Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығының апрель өсөн төҙөгән Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров элеккесә «бик көслө йоғонто» позицияһын биләй. Радий Фәрит улы уҙған ай менән сағыштырғанда тағы ла өҫкә үрләне: туғыҙынсы урындан алтынсыға күсте. Радий Хәбиров рейтингта Мәскәү һәм Тула өлкәләре губернаторҙарынан, Чечня башлығынан, Санкт-Петербург һәм Мәскәү мэрҙарынан ғына ҡалышып, исемлектә туғыҙынсы урында торған Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановты уҙып китте.