Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 18:53

77 йыл буйы көттөк

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың бер туғанының ейәне Марат Әсҡәт улы Ғәҙелшин: "Беҙ был ваҡиғаны 77 йыл буйы көттөк..."#МиңлеғәлеШайморатов #БөйөкЕңеүгә75йыл

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың бер туғанының ейәне Марат Әсҡәт улы Ғәҙелшин:
"Тулҡынландырғыс хис-тойғолар кисерәм. 77 йыл буйына көткән ваҡиға тормошҡа ашты: генерал Шайморатов, ниһайәт, Рәсәй Геройы булды. Миңә, хәрби кешегә, был икеләтә ҡыуаныс һәм мәртәбә. Тарихҡа әйләнеп ҡайтып, шуны әйтергә мөмкин: минең атайым 2009 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветерандар берләшмәһенә етәкселек итте һәм “Комдив ҡайта” акцияһына башланғыс һалды. Ул генералға Рәсәй Геройы исеме биреү өсөн ҡултамғалар йыйыу ойошторҙо. Хеҙмәте бушҡа үтмәне, мин быға ифрат шатмын. Был - үтә мөһим тарихи ваҡиға, мин кемдеңдер 77 йылдан һуң награда алғанын ишеткәнем юҡ ине әле", – тине подполковник.
#МиңлеғәлеШайморатов #БөйөкЕңеүгә75йыл
Читайте нас: