11 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡурсаланыу тәртибен йомшартыу сараларына арналған ултырыш уҙғарҙы. Унда муниципалитет етәкселәре ҡатнашты.
Ултырыштан ошолар билдәле булды:
12 майҙа 00:00 сәғәттән doroga02 сайты эшләүҙән туҡтай. Граждандар порталда өҫтәмә рәүештә теркәлмәйенсә автотранспортта ҡала буйлап иркен йөрөй ала.
Парктарҙа һәм скверҙарҙа йөрөү рөхсәт ителде, тик социаль арауыҡты һаҡларға, битлек кейергә кәрәк. 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар иртәнге сәғәт 6-нан киске 6-ға тиклем, уҡыусылар көндөҙгө 2-нән киске 8-гә тиклем урамға сыға ала. Тәүлектең башҡа ваҡытында был кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала.
Ойошмалар өс төркөмгә бүленде. Тәүге төркөм - быға тиклем эшмәкәрлеге туҡтатылмаған предприятилар артабан шул уҡ тәртиптә эшләйәсәк. Икенсе - аҙыҡ-түлекккә ҡарамаған тауарҙар һатҡан кибеттәр һәм башҡа сауҙа ойошмалары асыла, улар ҙа талаптарға ярашлы эшләйәсәк. Өсөнсө төркөм - кинотеатрҙар, сауҙа үҙәктәре, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары - әлегә эшләмәй торасаҡ.