Рәсәй Президенты Владимир Путин алдағы көндәрҙә тағы ла тура эфирҙа халыҡҡа мөрәжәғәт итәсәк. Бөгөн ул коронавирусҡа бәйле сираттағы кәңәшмәһен уҙғара.
Ил башлығының халыҡ алдында сығышы 9 Май байрамында көтөлә. Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, әле ил башлығы һаман да сикләүҙәр режимында эшләй. Йәғни, халыҡҡа ниндәй сикләү-тыйыуҙар, уға ла шундай уҡ.
- Беҙгә, шул иҫәптән Президентҡа ла, артабан да айырым тәртиптә эшләргә тура киләсәк әле. Эпидемиологик хәүеф бар. Ул һәр кемгә лә бер төрлө. Вазифаға ҡарамай. Шуға ла ил башлығы үҙҡурсаланыу режимында Ново-Огаревонан эшләүен дауам итә, - тигән Песков әфәнде.
Һәм Владимир Путиндың һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар бирелеүен дә әйткән.