Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 17:09

"ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР" рубрикаһы

Бәндәүир Ғәлимулла үҙенең йылдар буйы яҙған алты йөҙ битлек романының ҡулъяҙмаһын иң тәүҙә үтә лә тура һүҙле Рәшит Ниғмәтиҙән уҡытып алырға ниәтләй. Белә: талантлы шағир ыңғай фекер әйтһә, эштәр бешәсәк.

РӘХМӘТ ТЫЛСЫМЫ
Бәндәүир Ғәлимулла үҙенең йылдар буйы яҙған алты йөҙ битлек романының ҡулъяҙмаһын иң тәүҙә үтә лә тура һүҙле Рәшит Ниғмәтиҙән уҡытып алырға ниәтләй. Белә: талантлы шағир ыңғай фекер әйтһә, эштәр бешәсәк.
Әүеш-тәүеш хәрефтәр менән ҡулдан яҙылған роман ишаратын уҡып сығыу өсөн бик ҙур түҙемлек өҫтөнә аҙна-ун көн ваҡыты сарыф ителә шағирҙың. Ниһайәт, ул романының яҙмышын түҙемһеҙләнеп көткән авторға үҙенең фекерҙәрен әйтә. Ҡулъяҙмалағы үтә тарҡау ваҡиғаларҙы бер тирәгә туплап йыйнаҡлау иҫәбенә, «һыуын ныҡ һығып», яртылаш ҡыҫҡартырға кәңәш итә.
– Тимәк, романға өмөт бар? – тип һорай Бәндәүир.
– Әлбиттә, бар. Тик уны өр-яңынан яҙырға кәрәк.
– Рәхмәт! – Ҡыуанысынан осоп китер хәлгә еткән бәндәүир шағирҙы ҡосаҡлап алып, ҡулын ҡыҫа. – Бик ҙур рәхмәт!
– Туҡта инде, – ти шунда Рәшит Ниғмәти, ҡулъяҙма авторын этәрә биреп. – Һин бына: «Рәхмәт!» тиһең дә тораһың. Ә ул «рәхмәт» кәйефте күтәрәме һуң?
ЕРҘӘР ҺӘМ СИРҘӘР
«Ағиҙел» журналы редакцияһында Ғәйнан Әмири хаттар тотҡан килеш инә лә, бер буш өҫтәл эргәһенә ултырып, уларҙы уҡырға керешә.
– Ағай, һеҙгә хаттар күп килә шикелле. Берәйһе ғашиҡ булғанмы, әллә уҡыусыларыбыҙ шулай хәбәрләшәме? – тип ҡыҙыҡһына Рафаил Сафин.
– Хаттарҙың төрлөһө бар инде, – ти Ғәйнан Әмири, – әһәмиәтлеһе лә, юҡты бушҡа ауҙарып, ваҡытты әрәм иткәне лә. Бына бер әбей үҙенең бихисап сирҙәрен яҙа. Тәүге хатында мин уның ғәрәп хәрефтәре менән яҙылғанын: «Бик күп ерҙәр хаҡында яҙырға теләйем һеҙгә», тигән ниәтен хуплап: «Рәхим итегеҙ!» тип яуап биргәйнем. Бына хәҙер ул көн дә миңә әле бер, әле икенсе сирен, ентекләп-тәфсилләп яҙып, хат яуҙыра башланы. Сирҙәр хәҙер үҙемдә лә етерлек, өҫтәүенә – был...
Читайте нас: