Ағиҙел
-4 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 21:09
"Асыҡ дәрес"
"Ағиҙел" журналының яңы һанында талантлы шағир Фәнил Бүләков үҙенең "Асыҡ дәрес" тип исемләнгән яңы поэмаһын тәҡдим итә.
Иртән томан ергә ятҡан,
Урап ҡына аҡ төҫкә.
Уйҙарыма йәнде солғап,
Ашығам мин дәрескә.
Ябай түгел өйрәнәһе
Дәрестәге төп маҡсат.
Тик бер ҡағыҙ – ҡарар менән
Дәрес бәйле буласаҡ.
Ҡулда ҡағыҙ... уҡыусылар
Күҙҙәремә бағалар.
Ҡарар менән таныштырам
Аңлар микән балалар?
Аҡбур һыҙа бер һорауҙы:
“Һуғыш нимә аңлата?”
Ошо биш өн һеҙҙең йәндә
Ниндәй хәтер уята?
– Яуҙа булған олатайым,
Атта үткән ғүмере.
Йылдар буйы йәнен өттө
Уҙған һуғыш күмере.
Утҡа ҡарап тына ине,
Алып мине ҡуйынға
Шайморатов һалдатының
Ниҙәр булды уйында?
Атта сапҡан егет сағын
Иҫләр ине олатай.
Тап шул саҡта ярһыу ине,
Атын менеп алғандай.
Күп нәмәне һорашманыҡ,
Мәңге йәшәрҙәр, тинек.
Үҙебеҙҙең уйҙар менән
Мәшәҡәт менән инек.
Дауамы "Ағиҙел" журналының май һанында.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде