.
Ул арала Тимофеич, Мартиросяндың түшенән эләктереп алып, револьверы менән маңлайына төртә-төртә:
– Дүрт йөҙ мең! Дүрт йөҙ мең! Килтер дүрт йөҙ меңде! – тип аҡыра ине.
Ҡурҡышынан күҙҙәре аҡшайған Мартиросян тотлоға-тотлоға:
– Миндә юҡ.. Миндә юҡ... дүрт йөҙ мең юҡ... – тип әйтеүҙән башҡаны белмәне.
– Тап! Хәҙер үк тап! – тип ҡысҡыра ине асыуынан шартлар хәлгә еткән Тимофеич.
Миңзифа хужаһының үҙенә ҡысҡырған ваҡытында, кешенең шунан да артыҡ йәне көйгән сағы булмайҙыр тип уйлағайны, әммә Тимофеичтың хәҙерге хәлен күреп ҡото осто, хәҙер уның күҙ алдында үлемесле ваҡиға булырын тойоп сәстәре үрә торҙо. Тағы бер-ике секунд та үтмәҫ, Тимофеич револьверы менән әрмәндең мейеһен сәсрәтә атып ебәрер кеүек ине.
– Бер сәғәт ваҡыт һиңә! Ҡайҙан теләйһең шунан тап! – тип аҡыра ине был минутта Миңзифаның хужаһы. – Әгәр шуға тиклем тапмаһаң, үҙеңә үпкәлә! Атып үлтерәм мин һине!
Шулай тине лә Тимофеич, бар көсөнә әрмәнде түшенән этеп ебәрҙе. Мартиросян һөрлөгөп барып төштө. Тимофеич ҡырҡа боролдо ла ишекте тибеп асты һәм сығып китте. Миңзифа уның артынан йүгерҙе. Ҡатын саҡ джипҡа инеп ултырырға өлгөрҙө, көслө машина бәйгеләге толпар кеүек урынынан алға ырғыны ла ҙур тиҙлек менән ҡараңғылыҡҡа күмелә башлаған ҡала урамы буйлап елдерҙе.
Ҡайҙа баралар, ниңә былай ашығалар? Ҡурҡышынан ҡото осҡан Миңзифа бер ни һорар хәлдә түгел. Шулай күпмелер ваҡыт ҡыуғандан һуң джип күп ҡатлы бер йорттоң ишеге алдына килеп туҡтап ҡалды. Тимофеич та, Миңзифа ла бер ни өндәшмәй. Ир әле генә булған ярһыған хәленән иҫенә килмәй ултыра ине шикелле, ә Миңзифа шундай ҡурҡыныс күренештән һуң айный алмай. Күпмелер ваҡыт машина эсендә шомло тынлыҡ торҙо.
– Бына шулай! – тип ҡуйҙы бер мәл ир әллә ниндәй ҡурҡыныс та, тыныс та тауыш менән.
Миңзифа һауала аҫылып торған шомло тынлыҡты боҙоу өсөн үҙенең ни ҙә булһа әйтергә тейешлеген аңланы.
– Тимофеич, улар өсәү ине бит! Нисек уларҙан ҡурҡманығыҙ? – тип һораны Миңзифа. Был уй ҡатынды магазинда булған ваҡиға барышында бик ҡурҡытҡайны. Эре кәүҙәле теге әрмәндәр өсәүләп бәләкәй буйлы Тимофеичты “һә” тигәнсә ботарлап ташлар кеүек ине. Етмәһә, магазиндағы йөк тейәүселәр ҙә Мартиросян яҡлы. Әммә Тимофеич үҙенең дөрөҫлөгөнә, көсөнә ныҡ ышанған ҡиәфәттә ҡыйыу ҡыланыуы әрмәндәрҙе бәлйерәтте лә ҡуйҙы шикелле.
– Улар менән ана шулай батыр һөйләшергә кәрәк, – тип аңлатты Тимофеич. – Саҡ ҡына икеләнеүеңде һиҙһәләр, шунда уҡ башыңа менеп ултыралар. Нахаллыҡтары менән бар халыҡты ҡурҡытып тоталар. Ә былай бик ҡурҡаҡ улар. Уларҙан шөрләмәгән, үҙҙәренән көслө кешене күрһәләр, шунда уҡ бәлйерәп төшәләр.
– Ә бер сәғәттән бурысты килтермәһәләр, нимә эшләйбеҙ? – тип һорарға батырсылыҡ итте Миңзифа, эстән генә аҡсаны иҫенә төшөргәс, тағы әрләй башламаһа ярар ине тип ныҡ ҡына ҡурҡһа ла.
– Килтерәсәк! – Тимофеичтың тауышы тыныс. – Ул күрҙе, мин шаярырға йыйынмайым.
Хужаһының үҙ-үҙенә шул тиклем ныҡ ышанған төҫ менән әйтеүе ҡатынды бер аҙ тынысландырғандай итте. Шулай ҙа был ваҡиғаның нисек тамамланыуы хаҡында борсолоп, бер сәғәт буйы магазиндар буйлап йөрөгәндә йөрәге күкрәге эсенән ысҡынып осор хәлгә етеп дарҫлап типте. Миңзифа прилавкалағы тауарҙарҙы ҡараны, ләкин бер ни күрмәне, үҙенә бәрелеп үтеп киткән кешеләрҙең ниҙер өндәшкәнен ишетте, тик ни әйткәндәрен аңламаны.
Ниһайәт, йыл кеүек булып һуҙылған сәғәт үтеп китте. Бына Тимофеич менән Миңзифа “Арарат” магазинына барып инде лә бер сәғәт элек булған ваҡиға урынына килеп туҡтаны. Хужаның ҡиәфәте уҫал һәм талапсан. Ул тирә-яғына ҡарап алды. Шуны ғына көткәндәй, эргәләге ишектән ике ярҙамсыһын эйәрткән Мартиросян килеп сыҡты.
Тимофеич тағы револьверын килтереп сығарыр ҙа ҡурҡытыр өсөн ҡысҡыра башлар, әгәр тегеләр бурысты килтермәһә, ата башлар тип ҡурҡҡайны Миңзифа. Тик Тимофеич бер ни өндәшмәйенсә уҫал, талапсан, шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙенең көсөнә ныҡ ышанған тыныс ҡиәфәттә әрмәнгә ҡарап тороуон белде. Бына Мартиросян уның алдына, прилавкаға бер төргәк аҡса һалды.
– Күпме? – тип һораны Тимофеич.
Тимофеич төргәкте асып та тормай кеҫәһенә һалды, башҡаса бер ни өндәшмәне, магазиндан сығып китте. Миңзифа уның артынан йүгерҙе.
Шунда уҡ джипҡа ултырҙылар ҙа ҡаланан сығып киттеләр.
– Тимофеич, ниңә аҡсаны һанап алманығыҙ? – тип һораны Миңзифа бер аҙҙан.
– Бындай ваҡытта алдашмайҙар, – тип кенә яуап бирҙе Тимофеич.
– Мин аҡсаны килтермәҫтәр тип бик ҡурҡҡайным, – тине Миңзифа.
– Улар белә: дөрөҫлөк минең яҡта. Ә үҙҙәре бысраҡ эш менән шөғөлләнә. Яуызлыҡ һәр саҡ язаһын аласаҡ. Улар быны яҡшы һиҙә, – тине Тимофеич һәм бөгөн тәүге тапҡыр, һәр ваҡыттағыса, шат тауыш менән ҡысҡырып көлөп ебәрҙе...