Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2020, 18:24

Сирлеләр һаны кәмемәй

#ҡороновирус

Ауырыуҙарҙың дөйөм һаны бөгөнгө көндә республикала – 1491 кеше.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең 75 кешегә артыуы хаҡында хәбәр итә. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 1491 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған. Һауығыусылар тураһында мәғлүмәт әлегә юҡ. Яңы үлем осраҡтары юҡ, элеккесә – 15. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә тағы бер кешенең коронавирустан вафат булыуы билдәле булғайны. 59 йәшлек ир Бәләбәй дауаханаһында дауаланған.
Стационар шарттарында 453 кеше дауалана. Уларҙың егерме етеһенең хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар. Ун ете кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Рәсәйҙә иһә, бер тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусолар һаны 11 012. Ил буйынса бөгөнгө көндә 209 688 кеше коронавирус менән сирләй. Һауыҡҡан пациенттар - 23 803. Үкенескә күрә, һуңғы тәүлек эсендә 88 кеше вирус арҡаһында донъя менән хушлашты (барлығы 1915).
Читайте нас: