Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2020, 21:03

Ҡадир Даян

Башҡорттар китте һуғышҡа,Оҙатып ҡалды күк Урал.Ат уйнатып, алдан бара,Шайморатов генерал.Ағиҙелдең һыуын эскән,Туғайында көн иткән;Утта янмай, һыуҙа батмай,Һай, батыр ҙа ир икән.Дан йөрәкле, ир намыҫлыУлдар үҫтергән Урал.Шулар менән дошман ҡырҙыШайморатов генерал. (1945 й.)Шағир Ҡадир Даян яу юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән үтә. Башҡорт яугирҙарының батырлығына бағышлап байтаҡ шиғырҙар яҙа. Шуларҙың иң билдәлеһе "Генерал Шайморатов" шиғыры 1945 йылда яҙыла. Ул 1947 йылда Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығында баҫыла. #Фронтовикәҙиптәр #Ағиҙелжурналы #ҠадирДаян

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып, алдан бара,
Шайморатов генерал.

Ағиҙелдең һыуын эскән,
Туғайында көн иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

Дан йөрәкле, ир намыҫлы
Улдар үҫтергән Урал.
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал. (1945 й.)
Шағир Ҡадир Даян яу юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән үтә. Башҡорт яугирҙарының батырлығына бағышлап байтаҡ шиғырҙар яҙа. Шуларҙың иң билдәлеһе "Генерал Шайморатов" шиғыры 1945 йылда яҙыла. Ул 1947 йылда Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығында баҫыла.
Читайте нас: