Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағы – туҡһанынсы йылдар башы. Илебеҙ киң билдәлелек шарттарында демократик үҙгәртеп ҡороуҙарға юл алған саҡ. Республикабыҙҙа яңы сыға башлаған “Йәшлек” гәзите биттәрендә баҫылған азатлыҡ рухы менән һуғарылған мәҡәләләрҙе, шиғырҙарҙы уҡып, күңел күтәренкелеге кисерәбеҙ, бығаса тик тарихи факт ҡына булараҡ белгән азатлыҡ, хөрриәт төшөнсәләренең ысынбарлыҡҡа әүерелеү ихтималлығын тойоп, шатлыҡ аттарына атланып урамдарҙа йөрөйбөҙ. Тап шул мәлдә элек компартия креслоһына ышыҡланып ултырып, хәҙер власҡа килеүселәрҙең үҙҙәре торған фирҡәгә бәйле үткәнде фашлауҙары, ашаған табаҡтарына төкөрөүҙәре башланғас, ҡәләмдәшебеҙ Дамир Шәрәфетдинов шундай шиғыр юлдары яҙып тетрәтте:
Тик шуныһы: көтөү боролғанда
Алға сыға малдың аҡһағы...
Заман һулышын тәрәндән тойған шағирҙың һүҙҙәре был. Ысынлап та, тап ул әйткәнсе килеп сыҡты ла инде. Яҡты киләсәккә, коммунизмға табан барған илебеҙ кинәт 180 градусҡа боролоп, килгән яғына кирегә боролғайны, иң артта һөйрәлеп килгән аҡһаҡ-туҡһаҡтар иң алда булып сыҡты. Беҙ, ҡалаларҙы төйәк иткән ижад әһелдәре, барыбыҙ ҙа, ауылдарҙа тыуып үҫһәк тә, хатта ҡайһыларыбыҙ көтөүсе булып эшләһәк тә, был хаҡтағы фәлсәфәне фәҡәт һөнәре буйынса зоотехник, йөрәге ҡушыуы буйынса шағир Дамир Шәрәфетдинов ҡына әйтә алырын һүҙһеҙ таныйбыҙ. Шиғриәт уның һөнәрҙәштәре менән бай: унда “быҙауҙарҙың зәңгәр күҙҙәренә” һоҡланған Сергей Чекмарев та, “япраҡ елдәре” иҫкәнен ишетә алған Рауил Ниғмәтуллин да бар.
Дауамы журналдың май һанында.