Онотмаһын мине лә Тыуған ил
Яралынан аҡҡан ҡан кеүек,
Таң ҡыҙара офоҡ ситендә.
Һөжүм үтте. Тынлыҡ. Ял итә
Бәрелеш ҡыры туҙан, төтөндә.
Ләкин берәү таңды күрмәне:
Ул йәш егет Урал буйынан.
Ҡосҡан кеүек бала әсәһен,
Ҡалҡыу ерҙе ҡосоп йығылған.
Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан –
Һуңғы бүләк һөйгән еренә,
Айырыла алмай, изге тупраҡты
Үбә кеүек һаман ирендәр.
Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.
Һуңғы һулышҡаса бәхетлеләр -
Улар йәшәр үҙҙәренән һуң да
Мөхәмәтйәров Хәй Ғәбдрәфиҡ улы (1911-1941)
Бик һағындым, әллә шуға күрә
Ел тауышы ла моңло тойола,
Уттар аша үткән сағымда ла
Елдәр булһам әгәр,һәр таң һайын
Һеҙҙең яҡҡа иҫер инем мин.
Гөлдәр булһам,тәҙрә төбөгөҙгә
Сәскә атып үҫер инем мин.
Тар-мар итеп ерҙән һөрөрбөҙ.
Еңеү дан менән ҙур урамда
Оло байрам яһап йөрөрбөҙ. (1943 йыл)
Бәҙрүш Моҡамай (1909-1944)
Болғап ҡалған ҡулъяулығың,
Ташламаҫҡа һүҙҙәр бирҙең,
Болғап ҡалған ҡулъяулығың,
Ай минең менән бара. (1939)
Һуңғы тапҡыр килеп торамдыр.
-Һөжүмгә!-тип сигнал уйналды.
Сәскә менән биҙәп торманыҡ.
Һәйкәл өсөн баш осона тағы
Йондоҙ-фәлән яһап ҡуйманыҡ.
Үҙ окобың - һинең ҡәберең булды.
Һәм һин - һалдат - уны аңларһың;
Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең - үпкәләргә
Бер минутҡа ғына теҙләнеп.
Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек,
Автоматты ҡыҫып, тешләнеп.
Еңеү тигән һәйкәл һалыныр. (1942)
Балҡан түбәләрен ауыша...
Йылмайыуыңды ла һалаһың...
Күңелем күген биләп ҡалаһың.
Сабир Кинйәкәй (1919-1945)
Өҫтәлемдә, ана, повестка бар,
Призывҡа барам иртән мин.
Беләм, комиссия яҡшы табыр,
Йоҡлап булмай, таңды көтәмен.
Мин быйыл йәй заставала булдым,
Яҡын кешем унда командир.
Күҙ алдымда һаман шат боецтар,
Баҡсаларҙай көньяҡ, матур ер.
Миллиондарҙың тыныслығын һаҡлап,
Һәр ҡамышын белеп даръяның
Һаҡта тороусыларға һоҡланыу
Һәм көнләшеү менән ҡараным.
Ҡара йөҙҙәр бөтмәҫ һәм төкәнмәҫ
Сәғәт, минут һайын ынтыла икән
Ҡанлы күҙҙәр көн дә күрәләр,
Тик ҡорос стенаны үтәлмайҙар,
Юлдар ҡыҙыу сиккә терәлә!
Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы (1909-1941)
Төҫлөлөктә һәм бай булыуҙа
Ант итәм мин,уны йөрөгемдең
- Республикам, һиңә берҙән-бер һәм
Был минең һис керһеҙ күкрәгемдән
Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы (1912-1943)
Өҫтөбөҙгә уттар яуғанда ла,
Алған ерҙе ташлап китмәҫкә,
Ун мәртәбә тәнгә яра алып,
Ҡандар аҡҡанда ла сикмәҫкә!
Һәр беребеҙҙең күңеле шулай уйлай,
Шул хис менән ҡайнай ҡаныбыҙ.
Мәңгелеккә ҡалыр даныбыҙ.
Бәҙрүш Моҡамай (1909-1944)
Мә, дуҫ кеше, һиңә микроскоп,
Әгәр теләһәң ҡаным ҡарарға.
Коммунаға ҡаршы кер табалһаң,
Минән рөхсәт йөрәгемде утҡа яғырға.
Ошо йөрәк инде ярһып тибә,
Машиналы колхоз ҡырҙарында
Бергә эшләп, бергә көлөргә.
Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы (1905-1941)