Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 07:48

Вирус сигенергә уйламай

Мәскәүҙә 28 йәшлек Өфө егете вафат булған.

Өфөнән йәш табип Наил Саматовтың үлеме хаҡында хәбәрҙе Егорьевск үҙәк дауаханаһы баҫтырып сығарған, ул унда участка терапевты булып эшләгән. Апрель аҙағында 28 йәшлек Наилдың COVID-19 барлыҡҡа килтергән ике яҡлы пневмония менән сирләүе асыҡланған. Уны ауыр хәлдә Мәскәүгә дауаларға алып килгәндәр, ләкин, табиптарҙың тырышлығына ҡарамайынса, ул вафат булған.
Йәш табип коронавирусты эштә йоҡторған. Ул Covid-19 диагнозы раҫланған сирлегә барған. Һаҡланыу сараларынан табиптың битлеге һәм бирсәткәләре генә булған, тәүге осорҙа уларҙы тағунға ҡаршы костюмдар менән тәьмин итмәйҙәр ине.
Наил 2019 йылда «Дауалау эше» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. 2020 йылдың 30 ғинуарынан Егорьевск дауаханаһының 3-сө поликлиникаһында участка терапевы булып эшләгән. Наил Саматовтың исеме Рәсәй табиптары башланғысы менән барлыҡҡа килгән «Хәтер исемлеге»нә индерелгән.
Читайте нас: