Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 08:50

Иң яҡшы уҡытыусылар премия аласаҡ

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Документтар 15 майға тиклем ҡабул ителә.
Рәсәй Президент Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатындағы "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә төбәктә мәктәптәргә уҡытыусыларҙы йәлеп итеү, уларға ярҙам итеү өсөн бихисап эштәр башҡарыла. Мәғариф һәм фән министрлығы иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреү тураһында конкурс иғлан итте. Бәйгелә педагогик стажы өс йылдан кәм булмаған педагогтар ҡатнаша ала. Рәсәйҙә 2010 йылдан иң яҡшы уҡытыусыға премия түләнеп килә. Шулай уҡ Рәсәй Президентының 2018 йылдың 28 ноябрендәге указы менән уҡытыу эшендә ирешелгән уңыштар өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға 200 мең һум күләмендә премия булдырылған.
Уҡытыусыға конкурста ҡатнашыу өсөн уның һөнәри оҫталығын раҫлаусы алты шарт ҡуйылған. Был премияны бер тапҡыр алған педагог конкурста биш йылдан һуң ғына ҡатнаша ала.
Конкурс материалдары комиссия тарафынан [email protected] электрон почта адресына 6 майҙан 15 майға тиклем ҡабул ителә.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: