Был бина үткән йылдың ноябрендә һалына башлаған. Әлеге ваҡытта стеналары тулыһынса күтәрелгән, тәҙрәләре ҡуйылған, түбәһен эшләү тамамлана. "Демография" милли проекты сиктәрендә балалар баҡсаһын төҙөүгә 186 миллион аҡса бүленгән.
Республикабыҙҙа быйыл мәғариф йүнәлешендә 27 объект төҙөү ҡаралған, шуларҙың 20-һе – балалар баҡсалары, 7-әүһе- мәктәп, ә 3-әүһенда икеһе берләштерелгән.