Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2020, 15:32

Мостай яҙҙары

1941 йылдың яҙында пединституттың һуңғы курсында уҡып йөрөгән Мостафа Кәримвтың "Яҙғы тауыштар" исемле шиғри йыйынтығы донъя күрә. Көтөп алынған китапты Мостай Раузаға туй бүләге итеп бирә. Аҙаҡ Мостай Кәрим көндәлектәрендә яҙа. "Рауза менән өйләнешкәндә (1941 йылдың апреле) өҫтөбөҙҙә бер ҡат кейем. Кеше өҫтөндә торабыҙ. Бер пар сынаяғыбыҙ ҙа юҡ. Эсебеҙ тулы бәхет ине".Дауамы сайтта.

1941 йылдың яҙында пединституттың һуңғы курсында уҡып йөрөгән Мостафа Кәримвтың "Яҙғы тауыштар" исемле шиғри йыйынтығы донъя күрә. Көтөп алынған китапты Мостай Раузаға туй бүләге итеп бирә. Аҙаҡ Мостай Кәрим көндәлектәрендә яҙа. "Рауза менән өйләнешкәндә (1941 йылдың апреле) өҫтөбөҙҙә бер ҡат кейем. Кеше өҫтөндә торабыҙ. Бер пар сынаяғыбыҙ ҙа юҡ. Эсебеҙ тулы бәхет ине".
Июнь урталарында шағир ҡулына диплом ала, киләсәккә ҙур пландар ҡороп йөрөй. 1941 йылдың 22 июнендә уҡытыусыһы, яҙыусы Әмир Чанышев менән Келәштән алыҫ булмаған Дим йылғаһына балыҡҡа баралар. Ошонда ишетә лә инде ҡурҡыныс хәбәрҙе шағир. Мостай ҡармаҡтарҙы йылғаға ташлап, Өфөгә ашыға. Унда һөйөклө ҡатыны Рауза көтә бит. Иртәгәһенә таң менән "Башҡортостан" гәзитенә "Үс алырбыҙ" шиғырын алып барып тапшыра - уны яңы һанға ҡуялар. Шул көндө үк Мостай Кәрим бер төркөм яҙыусылар менән военкоматҡа юлллана, әммә повестка көтөргө ҡушып уларҙы кире бороп сығаралар. Ул көндәр бик ауыр һәм оҙаҡ үтә.
Атасак таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн ―
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Галина Ишмөхәмәтова мәҡәләһенән өҙөк.
Читайте нас: