Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 11:34

Балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтелә

#ВладимирПутин

Бөгөн ҡурсаланыу көндәре тамамлана. Был хаҡта кисә ил Президенты Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән кәңәшмәһендә белдерҙе.
Ҡурсаланыу эпидемияны тотҡарларға ярҙам итте. Махсус койкалар һаны 29 меңдән 130 меңгә арттырылды. Йыһаздар резервы, шул иҫәптән үпкәләргә яһалма вентиляция яһау аппараттары булдырылды. Һәр төбәктә медицина ярҙамына мохтаж һәр кемгә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар. Табиптар ауырыу тураһында хәҙер күп белә. Яңы дауалау ысулдары эшләнде. Бының арҡаһында күп ғүмерҙәр һаҡлап ҡалынды, - тине ул.
Ил Президенты табиптарға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Владимир Путин изоляция режимынан кинәт түгел, әкренләп сығасағыбыҙ тураһында әйтте. Эшләгәндә һәр ойошмаға, хеҙмәткәрҙәргә санитар талаптарҙы ҡәтғи үтәү кәрәклеген асыҡланы.
Үҙ сығышында ил Башлығы ғаиләләргә төрлө ярҙамдар күрһәтеләсәге хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Президент апрель-июнь айҙарына өс йәшкәсә тиклем балалары булған ғаиләләргә бишәр мең һум түләргә тәҡдим итте. 1 июндән 3-15 йәшлек балаһы булған һәр ғаилә унар мең һум аҡса аласаҡ. Бының өсөн иртәгәнән башлап дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәиһә Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: