Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 12:14

Ковид-дауаханалар заманса йыһаздар менән тәьмин ителде

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Республиканың медицина ойошмалары 33 компьютер кардиографы алды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары буйынса был һанлы компьютер кардиографтары ковид-дауаханаларға ебәрелде.
Республиканың ете медицина ойошмаһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медицина-санитария ярҙамы күһәтеү системаһын үҫтереү" һәм "Сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һанлы контур булдырыу" төбәк проектарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә кардиографтар алды.
Ковид-дауаханаларға был йыһаздар коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау һәм киҫкен коронар синдромлы ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу өсөн файҙаланыласаҡ. Белгестәр аңлатҡанса, барлыҡ кардиографтар ҙа пациенттарҙың электрон медицина карталарына һанлы форматта электрокардиограмма тапшырыу өсөн Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына (РМИАС) тоташтырылған.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: