Бер нисә ваҡ тәҙрәле, һоро төҫтәге ҡалын киндер палатала тупаҫ ҡаҡҡыланып ергә ултыртылған һикеләрҙә, йодоформ, тир еҫе, кеше ярауы аңҡыған тынсыу һауала беренсе нейрохирургия бүлегендә егермегә яҡын ауыр яралы кеше ғазаплана, интегә һәм үҙ үлемен көтә. Мин кергән юлда, иң ситтәге урында ятам. Госпиталгә килтергәндәренә бер нисә көн үтте. Килтерҙеләр ҙә йомшаҡ матрасҡа, хлорка еҫе аңҡып торған таҙа йәймәгә һалдылар, ә үҙемә һаман бында осраҡлы, ниндәйҙер яңылышлыҡ менән килеп эләктем һымаҡ – эргәмдә баш һөйәктәре ярғыланған кешеләр ята. Ҡайһы берәүҙәрҙең аяҡтары йәки ҡулдары юҡ, ә мин контузия ғына алғанмын, ярам да еңелсә – хаталары оҙаҡламай асыҡланыр ҙа мине оло ғауға сығарып ҡыуырҙар, хеҙмәт иткән часҡа кире ебәрерҙәр, тип көтөп йөрөйөм. (“Ул бында нисек килеп эләккән? Кисекмәҫтән алғы һыҙыҡҡа оҙатығыҙ!”) Ә минең бер нисә көн булһа ла ятҡым, алғы һыҙыҡтан әҙерәк ял иткем, үҙем кисергәндәрҙән арынғым килә. Йәнә бер нисә көн ятҡас, әйҙә, оҙатһындар ут эсенә, атлап барған көйө йәки окопта, үлән араһында, ерҙә йоҡлау, артналеттар, пулялар һыҙғырыуы, миналар шартлауы, мәйеттәр һәм уларҙың бер нәмә менән дә бутап булмаған әсе еҫе араһына...