Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2020, 11:40

Ҡурсаланыу ҡасан бөтөр?

#ВладимирПутин

Сикләүҙәрҙе ашығыс рәүештә ғәмәлдән сығарыу эпидемиологик хәлдең насарайыуына килтереүе мөмкин.
Был турала Рәсәй Президенты коронавирусҡа бәйле сикләү сараларын ғәмәлдән сығарыу тәҡдимдәренә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Владимир Путин билдәләүенсә, әлеге ваҡытта ҡурҡыныс сирҙең таралыу күрһәткесе төбәктәрҙә төрлөсә.

Шуға ла ҡайһы бер субъектарҙа ҡаты профилактик сараларҙы һаҡлау, хатта тағы ла ҡәтғиләштереү талап ителә, ә айырым төбәктәрҙә йомшартыу мәсьәләһен планлаштырға кәрәк. Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте сикләүҙәрҙе өс этапта ғәмәлдән сығарырға тәҡдим итә.

Тәүге этапта асыҡ һауала физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү, артабанғы этапта ғаилә менән урамдарҙа йөрөү, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәләре объекттарын асыу, мәғариф ойошмаларының эшмәкәрлеген башлау, ә инде һуңғы этапта социаль дистация һаҡлау шарттарында халыҡҡа парк һәм скверҙарҙа йөрөргә рөхсәт итеү күҙаллана.
#ВладимирПутин
Читайте нас: