Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 22:34

Хәсән Назар: "Ҡәҙерле дуҫтарым"

#Ағиҙелжурналы #ХәсәнНазар

Ун өс йәшемдән үк хат алышҡан, аҙаҡ Өфөлә уға һыйынып тигәндәй йәшәгән Зәйнәб апай, һалдат хеҙмәтендә сағымдан хатлашҡан, аҙаҡ ун йыл буйы аралашҡан Рәми ағай тураһында әйтер һүҙҙәремде иҫтәлектәремдә яҙғанмын. Әле ҡабаттан тәфсирләп торһам, оҙонға китер ине. Уларҙан тыш, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әхиәр Хәким, Рәшит Солтангәрәевтәр үҙ күргән ҡәҙерлеләрем, өлкән дуҫтарым булды тип әйтергә йөрьәт итәм. Донъяуи яҡлап та ярҙамдары булды. Мәҫәлән, әле ғаиләм менән йәшәп ятҡан фатирҙы юғарынан юллап Мостай ағай алып биреште. Уларҙан — олуғ шәхестәрҙән – алған һабаҡтарҙың иң ҙуры шулдыр: ябайлыҡта — бөйөклөк, шуны күрҙем. Әҙәбиәт, ижад яҙмышты һорай, шуны ныҡлап белдем. Ҡыҫҡаһы, шиғырым аңғартһын йөрәк һүҙен.
Зәйнәб апай, Рәми ағай...
Аһ, иң ҡәҙерле заттар.
Яна рухта һеҙ үрләткән,
Дөрләткән изге уттар.
Мостай ағай, Назар ағай...
Аһ, иң зиннәтле заттар,
Сапсый Парнас үрендә һеҙ
Ҡалдырып киткән аттар.
Әхиәр ағай, Солтангәрәй...
Аһ, иң һиммәтле заттар!
Яр һала күңел донъяға:
Ҡайтар уларҙы, ҡайтар.
Ҡыуаныстан иҫергәндә,
Килгәндә ҡыйын саҡтар,
Уларға һыйынды йәнем,
Үҙ итте аҫыл заттар.
Һүнмәй һеҙ ҡалдырған уттар,
Көнөмдә шуға ҡот бар.
Һеҙ гел иҫтә тере төҫтә,
Аһ, иң ҡәҙерле заттар!
Үткәндәргә күҙ һалып, өлкәндәргә ҡағылышлы һүҙ алып, шуны әйтәм: уларҙың һәр ҡайһыһы менән аралашырға, ҡайһы береһе менән хатта дуҫлашырға насип итте. Рәшит Ниғмәтиҙән башҡа барлыҡ ағай-апайҙарҙы күреп, белеп өлгөрҙөм. Баязит Бикбай, Сәләх Кулибай тураһында “Алғы сафта” тигән шиғырым да бар. “Ағиҙел” редакцияһында, унан ары “Башҡортостан”да эшләгәс, гел әҙәбиәткә, сәнғәткә бәйле хәстәрлектәр менән булғас, күп инде ул минең — уларға, уларҙың миңә һүҙе, хатта ҡайһы бер серҙәре һыйған әҙиптәр. Хәким Ғиләжев, Яҡуп Ҡолмой, Шакир Янбаев, Фәүзиә Рәхимғолова, Нәжиб Асанбаев, Ғәзим Шафиҡов, Суфиян Поварисов, Азат Мағазов (уның урыҫ телендә яҙылған “Шоңҡар юлы” повесын башҡортсаға тәржемә иттем — юл астым әҙәбиәткә)... Барыһы ла яҡын, иҫтәлектәре ҡәҙерле.
Читайте нас: