Саҡмағошта 1974 йылда төҙөлгән бер генә дауахана, 2021 йылға уның янында яңыһы ҡалҡып сығасаҡ. Яңы дауахана 250 урынға тәғәйенләнгән. Төҙөләсәк бинала ренгент-диагностика, балалар һәм хирургия бүлексәләре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, клиник-диагностика лабораторияһы һәм административ-хужалыҡ бүлмәләре урынлашасаҡ. Был объектты төҙөү өсөн 400 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Поликлиниканы 2021 йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтөү күҙаллана.