Республикабыҙҙың ҡайһы бер предприятиелары көрсөк шарттарында яңы мөмкинлектәр таба. Яңыраҡ Ҡарлыман ҡуйыртылған һөт заводы сит илдәр менән килешеү төҙөгән.
Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө Азия һәм ғәрәп илдәре баҙарҙарына сығарыласаҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә Ҡарлыман заводы продукция әҙерләү менән шөғөлләнә. Производствоны бер нисә йүнәлеш буйынса киңәйтеү күҙ уңында тотола. Ҡайнатыу цехы һәм ҡалай банкалар етештереү асыла, шулай уҡ 1 200 һыйырға һөт фермаһы ойошторола. Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу сеймал эшкәртеү күләмен тәүлегенә 150 тоннаға тиклем арттырырға, сығарылған продукцияның ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек бирә.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының "Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү" төбәк проектына ярашлы сит илгә тауар оҙатҡан предприятиеларҙың транспорт сығымдарын ҡаплау өсөн субсидия юллауға ғаризалар ҡабул ителә.
Программала 2019 йылдың 1 ноябренән һуң үҙе етештергән продукцияны экспортҡа оҙатҡан предприятиелар ҡатнаша ала.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан