Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Зөбәй Үтәғолов Бөйөк Ватан һуғышында оло батырлыҡ күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Тап легендар 13 һалдат, шул иҫәптән Зөбәй Үтәғоловтың тиңһеҙ батырлығы арҡылы совет һалдаттары Красновка станцияһын яулап ала. Бар илгә танылған батырҙың тормош һәм яу юлын ауылдашы, яҙыусы Сабир Шәрипов өйрәнә, исемен мәңгелләштерә. Әммә әҙипкә Зөбәй Үтәғоловтың һәләк булған урынын күрергә, ниәт иткән романын яҙырға насип булмай, үкенескә ҡаршы. Быйыл уның изге теләктәренең береһен хәләл ефете Зәйтүнә Шәрипова тормошҡа ашырып ҡуя, ғалимә Дон далаларына сәйәхәтенән “Ағиҙел” уҡыусыларына мауыҡтырғыс очерк тәҡдим итә.
Сафтар һирәгәйә... Рота һаман өҫкә үрмәләй. Күптәр һәләк булды. Ниһайәт, ҡаһармандар ҡаны һеңгән боҙ стена артта. Гвардеецтар поселокҡа бәреп инде. Уларҙың алдындағы станция йортона ни бары бер нисә йөҙ метр ара ҡалған... Ҡыҫҡа ҡул һуғышынан һун гитлерсылар ары ҡыҫырыҡланды. Иҫән ҡалған 13 гвардеец ситтәге өс йортто бирелмәҫ крепосҡа әүерелдерҙе. Гитлерсыларҙың ныҡышмалы атакалары кире ҡағыла торҙо. Туған полк эргәлә, яҡында ғына, тик дошмандың көслө уты уға алға үтергә ирек бирмәй. Быны һәр һуғышсы яҡшы аңлай, шуға уларҙың ҡайнар йөрәктәре бергә тибә: “Нисек тә түҙергә! Полк килгәнсе плацдармды ҡулдан ысҡындырмаҫҡа!” Көн үтте... Үҙ мәйеттәренә абына-һөрөнә иҫерек дошман һалдаттары һигеҙенсе атакаға килә, үҙҙәре йәмһеҙ, ерәнгес аҡыра: “Зольдат Иван, здавайся! Патроны капут!” Сығырынан сыҡҡан фашистар һалам ташып өйҙөләр ҙә, өйҙәргә ырғытып, ут төртөргә булдылар. Урталағы өй стенаһынан йомарланып ялҡынлы ҡара төтөн күтәрелә. Тере факелға әйләнгән гвардеецтар ҡобараһы осҡан фашистарҙы штыкҡа элергә тотондо, әммә көстәр тигеҙ түгел ине... Героик төркөмдөң ҡаһарманлығы тураһындағы хәбәр фронттарға, илгә таралды...