Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 19:13

Әхиәр Хәкимов

Землянкала ултырам.Ауыр тынлыҡСолғап алған кеүек күңелде.Уйлай һәр кем – иртән ниҙәрбулыр, –Һәм белергә теләй күрерҙе...Ҡайнар хистәр таша барйөрәктә,Иртән ҙур һөжүмгә күсәбеҙ.Киев ҡалаһынан, байраҡболғап,Еңеү маршын йырлап үтәбеҙ.Был шиғыр беҙгә дәһшәтле 1944 йылдан килеп еткән, шул ваҡыттың ярһыуын еткерә. Ут-яу эсендә яҙылған шиғырҙың авторы – мыйыҡһыҙ малай ғына сағында фронтҡа киткән Әхиәр Хәкимов.#Фронтовикәҙиптәр #Ағиҙелжурналы

Землянкала ултырам.
Ауыр тынлыҡ
Солғап алған кеүек күңелде.
Уйлай һәр кем – иртән ниҙәр
булыр, –
Һәм белергә теләй күрерҙе...
Ҡайнар хистәр таша бар
йөрәктә,
Иртән ҙур һөжүмгә күсәбеҙ.
Киев ҡалаһынан, байраҡ
болғап,
Еңеү маршын йырлап үтәбеҙ.

Был шиғыр беҙгә дәһшәтле 1944 йылдан килеп еткән, шул ваҡыттың ярһыуын еткерә. Ут-яу эсендә яҙылған шиғырҙың авторы – мыйыҡһыҙ малай ғына сағында фронтҡа киткән Әхиәр Хәкимов. “Дошманды штык үсе һәм ҡәләм көсө менән дә” ҡырған журналистар, әҙиптәр ысынлап та яу ҡоралын да ҡулынан төшөрмәй, Ватанына һөйөү наҙы, ә дошманға әсе нәфрәт үткерләгән ҡәләмдәренән дә айырылмай. Әлбиттә, аяуһыҙ һуғыш шарттарында күләмле әҫәрҙәр ижад итеү мөмкин түгел. Әммә ҡыҫҡа ғына тынлыҡ урынлашҡан мәлдә лә һалдат шинелендәге ҡуйын дәфтәренә шағирҙың күңел даръяһындағы хис-тойғонан яралған йөрәк һүҙҙәре төшә. Фронт гәзиттәрендә сыҡҡан, Башҡортостан баҫмаларында донъя күргән шиғырҙар яугирҙарға рух өҫтәй, йәнтөйәктә уларҙы зарығып көткән яҡындарының өмөтөн нығыта, хатта Еңеү көнөн дә яҡынайталыр...
"Юлдаш" радиоһында фронтовик шағирҙарҙың тере тауыштарын ишетергә, шиғырҙарын тыңларға мөмкин.
Эфир көн һайын көндөҙгө сәғәт 11-се 15 минутта һәм киске сәғәт 9 тула 15 минутта.
Читайте нас: