Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 12:00

Шайморатовсылар тураһында китап донъя күрәсәк

#БөйөкЕңеү #Шайморатовгенерал

2019 йылда «Шайморатовсылар» халыҡ проекты иғлан ителгәйне. Уның барышында дивизия яугирҙары тураһында бай мәғлүмәт тупланды. Биография белешмәләрен тергеҙеү маҡсатында архивтарҙа күләмле эш башҡарылды.
Меңәрләгән анкета өйрәнелде, 500-ҙән ашыу фотодокумент сканерҙан үткәрелде. Шайморатовсылар исемлеге алфавит тәртибендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аккаунттарында көн һайын баҫылып барасаҡ. Йыйылған мәғлүмәттәр буйынса 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары тураһында биография белешмәһен китап итеп сығарыу ҙа күҙаллана.
Читайте нас: