Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 11:53

6,5 процент ставкаһы менән ипотека

#ВладимирПутин

Рәсәй Хөкүмәте льготалы ипотека программаһын булдырҙы, уның ставкаһы 6,5 процент тәшкил итә.
Ил башлығы Владимир Путин әйтеүенсә, льготалы ипотека дәүләт ярҙамы менән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн булдырылды. Программа сиктәрендә төбәктәрҙә 3 миллионғаса, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында 8 миллионға тиклем ипотека алып буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән 6,5 миллиардҡа яҡын аҡса бүленәсәк.
Тәҡдим ителгән прорамма буйынса торлаҡ һатып алырға теләүселәрҙән ғаризалар 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Кредитты түләп бөткәнсе проценттың ставкаһына үҙгәрештәр индерелмәйәсәк. Әлегә яңы ипотека программаһын Сбербанк һәм ВТБ банкы хупланы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: