Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:45

Трамп Рәсәйгә ярҙам тәҡдим итә

#ВладимирПутин

Владимир Путин АҠШ Президенты Дональд Трамп менән шылтыратышты, ил етәкселәре бер-береһен Еңеү байрамы менән ҡотланы.
Америка лидеры беҙгә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе.
- Беҙ Рәсәйгә медицина ҡорамалдары ебәрә алабыҙ, - тине Трамп.

Ике етәксе ҡоралланыу хаҡында ла һөйләшкән. Һуңғы арала Трамп әфәнденең, АҠШ Рәсәйҙең дә, Ҡытайҙың да ҡоралланыуын контролләй, тигән һүҙе интернетта таралды.
Март аҙағында Рәсәй АҠШ-ҡа медицина ҡорамалдары һәм һаҡлау саралары менән бер самолет ебәрҙе. Был Мәскәүҙең үҙенең инициативаһы, әммә Президент әйтеүенсә, был аҙым Рәсәй өсөн дә файҙалы булған. Самолет барып төшкәс тә ике ил килешеү төҙөгән, АҠШ Рәсәйҙе үпкә елләтеү аппараты менән тәьмин итәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: