Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 00:18

Ике аҙнанан төҙөлөп бөтәсәк

Өфө районындағы ваҡытлыса йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы 25 майға тәүге пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙер булырға тейеш. Бөгөн объекттағы эштәр барышы менән Башҡортостан башлығы танышты.

Өфө районындағы ваҡытлыса клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге 25 майға тәүге пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙер булырға тейеш. Бөгөн объекттағы эштәр барышы менән Башҡортостан башлығы танышты.
Төбәк етәксеһе ҡоролған корпустарҙы, шул иҫәптән 46 кешенән торған медицина персоналына иҫәпләнгән дөйөм ятаҡты ҡарап сыҡты, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был объект республика өсөн бик мөһим. Бында коронавирус йоҡторған бөтә сирлелергә махсус ярҙам күрһәтеү планлаштырыла. Яңы үҙәк тиҙ ҡоролған модулле конструкцияларҙан торған бер ҡатлы комплексты үҙ эсенә ала. Уның дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр.
Бында бокс рәүешендәге 100 палатанан тыш, диагностика, дезинфекциялау, үҙәк-стерилләү бүлектәре, лабораториялар һәм дарыухана урынлаштырыу ҡаралған. Үҙәк 470 пациентҡа иҫәпләнгән.
Читайте нас: