Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 14:10

Шайморатовтың "Алтын йондоҙ" миҙалы ҡайтты!

Йондоҙ ҡайтты илгә, даны ҡайттыИле өсөн үлгән батырҙың!Герой йондоҙонан тыуған яҡтыңЕңеү иртәләре яҡтырҙы! Сәләмләне һине Ағиҙелкәй!Салауат та гүйә талпынды!Шатландырҙың, иҫән булһаң әгәрҠосағына ҡыҫыр халҡыңды! Даның ҡайтты илгә йондоҙ булып –Нурҙарында йәшәр вариҫтар!Башҡорттарҙың Шайморатов тигәнБатырҙарҙан-батыр ире бар!Гөлдәриә Йосопова.#Шайморатовгенерал #БөйөкЕңеүгә75

Бөгөн Башҡортостан өсөн ысын мәғәнәһендә тарихи көн – геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын Йондоҙ” миҙалы тыуған төйәгенә ҡайтты!
Геройҙың миҙалын "Өфө" аэропортына махсус вертолетта алып килделәр. Аэропортта награданы тантаналы шарттарҙа ҡабул итеү Рәсәй Геройы Николай Злобинға ышанып тапшырылды. Артабан хәрби кортеж Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үтеп, Совет майҙанына юлланды. Әйтергә кәрәк, хәрби техника менән билдәле шәхестәр, спортсылар идара итте.
Совет майҙанында Рәсәй Геройы Николай Злобин награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырҙы. Артабан Башҡортостан Башлығы курсанттар сафы оҙатыуында "Алтын Йондоҙ"ҙо Республиканың Милли музейына алып барҙы. Бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Милли музей директоры Марат Зөлҡәрнәев награданың тапшырылыуы тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
Төп тантананың тап Совет майҙанында үтеүе оло мәғәнәгә эйә, сөнки 1942 йылдың мартында тап ошо урында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов Башҡорт АССР-ы етәкселегенә дивизияның яуға әҙер булыуы хаҡында белдерә.
Йондоҙ ҡайтты илгә, даны ҡайтты
Иле өсөн үлгән батырҙың!
Герой йондоҙонан тыуған яҡтың
Еңеү иртәләре яҡтырҙы!
Сәләмләне һине Ағиҙелкәй!
Салауат та гүйә талпынды!
Шатландырҙың, иҫән булһаң әгәр
Ҡосағына ҡыҫыр халҡыңды!
Даның ҡайтты илгә йондоҙ булып
Нурҙарында йәшәр вариҫтар!
Башҡорттарҙың Шайморатов тигән
Батырҙарҙан-батыр ире бар!
Гөлдәриә Йосопова.
#Шайморатовгенерал #БөйөкЕңеүгә75
Читайте нас в