Улар – 1932 йылғылар – әҙәбиәткә берәм-һәрәм түгел, ҙур төркөм булып килде. Ишле ине утыҙ икенселәрҙең сафы. Һанай китһәң, тиҫтәгә тулыр: Рәми Ғарипов, Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Рафаэль Сафин, Шакир Бикҡолов, Йыһат Солтанов, Фәрит Богданов, Рәмил Хәкимов...
Башҡортостандың төрлө райондарында, төрлө тарафтарҙа тыуып-үҫкән тиҫтерҙәрҙе Өфө үҙ вуздарына тартты. Уларҙың байтағы бер ваҡытта тиерлек дәррәү Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инде, ундағы әҙәби түңәрәктәр эшенә сәм һәм йәм өҫтәп ебәрҙе.
Утыҙ икенселәр әҙәбиәт ишеген иртә шаҡыны. Рәми Ғариповтың шиғырҙары 40-сы йылдар аҙағында уҡ матбуғатта йыш күренә башланы. «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы сыҡҡанда уға бары егерме икенсе йәш киткәйне. Рафаэль Сафин «Тормош ҡушыуы», Рәйес Низамов «Һалдат улы» китаптары менән тиндәшенән шулай уҡ әллә ни ҡалышманылар.
Белем туплап, күпмелер тормош мәктәбе үтеп, үҙ тауыштарын тапҡансы, тәүге китаптарын сығарғансы Әнүр Вахитовтың, Ким Әхмәтйәновтың, айырыуса Йыһат Солтановтың ғына йәштәре утыҙҙан уҙа яҙып йә артылып китте буғай. Ҡәләм алырға ашыҡмаған Фәрит Богдановтың юлы үҙенә башҡа.
Утыҙ икенсе йылғыларҙың әҙәби хәрәкәткә әүҙем ҡушылыуҙары, ижад активлыҡтары 60-70-се йылдарға тура килә. Был Мостай Кәрим талантының бөтә ил күләмендә балҡыған, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов, Фәрит Иҫәнғолов романдары тыуған, бөтә жанрҙар ҙур күтәрелеш кисергән осор. Шул уҡ ваҡытта был осор башҡорт әҙәбиәтен Рәми Ғарипов, Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов һәм уларҙың тиңдәштәренең ижадынан тыш тулы итеп күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Улар нәҡ ошо йылдарҙа өлгөрөп етеп, янып-ярһып ижад итте, әҙәбиәтебеҙҙең үҫешен, кимәлен билдәләрлек әҫәрҙәр яҙҙы, әҙәби хәрәкәтте үҙҙәренсә әйҙәп барҙы.
Шуныһы ла мәртәбәле, әгәр 60-70-се йылдарҙа Рәми Ғарипов башҡорт позияһын яңы бейеклектәргә күтәрешкән талантлы шағир булып танылһа, шунса миссияны әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов менән Әнүр Вахитов үтәне. Улар ижады шул заман өсөн юғары баһаға лайыҡ.
Утыҙ икенселәрҙең һәр береһенең үҙ тауышы, үҙ яратҡан жанрҙары, үҙ маһирлыҡтары бар. Уларҙың һәләте төрлө әҙәби төрҙәрҙе киң иңләне, поэзияға, прозаға, драматургияға, әҙәби тәнҡиткә булһын, үҙ өлөштәрен, үҙ биҙәктәрен ҡушты.
Был быуын яҙыусыларының – айырыуса әле һүҙ алып барыласаҡ ике әҙиптең – белем, интеллектуаль кимәлдәре тейешле профессиональ юғарылыҡта ине. Р. Ғарипов, Р. Сафин, Р. Низамов, Әҙәбиәт институтын тамамлап, яҙыусы профессияһының нигеҙҙәрен, серҙәрен теоретик яҡтан да тәрәнерәк үҙләштерҙеләр. Ким Әхмәтйәнов менән Әнүр Вахитов аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған, фәнни тикшеренеү институтында әҙәбиәт ғилеме менән күп йылдар шөғөлләнгән ғалимдар ине. Юҡ, теория менән ҡоралланған белгестәр генә түгел, ысын ижадсылар, әҙиптәр ине улар. Был тиҫтерҙәрҙең ижади, ғилми мираҫын, ижад үҙенсәлектәрен әле бөтөн тәрәнлегендә асаһы һәм ныҡлап өйрәнәһе бар.
Утыҙ икенселәр, беҙ күмәк, бер ҡорбоҙ, тип шаярып йә үҙҙәренсә әҙ генә маһайып алырға яратҡыланылар ҡай саҡ. Улар бер-береһенең һәр яңы әҫәре менән ҡыҙыҡһынып, уҡып, бәхәсләшеп, сәмләшеп ижад иттеләр. Әҙәбиәт ҡаҙанын да улар үҙҙәренсә ҡайнатырға керештеләр, бер аҙҙан олораҡтарҙың үксәһенә баҫып бара башланылар. Йәшлек дәртен һәм сәмен, заман темпын бүтәндәргә лә йоҡторҙо улар. Әҙәбиәттә ғилми ярыш, өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр, бәхәстәр ҡыҙҙы. Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Рәмил Хәкимовтар поэзияның теҙгененә йәбештеләр. Ким Әхмәтйәнов менән Әнүр Вахитов тәнҡит бизмәнен ҡулдарында йыш тоттолар, Рәйес Низамов «Ағиҙел» журналының баш редакторы булып, яҡшы әҫәрҙәрҙе һайлап, тәүләп донъяға сығарыуҙа үҙ һүҙен әйтә һәм башҡара килде.
Бар ине, бар ине ул утыҙ икенселәрҙең әҙәбиәттең түренә үтеп, уны әйҙәп һәм ҡеүәтләп барған саҡтары! Шул саҡтарҙағы шаулы йыйылыштар, ҡайнар бәхәстәр, уңыштарҙан ҡыуаныстар, етешһеҙлектәрҙән көйөнөстәр, уртаҡ шатлыҡтар, берҙәй борсолоуҙар һағындырып-һағындырып ҡуя хәҙер. Ҡайҙа китте икән улар: тураһын әйтеп һөйләшеүҙәр, юғары талаптар, дөйөм эш өсөн яныуҙар, көйөүҙәр!
Шулай янып, илһамланып эшләп йөрөгәндә бер заман утыҙ икенсе йылғыларға әллә ни булды: 1977 йылда Рәми Ғариповтың ҡапыл йөрәге туҡтаны. Уның артынса берәм-берәм Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов, Шакир Бикҡолов, бер аҙ аҙағыраҡ Әнүр Вахитов арабыҙҙан китеп барҙы. Утыҙ икенселәрҙең тығыҙ сафы һирәкләнеп ҡалды. Киткәндәрҙән ҡәләмдәштәрҙең ниндәйҙәре бит!
Белемгә һыуһау, әҙәбиәт уларҙы Өфөгә алып килгәйне, атаҡлы әҙиптәр итеп етештергәйне. Өфө тупрағы, Ағиҙел моронондағы бейек яр башы Рәми Ғариповты үҙ ҡуйынына алды, Әнүр Вахитов Ағиҙел аръяғындағы урман эсендәге зыяратҡа инеп ятты. Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов менән Шакир Бикҡоловты үҙ тыуған ауылдарының тупрағы үҙенә тартып ҡайтарҙы.
Ни саҡлы үкенес – үтә иртә киттеләр шул. Әнүр Вахитов ҡына иллеһен тултырып өлгөргәйне. Бүтәндәре ошо йәшкә лә етә алманы. Рәмигә бары 45 йәш ине. Хәҙерге заман ир кешеһе өсөн яңы олпатлыҡ килер йәш.
Бик аҙ йәшәнеләр, ҡыҫҡа булды ижад ғүмерҙәре лә. Шуныһы әҙерәк йыуаныс бирә: шул ҡыҫҡа ғүмерҙә лә улар йәшнәп йәшәргә өлгөрҙө, әҙәбиәтебеҙ донъяһында үҙ эҙҙәрен һалып исем-ат алып, мәртәбә табыуға иреште.
Кешеләрҙең ҡәҙерҙәре йыш ҡына һуңыраҡ беленә. Был уларҙы иҫән саҡтарында тейешенсә ҡәҙерләмәүҙән түгел, быға һәр саҡ яй һәм форсат та сығып тормауҙан, бигерәген эш өҫтөндәге кешенең башын әйләндереп ташлауҙан һаҡланыуҙан йәиһә такттан килә торғандыр, бәлки. Әҙме ни самаһыҙ маҡталып үҫеүҙән туҡталып ҡалған әҙиптәр.
Утыҙ икенселәр эшкә мөкиббән ижад кешеләре ине.
Шуларҙың бигерәк тә дүртәүһен яҡындан бик яҡшы беләм. Ким Әхмәтйәнов һәм Әнүр Вахитов менән беҙ бер урында – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бер секторҙа егерме йылға яҡын бергә эшләнек. Уртаҡ темалар, уртаҡ әҙәби мәсьәләләр менән шөғөлләндек. Фәндә бергәләп эҙләндек, яңылыҡтар астыҡ, бәхәсләштек, тәнҡит һүҙҙәре әйтештек. Әммә үпкәләшеүҙәр, хәтер ҡалдырыуҙар булманы буғай. Күп хеҙмәттәребеҙ, китаптарыбыҙ бер-беребеҙҙең күҙ алдында яҙылды, бергәләп тикшерелде, донъяға сығыуға булышлыҡ ителде.
Рәми Ғарипов менән Рәйес Низамовты иһә күпкә элегерәк, мәктәп йылдарынан уҡ белә инем. Белеү генә түгел, уларҙың әҙәбиәттәге тәүге аҙымдарында дәртләндерер һүҙ ярҙамым да тейгәндер, тим. Аҙаҡ та улар ижадын даими күҙәтә һәм кәрәк мәлендә һүҙ әйтә барҙым. Улар менән әҙәбиәт хаҡында янып, ярһып һөйләшкәндәрҙе, бәхәстәрҙе оноторлоҡ түгел.
Ким Әхмәтйәнов һәм Әнүр Вахитов менән эшләүҙәре күңелле һәм еңел ине. Күңелле – сектор ултырыштарында фекер алышыуҙар, былай әңгәмәләр, ысын ижади төҫ алып, рухи кинәнес бирер ине. Еңел – уларға ауыр эштәр йөкмәтелһә лә, күңел тыныс, ваҡытында тейешле кимәлдә башҡарып сығырҙарына һис бер шик юҡ.
Был дүрт кесе ҡәләмдәштәремде яҡшы беләм тиһәм дә, улар үтә шаран- яран да кешеләр түгел ине. Яйлап яңы яҡтарын, үҙҙәренсә холоҡ-ҡылыҡтарын аса барған һайын аптырап ғәжәпһенеп ҡуйған саҡтар ҙа булманы түгел. Кимдең ыҡтыматлығы һәм тырышлығы, Рәмиҙең күп уҡыуы һәм төплө белеүе, Әнүрҙең өйөм-өйөм ҡулъяҙмаларҙы иренмәй уҡып, ҡәләмдәштәренә эскерһеҙ ярҙамы мине гел һоҡландырҙы һәм уларға ихтирам тойғоһон уятты. Белемле, тырыш, эшсән һәм үтә уңған да ине улар. Шул уҡ ваҡытта асылып бөтмәҫ сәйер, бер серлерәк, Әнүр йомоғораҡ, Рәми тәүәккәлерәк, ҡәтғиерәк. Рәйес балаларса үпкәселерәк кешеләр булып та ҡалды минең күңелдә.
Уларҙың үҙҙәре кеүек, ижадтары ла – тояһығыҙмы икән, – бик ғәҙәти ҙә түгел бит. Рәми Ғарипов поэзияһының эске егәрен, мәғәнә тослоғон асаһылар алда әле. Ким Әхмәтйәновтың төплө теоретик ҡараштары, үҙенә генә хас уй-фекер һөрөлөшө, тел-стиль үҙенсәлектәре ныҡлы өйрәнеүҙе көтә. Әнүр Вахитовтың прозабыҙҙы тикшереүҙәге эпик ҡоласлылығы, зирәк күҙәтеүҙәре иғтибарға лайыҡ. Рәйес Низамов прозаһының тормош менән айырылғыһыҙ берлеген, реаль ерлеген, прототиптарын, публицистик аһәңен асыу үҙе бер бурыс.
Ошо ҡәләмдәштәремдең әлегә икеһенең шәхесенә һәм ижади портретына, айырым ҡараштарым һәм хәтирәләрем менән башлап бүлешеп ҡарарға ине ниәтем.
Һәр кемдең аңында һәм күңелендә туғандарының, дуҫтарының, яҡшы белгән кешеләренең үҙенсә һыны һәр саҡ һаҡланыусан. Мәҫәлән, минең үҙем өсөн Әнүр Вахитовтың зиһенемдә үҙ портреты бар, рухи һыны күңелдә йәшәй.
Әнүр Вахитовтың ҡустыһы рәссам Рәшит Зәйнетдинов төшөргән буяулы һүрәтен ҡат-ҡат ҡарағаным бар. Әнүрҙең эш бүлмәһендә буталлы ҙур рамда элеүле тора ул. Унда Әнүр уйсан ҡарашлы, етди сырайлы. Ул һине лә, донъяны ла һаман һынап ҡарай кеүек. Йөҙөндә ниндәйҙер һағыш та, үкенес төҫмөрҙәре лә бар һымаҡ. Миндәге портретҡа ул күпмелер тура килә лә, килмәй ҙә.
Кемде-кемде, мин Әнүрҙе яҡшы белергә тейеш. Егерме йылдан артыҡ бергә эшлә лә, әҙәбиәт ҡаҙанында утыҙ йыллап бергә ҡайна ла, нисек белмәҫһең.
Күргән-белгәндән бирле Әнүр Вахитов шул һәлмәк тәбиғәтле, сабыр холоҡло кеше. Аҙ һөйләр, күп һынар. Әйтһә, һүҙен тос һәм мәғәнәле итеп әйтер. Уны, тыйнаҡ кешене, сығырынан сығарыр хәлгә тарытһалар, кемдең кем булыуына ҡарамай, тураһын ярып һалыр. Уның һынсыл ҡарашы, үлсәп әйтеүе әңгәмәләшенең кем икәнен дә тиҙ шәйләп алыр: фекерҙәш алсаҡ, ихлас кеше икән, ул үҙе ихласлап һөйләшә башлар, өҫтән-мөҫтән йөҙгән һәм юҡты-барҙы лығырлар бер әҙәм икән, уның менән әңгәмәне тиҙ өҙөр, сүбәк сәйнәп ваҡыт уҙҙырмаҫ.
Әнүр Вахитов йәштәр менән аралашырға, йәш яҙыусылар менән осрашырға бик әүәҫ ине. Һис бер тотҡарлыҡһыҙ тәүге яҙмаларын ентекләп уҡыр, конкрет фекерҙәрен әйтер, кәңәштәрен бирер, баҫтырып сығарыу дәрәжәһенә еткерергә ярҙам итешер ине. Ә Яҙыусылар союзы янындағы проза секцияһы эше тип, ул ғүмере буйы сапты, тау-тау ҡулъяҙмалар уҡыны, оло һәм кесе ҡәләмдәштәренә ярҙам ҡулын һуҙҙы.
Ҡарамаҡҡа үтә тыныс һәм һәлмәк күренгән Әнүр Вахитов ғәмәлдә бик тынғыһыҙ һәм өлгөр кеше булды. Институтта өҫтәл артына бер ултырып алһа, бүлмәләштәренә һис күтәрелеп ҡарамай, ингән-сыҡҡан кешеләргә лә әллә ни иғтибар итмәй, баш баҫып эшкә сумыр ине. Шулай сәғәттәр буйына урынынан ҡупмай, яҙышып ултыра.
Өйөндә лә шулай. Эшкә күмелһә, уны телефондан шылтыратып та алырмын тимә. Трубканы күтәрмәй ҙә ҡуя. Бик кәрәк булһа ла, ярай, Әнүрҙең яҙышҡан сағылыр, тип бүлдермәҫ, бимазаламаҫ булаһың. Оҙаҡламай үҙе йә яңы яҙып бөткән бер мәҡәлә, йә монографияның бер бүлеген күтәреп килер, эш, йомош ҡушһаң, уны йәһәт һәм еренә еткереп башҡарыр.
Өҫтәүенә, Яҙыусылар союзында һыу буйы оҙонлоғо романдарҙың, күпкәк повестарҙың ҡулъяҙмаларын уҡыу ҙа гелән уның өҫтөнә төшә. Ул шул ҡалын-ҡалын ҡулъяҙмалар өйөмөнә көн буйы текемләп күҙ нурын түгә. Авторға әйтер һүҙен, тәнҡит ҡараштарын ҡуйын дәфтәренә теркәштереп бара. (Архивын аҡтарғанда диҡҡәт иттем: ундай ҡуйын дәфтәрҙәре үҙҙәре әллә нисә тиҫтә). Әйткән фекере уның ғәҙел, объектив булыр, хәстәрлек менән һуғарылыр. Башҡортостан Яҙыусылар союзында ун йылдан артыҡ проза секцияһы менән етәкселек итеү осоронда уның ҡулы һәм күҙе аша үткән ҡулъяҙмаларҙың иҫәбе-һанына сығып булмаҫ. Бөгөнгө быуын ҡайһы ғына прозаигыбыҙ Әнүр Вахитовтан үҙ әҫәрен донъяға сығарыуҙа фатиха һәм иптәштәрсә ярҙам алманы икән?
Шуныһы ҡыҙыҡ, төпләнеп эшләп алған күпмелер көндәрҙән һуң Әнүр, ирегеп киткәндәй, таныш һуҡмаҡтарын бер итеп йөрөп сыға: Матбуғат йортоноң һәр бер ҡатында тиерлек була, нәшриәткә һуғыла, Яҙыусылар союзына инә, университет кафедраларына күтәрелә. Шулай күҙгә-башҡа күренеп, күрәһе кешеләрен күреп, йомошлайһы йомоштарын йомошлап бөтә лә йөрөмтәл Әнүребеҙ йәнә юғала, ҡапыл шымтайып яңынан өҫтәл артына һыйына.
Тәү ҡарауға Әнүр Вахитов төрлө эштәрен дә йәһәт һәм еңел башҡара кеүек. Бер-ике көн ултырһа, бер яҙыусы хаҡында түңәрәк кенә ижади портрет яҙып ташлай, газеталарҙа ай һайын әллә нисә мәҡәлә, рецензия баҫтырырға етешә. Үҙе көн дә институтта ғилми эш менән мәшғүл. Әллә ни араларҙа «Ағиҙел» журналы өсөн хәҙерге проза хаҡында ҙур мәҡәлә әҙерләй. Теге йәки был яҙыусының китабына яҙған баш һүҙҙәре аллы-артлы сыға тора. Ижади йыйылыштарҙа докладтар һөйләй, секция ултырышында ҡулъяҙмалар уҡып тикшерелә. Йәйгеһен экспедицияларҙа, командировкаларҙа йөрөй. Ни арала уҡып, ни арала яҙып өлгөрә тиһең? Ҡасан ваҡыт табып бөтә? Бүтәндәр йыл эшләгәнде – ай, ай эшләгәнде көн эшләй, тиерһең. Әллә ни көс, ваҡыт сарыф итмәй, еңелсәрәк яҙалыр тиер инең, мәҡәләләре һәр береһе тигеләй төплө, фактик материалға, фекергә тос, зирәк күҙәтеүҙәре күп. Шуның ҡушына үҙе әҙәби әҫәрҙәр ижад итергә лә форсатын таба. Бәлки, ижад серҙәрен үҙе татып, тәрән белеп эш иткән әҙип ҡәләмдәштәренең ижад үҙенсәлектәрен еңел тотоп алалыр ҙа анһат ҡына йомғаҡ яһап ҡуялыр? Ай-һай, ысын ижадсы өсөн һис нәмә лә еңел бирелмәйҙер ул!
Шулайыраҡ та фараз ҡыла инем: Әнүр Вахитов, материал туплап, уның хаҡында оҙаҡ уйланып йөрөй-йөрөй ҙә, ҡапыл ғына ултырып, тиҙ арала яҙа ла ҡуялыр, тип. Минең үҙем менән күберәк шулай булғылай. Ә бына Әнүр Вахитовтың яҙған хеҙмәттәре – проза хаҡындағы китаптары, яҙыусыларҙың ижади портреттары, әҙәби барыш тураһындағы мәҡәләләре, хатта рецензиялары артында күпме төпсөнөп эҙләнеү, уйланыу, күҙәтеү, төплө тикшеренеү ятҡанын, уның алтмышлап ҡуйын дәфтәре менән танышып сыҡҡас, эштең икенсерәк икәнлегенә икенсе төрлөрәк төшөндөм. Шулар буйынса ғына ла күпме ҡара эш, ҡанса ҡараламалар ятҡаны асыҡлана: пландар, әҙерләмәләр, цитаталар, киҫәк фекерҙәр, варианттар, яҙмалар, һыҙмалар...
Егерме йылдан артыҡ өҙлөкһөҙ алып барған был ярым көндәлек рәүешендәге ҡуйын дәфтәрҙәре буйынса Әнүр Вахитовтың ғалим һәм әҙип булараҡ үҫеш эволюцияһын, ижад донъяһын, теге йәки был ҙур хеҙмәтенең, китабының нисек яҙылыу тарихын күҙәтергә мөмкин. Эрнест Хемингуэй әйткән ижад айсбергының күрер күҙгә күренмәгән аҫҡы ҡалын ҡатламдары шуларҙа йәшеренеп ята ла инде.
Беҙ әлегә Әнүр Вахитов ижадының күренеп торған өлөшө – баҫылып сыҡҡан китаптарын берлектә байҡарға һәм тулыраҡ баһаларға ла өлгөрмәгәнбеҙ әле.
Әҙәби эшмәкәрлеген Вахитов шиғырҙан башланы ла, проза менән ҡушарлап, ғилми эшкә бәйләп осланы. 50-се йылдар аҙағында, 60-сы йылдарҙа ул «Ленинсы» газетаһында, «Йәш көстәр» альманахында байтаҡ ҡына шиғырҙар баҫтырҙы, шунан хикәйәттәре күберәк күҙгә салына башланы.
Фольклорҙы яҡшы белгән һәм уның өлгөләрен яҙып алыуҙа үҙенсә бер хеҙмәт күрһәтергә лә өлгөргән йәш әҙип прозаһы легенда, риүәйәттәр рухы менән һуғарылған романтик тәбиғәтле хикәйәттәрҙән ғибәрәт ине башта. Халыҡ аҡылын, хикмәтле һүҙ ҡеүәһен үҙенә йыйған сәсән телле Әхмәҙулла бабай ауыҙынан һөйләтелгән хикәйәттәрен Әнүр «Салауат күпере» (1963) китабына туплап бирҙе. Был йүнәлешен артабан «Шәжәрә» (1969) китабында уңышлы дауам итте. Автор быныһында инде күберәк айырым төбәктәргә бағлы легенда мотивтарын башҡорт халҡының быуаттар һуҙымындағы оло тарихы, уның героик, трагик ваҡиғалары менән тығыҙ бәйләп, артабан үҫтереп, тәрәнәйтеп, быуындар сылбыры, халыҡтың күсәгилешле рухи шәжәрәһе рәүешендә йәйеберәк һынландырҙы.
Әммә хикәйәт һәм хикәйәләрендә лә Әнүр Вахитов шағир булып ҡалды. Легендалар, риүәйәттәр менән биҙәлгән, шиғри юлдар менән йыш аралашҡан, матур-матур лирик, романтик тасуирҙарға көйләнгән уның сәсмә әҫәрҙәре үҙенсә бер шиғриәтле. «Салауат күпере», «Ташбилғау», «Юл өҫтө», «Шәрип урманы» ише хикәйәттәре, легендалы башҡорт йырҙары кеүек, теҙмә һәм сәсмә тасуирҙарҙан, поэтик структуранан ғибәрәт.
Алтмышынсы йылдар башында Әнүр Вахитов «Аманат» тигән хикәйәттәр шәлкеме өҫтөндә эшләй. Көндәлек яҙмаларынан күренеүенсә, хикәйәттәре башлыса тарихи һәм этнографик йөкмәткеле булмаҡсы. Әҫәрҙәренең теле, стиле, композицияһы, эске моңо хаҡында күп уйлана автор. Уй-фекерҙәрен көндәлектәренә теркәй. Хикәйәттәре яйлап халыҡтың рухи шәжәрәһе мотивы тирәһенә ойоша башлай. Шуға бәйле уның исеме лә үҙгәрә. 1966 йылғы көндәлектәренән күренеүенсә, хәҙер «Шәжәрә» исемен алған хикәйәттәре бик киң уйланылғанға оҡшай. Шул төркөмгә ул 84 хикәйәт исемен беркетә. Ә 1969 йыл сыҡҡан «Шәжәрә» китабына бары 21 хикәйәт инә. Тәүге план ҙур һәм ҡыҙыҡлы. Исемдәренән аңлашылыуынса, тарихи хикәйәттәр байтаҡ: «Каруанһарай», «Ҡуңыр буға юлы», «Ерәнсә сәсән», «Бәндәбикә», «Тарихсылар», «Сит кантонға көй», «Ер һатыу», «Алтын билғау», «Ағиҙел», «Бөйөк йырсы», «Ҡалҡан ауылы» һ.б. шундайҙар.
Әнүр Вахитов был тәңгәлдә киң уйлаған планын аҙағынаса алып барып сығара алмаһа ла, «Салауат күпере», «Шәжәрә» китаптарына ингән хикәйәттәре менән үҙ ижадының үҙенсәлекле йөҙөн табырлыҡ, башҡорт әҙәбиәтендә лирик проза күренешенә төҫ һәм тон бирерлек һыҙаттар өҫтәүгә иреште.
Оҙаҡламай хикәйәттәрҙән хикәйәләргә күсте Вахитов. Бер жанрҙан икенсеһенә күсеүҙең үҙ ауырлыҡтары һәм хәсиәттәре бар. Әле романтик стилдән реалистик стилгә килеү тәүшарт ине. Хикәйә реалистик тасуирҙы, психологизмды күберәк талап итә. «Миңә көнкүреш кәрәк. Хикәйәттән һуң быны эшләү бик ауыр»,– тип яҙып ҡуя Ә. Вахитов 1969 йылдың 30 ғинуарында. Шунда уҡ «Көнкүреш һәм психологик анализды көсәйтергә», – тип тә өҫтәй. Был – авторҙың яңы хикәйәләр яҙған «Каруанһарай» тигән ҙур әҫәренә материалдар йыйған, айырым фрагменттар теркәштергән саҡтары.
Ҡуйын дәфтәрҙәренә ҡараған саҡта Әнүр Вахитовтың һәр бер хикәйәһен оҙаҡ күҙәтеүҙәр нигеҙендә ныҡ уйлап, берәмтекләп материал туплап, әҫәренең үҙәк мәсьәләһен, тоҙон табып, үҙе татып, талымлап яҙғанлығы күренә. Хикәйәгә конкрет бер теманы, бер характерҙы ғына ҡуйып, ыҡсым һәм тығыҙ итеп яҙырға тырыша. Сюжетты ойоштороуға айырыуса диҡҡәтле. Сюжет уның өсөн – ваҡиғалар системаһы, сәбәп-ваҡыт бәйләнештәре, характер асылыр ептәр, концепция үҙәге.
Ошо йәһәттән «Һынау яҙы» хикәйәһенең нисек яҙылыу процесы ҡыҙыҡлы. Автор был әҫәренең темаһы, ҡуйылған мәсьәләһе, геройы хаҡында күп уйланған. Уйҙарын, күҙәтеүҙәрен башта ҡуйын дәфтәренә төшөрә барған. Хикәйә планын, сюжет ебен бер нисә вариантта төҙөп ҡараған.
Хикәйә башта «Таш ҡабырға» исеме менән йөрөй. Икенсе, аҙаҡҡы вариантта ғына «Һынау яҙы»на әйләнә. Был «Һынау яҙы» хикәйәһендә ерҙән юғары уңыш алыу мәсьәләһе, шуның өсөн көн-төн янып йәшәгән тынғыһыҙ агроном образы, эҙләнеүсән характер авторҙы, ошо әҫәре яҙылып бөткәс тә, баҫтыра һалып бармай. Автор уға аҙаҡ тағы кире ҡайта, ҙурыраҡ әҫәр – повесть яҙыу хаҡында хыяллана. Был сюжетҡа «Беҙ тыуған ер» («Таш ҡабырға») тигән пьеса яҙып ҡарай. (Уның тәүге варианты ҡуйын дәфтәрендә генә тороп ҡалған).
«Тәү тойғо» тигән хикәйәһе өҫтөндә лә оҙаҡ эшләгән Әнүр Вахитов. Ҡуйын дәфтәрҙәрендә уның әллә ни саҡлы ҡараламалары бар. Ҡат-ҡат эшләп, тәрән уйланып, тыуған ергә, тыуған төйәккә ҡарата тәү тойғоно автор тойғоландырырлыҡ, күңелдә ҡалырлыҡ итеп тасуирлап бирә алған.
Йәнә шуныһы характерлы, Әнүр Вахитов хикәйәттәре өсөн күбеһенә үҙәк Әхмәҙулла бабай образы булған кеүек, хикәйәнән хикәйәгә күскән совхоз директоры Моратов кеүек уртаҡ образ барлыҡҡа килә, хикәйәләр үҙҙәре цикл хасил итә. Был – Әнүр Вахитов прозаһына хас бер алым.
Унан Әнүр Вахитов хикәйәләре хыял емешенән торған әҫәрҙәр генә түгел. Уларҙың һәр береһенең тиерлек реаль ерлеге, геройҙарының прототиптары бар. Авторҙың үҙ тәү тойғоһо ла тыуған яҡтарына бәйле. Шуға күрә хикәйәләренең тормош материалы тотошлай тиерлек үҙ тыуған яҡтарынан, үҙе күҙәткән, белгән-күргән хәл-ваҡиғаларҙан. Хикәйәләрҙең фоны, төйәге лә – Еҙем, Мәндем буйҙары, Мағаш, Уҡлығая, Ҡарауылтау тирәләре. Атаҡлы Сейәлетүбә «Сейәлетүбә» китабының йөкмәткеһен, композицияһын, структураһын билдәләгән үҙәккә әйләнә.
Хикәйәләрендә авторҙы хәл-ваҡиғалар, кешеләр үҙ алдына түгел, шулар артында ятҡан тәрән мәғәнәләр, эшмәкәрлектең, йәшәйештең айышы ҡыҙыҡһындыра, шуларҙы художестволы асыу, анализлау төп маҡсат булып тора. «Ваҡиғаларҙы, предметты танып белеү, асылына төшөнөү, уларҙың төп айырымлыҡтарын табыу – сюжет өсөн кәрәкле шарт,– тигән һөҙөмтәгә килә Әнүр Вахитов үҙе. – Сюжет – авторҙың ваҡиғаларҙың артында ятҡан перспективаны һәм масштабты, ваҡиғаларҙың (факттарҙың) эске ағымын асыу ул».
Ана шул эске ағым Әнүр Вахитов хикәйәләренең иң матур өлгөләренең аҫыл сифатын билдәләй. Шундайҙарҙан, мәҫәлән, «Быуын-быуын донъя» хикәйәһе ғүмерҙең, йәшәүҙең мәғәнәһен философик тәрәнлек һәм тормошсан тәбиғилек менән һүрәтләп бирә алыуы йәһәтенән отошло. «Ир ҡанаты» тигән хикәйә Ә. Вахитов әҫәрҙәренең иң һәйбәте. Ир ҡанаты булыр атҡа, беҙҙең халыҡтың атҡа әҙәмдәрсә мөнәсәбәтенә ысын мәғәнәһендә сәсмә мәҙех һүҙе ул. Ат йәнле Мөхәмәтулла ҡарт образы авторҙың художниктарса уңышы дәрәжәһендә. «Атты мин менгегә ярағаны, еккегә барғаны, йәғни кешегә хеҙмәт иткәне, эшкә ярағаны өсөн генә, кешенең ярҙамсыһы итеп кенә түгел, ә беҙҙең ата- бабаларҙың тормошо, көнкүреше, йәшәү рәүеше итеп тә ҡараным. Ат беҙҙең башҡорттоң таянысы ғына түгел, ә ҡанаты ла булған», – тип тормош тәжрибәһенән сығып, тәрән фекер йөрөтә ат ҡараусы Мөхәмәтулла. Был геройҙың уйланыуҙары, тәжрибә нигеҙендә тыуған ҡараштары тормошсан хикмәтле һәм фәһемле лә.
«Быуын-быуын донъя бит. Боронғолар тарихын һин минән яҡшыраҡ беләһең. Әммә, минең ҡара аҡылым әйткәнсә, уны белеү генә етмәй, ә аңларға ла, шулай уҡ аңлата белергә лә кәрәк, – ти ул үҙенең йәш әңгәмәләшенә. – Һин боронғоно китап аша беләһең, ә мин әҙерәк күреп тә беләм. Мин уны шуға күрә тойоп та беләм. Ә тойоу бик ҙур нәмә ул: сөнки тойоу йыр аша ла, моң аша ла, боронғо хикәйәттәр аша ла, ат аша ла, тормоштоң бөтөн ағышы аша килә». Бындай әңгәмәләр – хеҙмәт кешеһенең аҡылын, тормош философияһын тәрән һәм тәбиғи итеп асып биреүҙең өлгөләре ул.
Иң яҡшы хикәйәләрендәге ана шундай аҡыллы эске ағым уларҙың эске моңон һәм үҙенсә тонын да тыуҙырыша. «Уҙған ғүмер — аҡҡан һыу», «Үкенестәрҙән тора ғүмер», йәнә әлеге «Ир ҡанаты» хикәйәләренең эске моңо, әҫәрҙе серле музыкаллек менән һуғарып, бөтөн күңелде, бөтөн барлығыңды биләп ала, һине һағышланырға, арбалырға мәжбүр итә. Бигерәк тә «Уҙған ғүмер — аҡҡан һыу» хикәйәһенең бар йөкмәткеһе генә түгел, һәр бер күҙәнәге, һүҙе, стиле, гүйә, көй-моңдан туҡылған, улар үҙҙәренән-үҙҙәре зыңлап, йырлап торған төҫлө. «Шундай моң, шундай һағыштарҙан ғына торған әҫәр яҙаһы ине», – ти 1966 йылғы көндәлегендә Әнүр. Ана шул уй-теләктәре үрҙәге хикәйәләрендә ғәмәлгә ашып, моң-һағыш булып ташып сыҡҡан да, күрәһең.
60-70-се йылдарҙа Әнүр Вахитов һәр йәй һайын тиерлек тыуған яҡтарына йәййөрөмгә ҡайта. Ҡай саҡ командировка менән дә, былай ғына ла. Ураҡ өҫтө осорон гел баҫыуҙарҙа үткәрә. Иртә-кисен колхоз идараһы тирәһендә ҡайнаша. Иген баҫыуы алдынғылары тураһында очерктар, һүрәтләмәләр яҙа. Шунан хикәйәләр ҙә ярала. Иң мөһиме, хәҙерге колхоз ауылы тураһында ҙурыраҡ әҫәр яҙыр өсөн материалдар йыя, эш өҫтөндә кешеләрҙе, тормош ағышын күҙәтә, ауыл хужалығының көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында уйлана. Етәкселәрҙең, белгестәрҙең фекерҙәрен белешергә тырыша. Шулай ҡуйын дәфтәрҙәре күҙәтеүҙәре, үҙ ҡараштары, уйланыуҙары менән тула. Былай материал ағылып ҡына тормаһа ла, яйлап тама. Тамсыларҙан күл йыйылырға тора.
Шулай йәййөрөмдәрҙә йыйылған дәфтәр-дәфтәр яҙмаларҙан Әнүр Вахитовтың яйлап повестары шытып сыға.
Әнүр Вахитовтың тыуған яғында, Мағаш аръяғында, шишмәләр бик күп. Сейәлетүбә итәгенән, тауҙар ҡуйынынан тәрәндән атылып сыҡҡан әллә күпме шишмә, саф һыуҙары менән таштан ташҡа сылтырап ағып, Мәндем йылғаһына барып төшә, Мәндем үҙе Еҙемгә ҡоя, Еҙем Ағиҙелгә килеп ҡушыла. Шулай инештәрҙән шишмәләр, шишмәләрҙән йылға яралып, йылғаларҙан иҙел, иҙелдәрҙән даръялар барлыҡҡа килә.
«Ағиҙелгә ҡоя шишмәләр» тип атала Әнүр Вахитовтың бер повесы. Хәҙерге колхоз тормошона арналған был повестың төп мәғәнә айышы шуға ҡайта: шишмәләр, ҙур йылғаларға ҡойоп, уны мул һыулы, йылғаны йылға итешкән шикелле, кешеләр ҙә, үҙ көстәрен бергә ҡушып, ил ҡеүәтен арттыралар. «Мин шулай уйлайым, – ти совхоз директоры Моратов,– кешене шишмә менән сағыштырырға мөмкин: үҙең беләһең, шишмәнең ҙуры ла, саҡ ҡына сөбөрләп сығып ятҡаны ла була, ҡайһы саҡта шишмә юлын таҙартһаң, ул шәберәк урғылып сыға, ҙур йылғаға күберәк һыу алып барып ҡоя. Шуның кеүек, кешеләр ҙә, кинәйә менән әйткәндә, беҙ барыбыҙ ҙа – шишмәләр. Ә Башҡортостандағы бөтөн шишмәләр ҙә тиерлек Ағиҙелгә ҡоя».
Ил байлығын арттырыу, тәбиғәт йәмен һәм хазиналарын һаҡлау, тәбиғәтте һәм кеше күңелдәре ҡорғаҡһыуға юл ҡуймау кеүек социаль-экономик, мораль-этик проблемалар менән тығыҙ бәйләнешле «Өйәңкеләр» менән «Сейәлетүбә» тигән повестары ла.
Шуныһы ла хас, шишмәләрҙән ҡеүәтләнгән йылғалар шикелле, Әнүр Вахитовтың повестары хикәйәләренән көс-ҡеүәт ала. Хикәйәләренә хас проблемалар, темалар, геройҙар повестарына күсә. Хатта повестары ла циклизация тенденцияһын тота.
Өс повесть – «Ағиҙелгә ҡоя шишмәләр», «Өйәңкеләр», «Сейәлетүбә» – бер ҙур әҫәрҙең бүлектәрен хәтерләтә. Уларҙағы хәл-ваҡиғалар бер үк төбәктә бара, бер үк геройҙар хәрәкәт итә, бер үк мәсьәләләр яҡтыртыла.
Был повестарҙа автобиографизм көслө. Асылда автор үҙе теге йәки был герой йә үҙ исеменән хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләй, шул геройҙың береһенә үҙенең уй-тойғоларын, характер һыҙаттарын һала. Әнүәр Заһитов ана шундай образ.
Китапты, ғәҙәттә, яҙыусының күңел көҙгөһә тиҙәр. «Китап беренсе сиратта яҙыусының үҙ образын, үҙ донъяһын, үҙ матурлығын һынландыра»,– тип хаҡлы әйтә был хаҡта Әнүр Вахитов ҡуйын дәфтәрендә. Уның үҙенең әҙәби китаптарында – хикәйәттәрендә, хикәйәләрендә һәм повестарында шул автор образын, уның рухи донъяһын, күңел матурлығын айырым-асыҡ тоябыҙ, фәһем алыр, һоҡланыр һәйбәт сифаттар табабыҙ.
Ҡуйын дәфтәрҙәре буйынса, Әнүр Вахитовтың «Кешелеклелек» тигән новеллалар йыйынтығы яҙырға йыйынғаны күренә. Ун новелланан торор был китабын (уларҙың исемдәре һәм айырым яҙмалары бар) «Революция һәм граждандар һуғышы эпопеяһынан бер бит» итмәксе.
Икенсе ҙур уйы – дүрт новелланан торған повесть яҙыу. «Балалыҡ», «Егет саҡ», «Гражданин», «Халҡыма» тип аталасаҡ һәр новелла. Тимәк, был автобиографик повесть шәхестең нисек формалашыуын сағылдырырға тейеш.
Шуныһы асыҡ, донъя күргән хикәйәттәрендә, хикәйәләрендә һәм повестарында, яҙыла башлаған әҫәрҙәрендә Әнүр Вахитов хикәйәләүсе үҙ һәләтенсә ҡала. Ул күңелендә һаҡлаған яҡты, яғымлы яҡтарҙы, аҡыллы, фәһемле уй-тойғоларын кешеләргә тиҙерәк һөйләп ҡалырға тырыша, әҙәбиәттең әхләҡи тәрбиәүи ҡеүәһе хаҡында уйлана.
«Аҡыллы, кешелекле, яғымлы, ҡаты, уҫал, шифалы китаптар була»,– ти ул. Ә уның үҙенең әҙәби китаптарын, бигерәк тә «Яҡты күңел» йыйынтығын, аҡыллы китаптар тип баһалап булыр ине. Уларҙа кешелеклелек тә, яғымлылыҡ та етерлек.
Аҡыллыраҡ бер роман да яҙып ҡарау ине Әнүр Вахитовтың бер хыялы. «Роман яҙғы килә. Күптән уйланып йөрөйөм. Байтаҡ материал йыйылған. Тик ныҡлап тотонорға ваҡыт юҡ»,– тип уйындағын үкенес менән әйтеп ҡуйғылай торғайны ул. «Хәҙерге заман, беҙҙең көндәр тураһында», – тиер ҙә, ижад серҙәрен артыҡ асырға теләмәгәндәй, туҡталып ҡалыр ине. Фән, роман хаҡындағы хеҙмәт романдың үҙен яҙырға форсат бирмәне буғай.
Әнүр Вахитовтың ҡуйын дәфтәрҙәрен ҡарайым. Унда күпме яҙмалар һибелеп ята, ғәмәлгә ашҡан һәм ашмай ҡалған пландар, хыялдар теркәлгән. Уйындағы романы ла күпмелер сағылыш алған.
1969 йылдың 1 октябре менән асылған көндәлек дәфтәре башына «Каруанһарай» тип яҙып ҡуйылған да шуның 20 бүлегенең исемдәр теҙмәһе килтерелгән. Был–романдың исеме һәм тәүге есеме. Геройҙар исемлеге лә бар. Егермеләп герой. Төрлө йәштәге профессия кешеләре. Күпселеге йәштәр, студенттар. Дипломлы белгестәр: врачтар, агрономдар, зоотехниктар, инженерҙар, уҡытыусылар. Ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә ҡалала һәм ауылда бара. Вуз, университет тамамлаған студенттар, белгестәр булып, ауылдарға эшкә китә. Үҙәктә вуз һәм ауыл интеллигенцияһы тормошо. Вузда уҡытыу-тәрбиә эштәре, хыялдар, бәхәстәр, эштәге тәүге аҙымдар, ауыл культураһын күтәреү, юғары уңыш өсөн көрәш, етәкселек, үҙ-ара мөнәсәбәттәр...
Романдың, әлбиттә, төп проблематикаһы, бөтә мәсьәләләрҙе үҙ тирәһенә йыйған бер үҙәк булырға тейеш. «Роман өсөн һын табырға. Каруанһарай – был әле уның абстрактлашыу, дөйөмлөк биреү мөмкинлеге генә. Конкрет нәмә кәрәк,– тип яҙып ҡуя автор был әҫәре хаҡында, ошо үҙәк мәсьәлә тураһында уйланып. – М. Горькийҙың «Дело Артамоновых» романында шундай һын «дело» икән, тип сағыштыра ул, «Каруанһарай»ҙа ла үҙенсә һын булыуы шарт. Бәлки, ул Каруанһарай үҙе булыр. Исем бөтә романдың йөкмәткеһен асыр, бөтә ептәрҙе бер төйөнгә йыйыр үҙәккә әйләнер. «Романдың геройҙарын «һын»ға («дело»ға) мөнәсәбәт берләштерә, – тип фекер йөрөтә автор. – Роман – система ул. Системаны сюжет тиергә лә була. Ошо система, бөтөнлөк барлыҡҡа килһен өсөн мотивтар берлеге – мөнәсәбәттәрҙең берҙәм йүнәлеше кәрәк. Ошо мөнәсәбәттәр йүнәлеше конфликт нигеҙен тыуҙыра».
Был киң уйланған романын ижад итергә насип булмаһа ла, уның ҡарауы, Әнүр Вахитов башҡорт романының ғилми биографияһын яҙҙы. Әҙәбиәтебеҙҙә, шөкөр, хәҙер романдар күп, әммә уның яҙылған биографияһы әле берәү генә. Берҙән-бер авторы – Әнүр Вахитов. Уға Әнүр егерме йылдан артығыраҡ ғүмерен бағышланы. Башҡорт романы ул йылдар эсендә бик йылдам үҫте, уның менән бергә, ғалим-теоретик булып, Әнүр Вахитов шунса үҫте. Ул башҡорт романының сығанаҡтарын, традицияларын, жанр тәбиғәтен, төрлө формаларын, хәҙерге ҡаҙаныштарын күп милләтле совет романистикаһы контексында һәр яҡлап байҡап сыҡты, фундаменталь ғилми хеҙмәтен ижад итте. Уның роман хаҡындағы эҙләнеүҙәре, тикшеренеүҙәре үҙҙәре ҙур романлыҡ материал. Шулай оҙаҡ йылдар ныҡышмалы ғилми-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәһе булып, «Эпик киңлектәрҙә» (1968), Мәскәүҙә рус телендә сыҡҡан «Башҡорт совет романы» (1978), Өфөлә рус телендә донъя күргән «Башҡорт прозаһында жанр һәм стиль» (1982) тигән китаптары барлыҡҡа килде. Был хеҙмәттәр башҡорт романистикаһы тарихын теоретик аспектта яҡтыртыуы менән дә әһәмиәтле. Ошо хаҡта автор үҙе шулай ти: «Был хеҙмәтемдә мин, төп проблема булған жанрҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫешенә бәйләп, традиция һәм новаторлыҡ, тарих һәм хәҙергенең нисбәте, тормош дөрөҫлөгө менән вымыселдың мөнәсәбәттәре, халыҡ һәм герой бирелеше, хикәйәләү формаларының эволюцияһы, романдың типологияһы проблемаларын асыҡларға ынтылдым».
Фән өлкәһендә Әнүр Вахитов роман проблематикаһы менән генә сикләнмәне, әлбиттә. Ул башҡорт прозаһы тарихын һәм теорияһын төрлө яҡлап өйрәнде. Бәләкәй һәм урта жанр формалары – башҡорт хикәйәләре, очерктары һәм повестары тураһында ҙур монографик хеҙмәт яҙҙы һәм уның төп өлөшө «Офоҡтар киңәйгәндә» (1979) тигән китабында баҫылып сыҡты. Күренекле прозаиктарыбыҙ тураһында ул тиҫтәләгән әҙәби портреттар яҙҙы. Динис Исламов, Яныбай Хамматов һәм Хәким Ғиләжев тураһындағы тикшеренеүҙәре «Ижади портреттар» (1976) китабында урын алды. Ишбулды Вәлитов менән бергә «Зәйнәб Биишева ижады» тигән китабын сығарҙы.
Уның байтаҡ йылдар проза секцияһына етәкселек итеүе, йыл да тиерлек башҡорт прозаһы буйынса йыллыҡ күҙәтеүҙәр, докладтар менән сығыш яһауы үҙе ҙур баһаға лайыҡ.
Фән һәм әҙәбиәт эше менән көн-төн янып, төрлө ижади пландар менән мауығып йәшәне' Әнүр Вахитов. Уның һәр бер көнө, сәғәте фәҡәт эшкә, ижадҡа тәғәйен ине. Ҡуйын дәфтәрҙәренән күренеүенсә, уның һәр йыл һәм һәр айҙың эш пландарын яҙып ҡуйыу ғәҙәте булған. Ул пландарҙа ниндәй генә эш төрҙәре юҡ: фәнни хеҙмәттәр ҙә, мәҡәләләр ҙә, әҙәби әҫәрҙәр ҙә. Уларҙың үтәлергә тейеш ваҡыты, күләме айы-көнө, табағы-бите менән конкрет билдәләнә. Йылдар үткән һайын, пландар һәлмәкләнә һәм эреләнә бара: фәндә монографиялар, ижадҡа хикәйә һәм повестар үҙәк урын биләй. Ғәмәлгә ашмай ҡалған эштәре хәҙер күпме үкенесле.
Кеше эштә генә түгел, юлда ла һынала. Миңә Әнүр Вахитов менән боронғо ҡулъяҙма ҡомартҡыларҙы йыйыу буйынса археографик экспедицияларға бергә сығырға тура килгеләне. Беҙ бер йылда Өршәк, Ашҡаҙар буйҙарын, Дим үрҙәрен ҡыҙырып үттек. Әнүр юлда бына тигән юлдаш һәм юламан кеше икән. Ул халыҡ араһында бик тиҙ уртаҡ тел таба, ололар менән ололарса, йәштәр менән йәштәрсә һөйләшә, һүҙ оҫталарының телдәрен еңел аса. Шунда мин уның хикәйәттәренең нигеҙендә ятҡан халыҡсанлыҡтың, халыҡсан характерҙарҙың, тел-стиль үҙенсәлектәренең тамырын тәрәнерәк аңланым.
«Баҡый китап» тигән бер хикәйәте бар Әнүр Вахитовтың. Ана шул экспедицияларҙа йөрөгәндә халыҡ араһынан табылған боронғо ҡиммәтле ҡулъяҙма китаптар тураһында ул әҫәр. Халыҡтың аҡылы, тәжрибәһе, тарихы, йылъяҙмаһы, бар күңеле һалынған ынйы бөртөгөндәй ҡәҙерле һәм аҫыл бындай ҡулъяҙмаларҙы автор күңел китабы, яҙмыш китабы, бөйөклөк китабы, үлемһеҙлек китабы, баҡый китап тип атай. Ошондай яҙма ынйыларҙы йыйышыуҙа һәм һаҡлап ҡалыуҙа Әнүр Вахитовтың да үҙ өлөшө бар. Көн буйына ауылда халыҡ араһында, боронғоно белгән аҡһаҡалдар араһында булып, тарих һәм культура, әҙәбиәт өсөн әһәмиәтле ҡулъяҙма китаптар табылһа, ынйы, алтын тапҡандан да былайыраҡ ҡыуанып, кисен усаҡ янында боронғо культурабыҙ, әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ, фольклорыбыҙ тураһында Әнүр Вахитов һәм бүтән юлдаштарым менән күпме әңгәмәләшкәнебеҙ, байҡау яһағаныбыҙ булды, улар иҫтәлеккә һәм китапҡа ғына яҙып бөтөрлөк түгел. Фән, ижад эштәренә ялҡын өҫтәгән йәййөрөм һәм юл йөрөмдәр тураһында бер иркенләп яҙаһы ине...