Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2020, 20:28

Бешмәгән. Хикәйә

“Ғилфа-а-ан!.. Ғилфа-а-а-ан!..”Уяулы-йоҡоло ятҡан ир, һиҫкәнеп, тороп ултырҙы. “Кем саҡыра әле мине? Хәйер, кем булһын? Өйҙә япа-яңғыҙым да баһа. Әсәйемдең вафатына ла ҡырҡ тәүлек булып килә. Һаташамдыр”, – тине лә, кире ятып, юрғанын баш аша ябынды. “Иртә бит әле, – тип фекер йөрөттө артабан. – Көҙгө һалҡын, дымлы урамда бер нужам да юҡ...” Еҙнәһе лә, сәскән игенен йыйып, ерҙәрен туңға һөрөп ҡуйғас: “Бына, ҡәйнеш, хәҙер иркенләп ял итергә лә була, – тигәйне. – Ат кеүек эшләнең, рәхмәт үҙеңә”.

“Ғилфа-а-ан!.. Ғилфа-а-а-ан!..”
Уяулы-йоҡоло ятҡан ир, һиҫкәнеп, тороп ултырҙы. “Кем саҡыра әле мине? Хәйер, кем булһын? Өйҙә япа-яңғыҙым да баһа. Әсәйемдең вафатына ла ҡырҡ тәүлек булып килә. Һаташамдыр”, – тине лә, кире ятып, юрғанын баш аша ябынды. “Иртә бит әле, – тип фекер йөрөттө артабан. – Көҙгө һалҡын, дымлы урамда бер нужам да юҡ...” Еҙнәһе лә, сәскән игенен йыйып, ерҙәрен туңға һөрөп ҡуйғас: “Бына, ҡәйнеш, хәҙер иркенләп ял итергә лә була, – тигәйне. – Ат кеүек эшләнең, рәхмәт үҙеңә”.
Ял. Өсөнсө тәүлек инде Ғилфан үҙ ихатаһындағы ваҡ-төйәкте тәртипкә килтерә. Уныһы ла байтаҡ йыйылып киткән: әллә ҡасан уратылған ҡоймаларҙың таҡталары урыны-урыны менән ҡубып сыҡҡан, мунса ишеге лә йүнләп ябылмай. Өйҙәге иҙән таҡталары шығырҙап ята. Баҡсала ла эш муйындан: еләк ағастарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә, тупрағын ҡаҙып сығарырға кәрәк.
Ул тағы ойоно шикелле, ҡолағына ап-асыҡ итеп: “Ғилфа-а-ан! Мин һине һағындым!” – тигән тауыш салынды. “Бәй, Виктория бит был! – тип, тағы тороп ултырҙы ир. – Әллә бында килеп, ишек алдында көтөп торамы?” Ялан аяҡ тәпәйҙәрен буяулы иҙәндә лыштырҙата-лыштырҙата, Ғилфан ишеккә йүнәлде. Хатта салбарын кейергә лә онотоп, эске ыштанда килеш дымлы, һалҡын соланды үтеп, тышҡы ишеккә яҡынланы.
– Виктория! Һинме был?
Ишектең теге яғында шылт иткән тауыш та юҡ. “Һаташамдыр”, – тип үҙен-үҙе тынысландырҙы ир. Әммә кире өйгә инеп китмәне ул, шунда ултырған калуштарҙы эләктереп, солан ишегенең келәһен күтәрҙе лә болдорға сыҡты.
Ишек алдында ла, урам ҡапҡаһы янында ла йән эйәһе күҙенә салынманы. Көҙгө салт аяҙ күктә йөҙгән ай ғына һалҡын нурҙары менән Ғилфандың ихата-ҡаралтыһын ҡапшай. Әллә ҡайҙарға һуҙылған өй шәүләһе, күрше йорт тәҙрәләренең сәйер йымылдашыуы, алыҫта, йылға буйында үҫкән тирәктәрҙең ҡараңғы төҫө Ғилфандың былай ҙа бошонҡо күңелен тағы ла шомландырып ебәрҙе. Йоҡоһонан тамам айнып, ҡурҡып китте ул. “Бәй, бында, болдорҙа, ярым яланғас килеш кенә ни эшләп торам һуң? Берәйһе күреп ҡалһа, иртәгә бөтә ауылды тултырыр”. Тиҙ генә өйгә инеп, ир тағы ла карауатына һуҙылып ятты ла, күҙҙәрен йомоп, теге сәйер тауыштың ҡабатланыуын көттө. Әммә, мөғжизәләр йыш булмағандай, өмөт аҡланманы.
***
Ҡулына өлгәш аттестаты алғас, Ғилфан да, ҡайһы бер һабаҡташтары кеүек, юғары уҡыу йортона имтихан тоторға була, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы нефть институты филиалына килде. Атаһының теләк-фатихаһы буйынса нефтсе булырға ине иҫәбе. “Яҡшы һөнәр, – тигәйне Ғилман, йылылыҡ бөркөп торған уйсан һәм һағышлы ҡарашы менән улын иркәләп. – Аҡсаны ла көрәп алалар, эше лә күңелле”.
Бик һирәк осрашҡан атаһына ҡаршы төшмәне Ғилфан. Документтарын йыйҙы ла ҡабул итеү комиссияһына тапшырҙы. Ана шунда йөрөмәһә, бәлки, бындай ауыр һынауҙарға тарымаҫ та ине әле. Эх, әсәһен тыңламаны шул. Йәнәһе, мин ир затынан һәм ата һүҙен тоторға тейешмен.
Ауылда уҫаллығы ғына түгел, тиҫкәрелеккә сиктәш принципиаллеге, ирҙәр холоҡло булыуы менән дә дан алған Факиһа: “Һин, Ғилфан, тәүҙә әрмегә барып ҡайт! – тигәйне. – Анда кеше күреп, аҡылға ултырып, беләкләреңә көс утыртып ҡайтырһың! Шунан инде һөнәр һайларһың”.
Әсәһенең үҙ һүҙен һүҙ итә торған ғәҙәтен яҡшы белә Ғилфан. Тап шул арҡала атаһы менән айырылышыуҙары хаҡында ла. Тик ҡаршы һүҙ ысҡындырма, үҙеңсә эшлә лә ҡуй. Шулай итһәң, Факиһа, һөйләнә-һөйләнә лә, онота. Ә ҡаршы төштөңмө, алдына сығырмын тимә – әллә нимәләр әйтеп бөтә. Ғаиләһе тарҡалыуҙа үҙенең ғәйебен һис кенә лә күрмәй ҡатын, барыһын да иренә ауҙара: “Бешмәгән! Ни уйлап шул бешмәгәнгә кейәүгә сыҡҡанмындыр?” Аҙаҡ ошо “бешмәгән” улына ла йәбеште. Ғилфан берәй йомошон атҡара алмаһа, йәки берәй ерҙә йомшаҡлыҡ күрһәтһә, әсә кешенең тәүге һүҙе “бешмәгән” була.
Ғилман ҡатыны менән айырылышҡандан һуң Себергә сығып киткән дә, эш табып, бер аҙҙан икенсе ғаилә ҡорған. Нефтсе булмаһа ла, шул тармаҡта эшләй, донъяһы етеш, өс ҡыҙы бар. Былтыр ғинуар башында ҡайтҡанында улы янына ла килеп, хәл белеште. Һөйләшеп ултырғанда: “Әллә, улым, беҙгә килеп кенә уҡырға керәһеңме?” – тип тә ысҡындырҙы.
Унан күҙ яҙҙырмай, тыңлап йөрөгән Факиһа ни өсөндөр ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән: “Ҡотортма! – тине. – Себергә ебәрер өсөн үҫтергәнме ни мин аны?”
Ғилман һүҙ көрәштермәне, тиҙ генә хушлашты ла сығып китте, хатта ҡуйған сәйҙән дә ауыҙ итмәне. Тәүге ҡатынын йәлләй ине ул, берәй ауыр һүҙ әйтеп, хәтерен ҡалдырыуҙан ҡурҡты. Ошоларҙы башынан үткәреп, Ғилфан әсәһенә ҡаршы һүҙ ҡатманы. Кире уйларға ла иҫәбе юҡ ине.
Нефть институты филиалы бинаһының икенсе ҡатынан төшөп килгән егет, ҡаршыһына атлаған һары күлдәкле, шулай уҡ арыш һаламылай бөҙрә сәстәрен яурынына таратып һалған, төймәләй танаулы һәм нескә иренле иҫ киткес һылыу ҡыҙҙы күреп, һушы китте. Уның ҡиәфәте, йөҙ торошо, күрәһең, ҡыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, бағаналай ҡатып торған егет менән тиңләшкәс:
– Чего уставился? – тип бышылданы. Әллә асыуҙан, әллә ғорурлыҡтан ҡыйғас ҡаштары ҡыйылып, юғары сөйөлөп үк китте. Бит алмалары күҙ ҡамаштырырлыҡ матур булып соҡорайҙы. – Проходи!
Ләкин Ғилфан ҡуҙғалып китерлек көс тапманы. Күҙҙәрен ҙур асып, теге ҡыҙ икенсе ҡатҡа менеп, күҙҙән юғалғансы тора бирҙе. Ятаҡтан урын алып, тәүге имтихандарға әҙерләнгәндә лә теге һылыу Ғилфандың күҙ алдынан китмәне. Төрлөсә иғтибарын тупларға тырышып ҡарай, әммә уҡығаны башына кермәй ҙә ҡуя. Шулай ҙа егет физиканы “яҡшы”ға тапшырып, институттан йыраҡ түгел скверға барһа, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: теге һылыу ҙа шунда ултыра. Сикһеҙ шат Ғилфан был юлы бәлтерәп төшмәне.
– Здравствуйте? – тип башлап һүҙ ҡушты.
– Привет. – Һылыуҡайҙың тауышы мөшкөл ине.
Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамағанлығын яҡшы аңлаған егет тиҙ генә ҡыҙ ултырған эскәмйәнең бер осона сүгәләй һалды.
– Уҡырға килдегеҙме? – булды уның тәүге һорауы. – Ҡайһы яҡтан?
– Мин ошонда йәшәйем. – Ҡыҙҙың тауышы үҙгәрмәне, күрәһең, кәйефһеҙ сағы.
– Улай икән. – Тулҡынланыуы һаман үтмәгән Ғилфан ауыҙы тулы төкөрөгөн йотто. – Исемегеҙ нисек?
– Виктория. – Һылыуҙың тауышы көрөрәк сыҡты. – Һин кем?
– Ғилфан. – Егет, эш бешә былай булғас, тип йылмайҙы. – Ауылдан мин, уҡырға ине иҫәп.
– Ҡарале, ауылдан килгән Ғилфан! – Виктория ни өсөндөр ян-яғына күҙ һалып алды. – Һин миңә үтескә аҡса биреп тора алмаҫһыңмы?
– Күпме кәрәк һуң? – Ҡыҙҙың ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүенә шатланды егет. Ныҡлап танышырға сәбәп бит был.
Виктория атаған аҡса арыу ғына ине. Танышып та өлгөрмәгән кешенән үтескә шул саҡлы алып буламы икән, тип икеләнеп ҡалды Ғилфан. Тик һылыуҙың теләгенә ҡаршы торорлоҡ көс тапманы.
– Ул тиклем аҡса үҙем менән юҡ шул. – Егет үҙенең фәҡирлеген күрһәтеүенә ояла биреп ҡуйҙы. – Ятаҡтан кереп алмағанда...
– Йыраҡмы ул “ятаҡ” тигәнең? – Викторияның тауышы яғымлылана төштө. Күрәһең, йомошо үтәләсәгенә ул шат ине.
– Юҡ, бер-ике квартал атларға.
Юл ыңғай Ғилфан Викторияның да институтҡа имтихан биреп, тәүгеһенән үк “неуд” алыуы хаҡында хәбәрҙар булды.
– Ҡайғырма, Виктория! Ҡалала һиңә эш бөтмәгән, – тип йыуатҡан булды. Ә үҙе, аҡсаны биреүен бирермен, тик нисек ҡайтарып алырмын, тип баш ватты.
Йөҙлөктәрҙе күргәс, ҡыҙҙың күҙҙәре зәһәр баҙлап китте һәм аҡсаны тиҙ генә ҡалтыранған ҡулына йомарланы ла:
– Рәхмәт һиңә, Гилфанчик! – тип егетте үбеп үк алды. – Беләһеңме, мин һине үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырам.
Тура үҙҙәренә алып барманы Виктория. Тәүҙә, әхирәтемә һуғылайыҡ, тип, егетте күптән түгел төҙөлгән туғыҙ ҡатлы йорт алдындағы эскәмйәгә ултыртты ла, подъезға инеп китеп, оҙаҡ ҡына юғалып торҙо. Үтеп-һүткән кешеләргә күҙ һалып, яҡында уйнаған балаларҙы тамаша ҡылып ултыра торғас, Ғилфан арыны. “Был мине һемәйтте ахырыһы... Шул тиклем аҡсаны бер күргән кешегә биреп ҡуялармы, алйот!” – тип үҙ-үҙен битәрләне. Тамам өмөтө һүнеп, ҡайтырға ҡуҙғалған егет, ниһайәт, подъезд ишеге төбөндә Викторияны күрҙе.
– Ой, милый! Ты утомился, наверное! – тип йылмайҙы ҡыҙ. Ул тағы ла сибәрләнеберәк киткән, ниңәлер ике күҙе лә майланған, ә күҙ алмалары ҙурайыбыраҡ киткән кеүек.
Шик-шөбһәгә батҡан егетте Виктория ҡултыҡлап уҡ алды.
– Хәҙер тәмләп сәй эсербеҙ, – тип тәтелдәне үҙе.
Йорт алдынан ике аҙым да китеп өлгөрмәнеләр, юғарынан:
– Новый ухажер что ли? – тигән йәмһеҙ, тутыҡҡан тимер ышҡылғандай тауыш ишетелде. – Везет же тебе, Витечка.
– Покаркай еще! – Викторияның төҫө боҙолоп, ҡаштары йәмерәйҙе. – Исчезни с глаз!
Ғилфан түҙмәне, башын күтәреп, өҫкә ҡараны. Өсөнсөмө-дүртенсеме ҡатта балкон ситенә таянған өс ир күренә. Туҙғаҡ сәстәр, ҡырынмаған-йыуынмаған биттәр. Егеткә әллә нисек булып китте: әллә Виктория шулар янында булып сыҡтымы икән? Ни өсөн барған, ни эшләгән унда? Былар уны ҡайҙан белә? Ошо уйҙарына яуап эҙләп, ул ҡапыл туҡтаны ла Викторияға ҡараны.
– Не обращай внимания! – тип йылмайҙы ҡыҙ, уның уйҙарын уҡығандай. – Беҙҙең күрше малайҙар.
Һуңғы һүҙҙәрҙе тегеләр ҙә ишетеп ҡалды, ахырыһы.
– Во блин! Лапши на уши вешает, – тип хахылданы береһе. – Видно, деревенского нашла.
Ғилфандың күңеле кителде. Саҡырған ергә барырғамы, әллә ятаҡҡа ҡайтып китергәме? Ә аҡсаны нисек ҡайтарып алырға? Ул арала Виктория өҫтәгеләргә:
– Пацаны! За обиду как бы расплакаться не пришлось! – тип ҡысҡырҙы ла Ғилфанды ҡултыҡланы. – Әйҙә, Гильфанчик, мин һиңә бурысымды ҡайтарырға тейешмен бит әле.
Бармай хәл юҡ, бурысты ҡайтарып алырға кәрәк, башҡаса ул ниндәй аҡсаға йәшәр? Ғилфандың кәйефе тамам боҙолдо, Виктория ла элекке кеүек сибәр күренмәй башланы. Уның ҡарауы ҡыҙҙың кәйефе шәп ине, юл буйына бер туҡтамай һөйләнде. Ғаиләлә берҙән-бер бала икән, тик уға өс йәш тулыр-тулмаҫтан атаһы менән әсәһе айырылышҡан. Ҡыҙ әсәһе тәрбиәһендә үҫкән, йыраҡ ауылда өләсәһе бар икән, элек йәйге каникулдарын шунда үткәргән.
– Минең атайым башҡорт бит. – Был һүҙҙәрҙе Виктория саф башҡортса әйтте. – Мине ауылда Вәлимә тип йөрөтә торғайнылар.
Иҫке генә ағас ишекле фатирҙы ул үҙ асҡысы менән асып инде. Тупһаны аша атлау менән ҡунаҡтың танауына ауыр еҫ килеп бәрелде. Әллә әсе тир, әллә бәҙрәф, әллә боҙолған ашамлыҡ – бөтәһе бергә танау аша үтеп, күңелен болғандырып, башын әйләндереп ебәрҙе. Быны Виктория ла һиҙҙе.
– Мам! – тип кемгәлер өндәште ул. – Һин бүлмәне елләтмәнеңме ни?
Төпкө яҡта нимәлер әллә шатырлап ауҙы, әллә емерелде:
– Пришла что ли? – тигән ҡарлыҡҡан хәлһеҙ тауыш ишетелде. – Принесла что ли дозу-то?
– Һин ипләп! – Викторияның йөҙө тартышып ҡуйҙы. – Мин яңғыҙым түгел, ҡунаҡ егет бар.
– Ҡунаҡ егет! – Көс-хәлгә атлаған аяҡ тауыштары яҡынайып, ишек араһында имсәктәре һалынып төшкән бысраҡ трусиклы урта йәштәрҙәге ҡатын пәйҙә булды. – Ошомо?
Кухняла, сәй ҡуйып йөрөгән ҡыҙ быны күреп, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ты что, мать!? Иди, оденься!
Бындай тамашаны үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр күргән Ғилфан ишек төбөндә шаҡ ҡатып тора бирҙе. Башында “тиҙерәк тайырға кәрәк бынан” тигән уй бөтөрөлә, тик аяҡтары ғына ҡуҙғалмай ҙа ҡуя. Ул хатта эргәһенә килеп:
– Әйҙә, кухняға! – тигән Викторияны ла шәйләмәне.
Ниндәйҙер көс уны ҡыҙ артынан эйәрергә мәжбүр итте. Кухня тигәндәре иҫке һыуытҡыстан, бәләкәй генә аш өҫтәленән, стенаға эленгән һауыт-һаба шкафынан һәм ике ултырғыстан тора ине. “Фәҡир көн итәләр икән былар... – Ултырырға ла, ултырмаҫҡа ла белмәне ҡунаҡ. – Эх, белгән булһам, ике аяғымдың береһен дә атламаҫ инем”.
– Һин миңә дозаны бирәһеңме-юҡмы? – тигән тауыш килде арттан. Өҫтөнә бысраҡ халат кейгән “мама”, имеш.
Виктория һүҙһеҙ генә әсәһе янына килде лә елтерәтеп алып китте.
– Бирермен мин һиңә дозаны! – тип ыҫылдап һөйләнде үҙе. – Бала сағымды ағыулағаның етмәгән, хәҙер миңә яҡшы кешеләр менән аралашырға ҡамасауларға итәһеңме? Үлтерәм мин һине, ҡәбәхәт!
Ғилфандың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. “Ҡайҙа килеп юлыҡты ул? Наркомандар ояһы бит был! Теге ҡырынмағандар ҙа шулар. Юҡ, тайырға кәрәк бынан! Тиҙерәк тайырға! Бурысты алып булмаҫ инде”, – тигән уйҙар ҡайнаны егеттең башында. Әммә ул ишек асырға өлгөрмәне, арттан:
– Ташлап китмә мине, Ғилфан! – тигән әрнеүле тауыш ишетелде. Ике күҙенә йәш тулышҡан Виктория ишек яңағына һөйәлеп, уға ҡарап тора ине.
– Әйҙә һуң минең менән! – Башына килгән был уйҙан уға нисектер еңелерәк булып китте. – Тиҙерәк!
Тамам йыуашланған ҡыҙ һүҙһеҙ генә ҡунағы артынан эйәрҙе. Урамға сығып, бер ни тиклем өнһөҙ атланылар. Егет күңелһеҙ ваҡиғанан нисек ҡотолоу юлдарын эҙләһә, ҡыҙ был изге күңелле кеше янында оҙағыраҡ булыу хаҡында хыял йөрөттө. Яҡындағы паркҡа инеп, туңдырма ашап, кока-кола эскәндән һуң Виктория үҙенең әсе яҙмышы хаҡында бәйән итте.
Уның атаһы, ысынлап та, Ғилфан кеүек – ауыл башҡорто, ошонда килеп эшләй башлағас, ҡала ҡыҙына – мәрйәгә – ғашиҡ булып, күп тә тормай, өйләнгән. Ләкин ата-әсәһе сит дин кешеһе менән донъя ҡорған улдарына ризалыҡ бирмәгән, хатта кәләште өйҙәренә лә индермәгәндәр. Йәштәргә Стәрлетамаҡта ҡуртымға фатир алып йәшәргә тура килгән. Ҡалала предприятиелар берәм-берәм ябылып, күптәрҙе эшһеҙ ҡалдырған саҡ. Атаһы Мәскәү, Себер тарафтарында эшләп йөрөп, аҡса тапҡан һәм ике йылдан ошо ике бүлмәле “хрущевка”ны һатып алған.
Ҡатынын сикһеҙ яратҡан, өйгә тик сәскәләр менән ҡайтыр булған, әммә тегеһе, аҙғын булып, ире юҡта башҡалар менән сыуалған. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәндәй, был хәбәр оҙаҡламай иренә лә барып етеп, уныһы көтмәгәндә ҡайтып төшкән дә, ҡатынын уйнаш өҫтөндә тотҡас, әйберҙәрен йыйып, сығып киткән.
– Атайыңды эҙләп ҡараманыңмы ни? – тип һорау ҡыҫтырҙы Ғилфан Виктория бер аҙ тынып ҡалған арала.
– Ә ниңә уны эҙләргә? Ауылда йәшәй, икенсе ғаиләһе бар, – тип битараф ҡына яуапланы ҡыҙ. – Мин һигеҙенсене бөткәнсе унда йәй һайын барып ял итә торғайным. Өләсәйем мине башҡортса өйрәтте.
– Ә нисек “доза”ға ултырҙың һуң? – Уңайһыҙ булһа ла һораны Ғилфан. Күҙҙәрен тултырып ҡарап, ғәҙел яуап көттө.
– Һигеҙенсене бөтөргән йылды булды ул хәл, – тип теләр-теләмәҫ кенә һөйләп алып китте Виктория. – Әсәйем ул саҡта “доза”ла ине инде, тик үтә йыш булышманы, шикелле. Бәлки, еңел наркотик ҡулланғандыр.
“Ҡуй, юҡты һорашма!” – тигәндәй, Виктория ҡул һелтәне лә тынып ҡалды. Оҙаҡ ҡына һәр ҡайһыһы үҙ уйына батып ултырҙы. Ҡояш байыуға барғанда Виктория:
– Һин мине оҙатып ҡуй инде, Ғилфан! – тине. – Бер үҙем ҡайтырға ҡурҡам.
Күнмәй хәле юҡ ине егеттең. Ишек төбөнә саҡлы ғына илтеп ҡуйырға ла боролорға ине иҫәбе, әммә ҡыҙ эскә саҡырҙы. Бер нисә сәғәт элек шаһит булғанды ҡабат күргеһе килмәһә лә, Ғилфан үҙендә баш тартырлыҡ көс тапманы. Бәхеткә күрә, был юлы насар еҫ тә, хужабикә үҙе лә өйҙә булмай сыҡты.
– Бик яҡшы! – Виктория ҡәнәғәт йылмайҙы. – Теге, моғайын, әхирәтенә киткәндер. Бөгөн ҡайтып урамаҫ.
Ҡыҙ Ғилфанға сәйер ҡараш ташланы. Ни өсөндөр уны ҡунаҡ, бәлки, беҙҙә генә йоҡлап ҡайтырһың, тип аңланы ла эстән генә артабан ниҙәр булырын көттө. Ул төндө күҙ алдына килтерһә, әлә лә сикһеҙ рәхәтлек, ләззәт кисерә Ғилфан. Ундай миҙгел өсөн хатта ғүмерең дә йәл түгел. Тап шул төн уны күрелмәҫлек еп менән Викторияға бәйләне лә ҡуйҙы. Һөйөү һәм шом. Ләкин егет үҙе тойомлаған һөйөү түгел ине был. Әллә тән тартылыуы ғынамы икән?
Икенсе имтихан – химиянан “неуд” эләктереп, тамам кәйефе ҡырылған Ғилфан ҡайғыһын Виктория менән уртаҡлашырға була, фатирҙарына барғайны, ишекте асыусы булманы. Шуны самаланы егет: эстә кемдәрҙер бар, быш-быш килеп һөйләшәләр, тик ишек асырға уйҙары юҡ. Бәлки, ошолай яҡшыраҡтыр. Бурысын ҡайтарып алыуға тамам өмөтө өҙөлгән Ғилфан документтарын алып, әйберҙәрен йыйҙы ла рейс автобусына ултырҙы.
– Керә алдыңмы һуң уҡырға? – тип ҡаршы алды уны әсәһе. – Былай бик тиҙ әйләндең.
– Юҡ, әсәй, химияны бирә алманым. – Юлдан бигерәк һөйөклөһө өсөн өҙгөләнеүҙән алйыған егет диванға ауҙы. – Белмәйем, ни эшләргә?
– Атаҡ! – Факиһа ғәжәпләнде. – Ауылда эш бөткәндер шул?
– Ауылда ҡалмаҫҡа ине бит әле, әсәй, – тине Ғилфан бошоноуын сығара һалып. – Йүнле эше лә юҡ.
– Ниңә булмаһын? – Факиһа тауышын күтәрә төштө. – Ана, еҙнәңә эшләшерһең. Шул фирмирлығынан бушап, симьяһына ҡайтып күренгәне лә юҡ таһа.
Ғилфан өндәшмәне. Өйҙә генә ултырһынмы ни, сығыр...
Еҙнәһенә ураҡта ныҡ ҡына ярҙамлашты ул. Эшкә әүрәп, Виктория тураһында ғазаплы уйҙарҙан да арына төштө. Ике-өс ай үтеп, хәрби хеҙмәткә саҡырылыу тураһында ҡағыҙ алғас, ҡыҙыҡай үлтереп һағындыра башланы. Армияға китер алдынан нисек тә яйын табып, күрергә кәрәк, тигән ҡарар ҡылды Ғилфан һәм бер көн әсәһенә:
– Әсәй, ҡалала йомоштарым бар, – тине. – Тиҙ генә барып әйләнәйем.
– Йомош? Ниндәй йомош ул тағы? – тип ҡырҡа ҡаршы төштө Факиһа. – Тағы теге мәрйә янынамы?
Һуңғы һүҙ Ғилфанды һеңгәҙәтте: ҡайҙан белә һалған?
– Хәбирәләр күргән, – тип асыҡланы әсә. – Андай хәбәр тиҙ тарала.
– Әсәй! – Ҡаты өндәште Ғилфан. – Һуң...
– Йөрөмәйһең! – Факиһаның күҙҙәре асыу сәсә ине. – Бәләгә тарырһың тағы.
Ғилфан һүҙ көрәштермәне. Иртә менән әсәһе тәмле йоҡола саҡта тиҙ генә йыйынды ла, билдәле урындан мул ғына аҡса алып, Стәрлетамаҡҡа китте. Юлы уңды, тағы ла матурланыбыраҡ киткән Викторияны ул подъезы алдында ике әхирәте менән һөйләшеп торғанда тап итте. Егеттең килеүенә сикһеҙ шатланды ҡыҙ, хатта муйынынан ҡосаҡлап, үбеп тә алды.
– Знакомтесь, подружки! Это самый близкий мне человек на свете! – тине, бит алмаларын соҡорайтып йылмайҙы.
Виктория дауаланған икән. Хәҙер өс ай ул нәмәне татып ҡарағаным юҡ, ти. Тегеү фабрикаһына өйрәнсек булып эшкә кергән. Ә әсәһе күптән түгел сираттағы дозанан һуң гүр эйәһе булған. Әле фатирҙа атаһының ауылдағы ҡыҙы менән икәүҙән-икәү генә йәшәп ятыуҙары. Эстә элекке ауыр еҫтән бер ни ҡалмаған. Өр-яңы мебель алғандар, кухняны ла матур итеп йыһазландырғандар. Быны күреп, Ғилфандың күңеле тағы ла күтәрелеп китте, килгәненә шатланып бөтә алманы. Һүҙ араһында хәрби хеҙмәткә саҡырылыуы хаҡында ла ысҡындырҙы.
– Егет кеше хеҙмәт итергә тейеш инде ул, – тине Виктория, бер аҙ тулҡынланып. – Йөрөп ҡайт, Ғилфан. Мин һине көтөрмөн.
Был эскерһеҙ һүҙҙәрҙең бөтә йөрәктән әйтелеүен күреп торған егет сикһеҙ ләззәт кисерҙе. Осоп-ҡанатланып ҡайтты ул Имәнлеҡулға. Әсәһе улының ҡайҙа һәм ниндәй йомош менән йөрөүен самаланы, ләкин кәйефен ҡырмаҫ өсөн өнһөҙ генә үткәреп ебәрҙе. “Яҙғаны булыр”, – тип үҙ-үҙен тынысландырҙы Факиһа.
Виктория-Вәлимә саҡырыу пунктына саҡлы оҙата килде. Автобусҡа ултырыр алдынан бөтә кәүҙәһе менән Ғилфанға һыйынып, ҡалтыранды, күҙҙәре йәш менән тулды.
– Ышан, Ғилфан! Мин һине көтөрмөн! – тип бышылданы ул, егет ҡосағынан айырылғас. – Был яҡты донъяла минең өсөн һинән дә ҡәҙерле бер кем дә юҡ!
***
Ғилфан Ҡасимовты хәрби хеҙмәткә әллә ни йыраҡ ебәрмәнеләр: Тыуған ил алдындағы изге бурысын ул күрше Ырымбур өлкәһенең Тоцкое-2 ҡаласығында үтергә тейеш булды. Быны ишетеп, Виктория ла шатланды, берәй яйын табып, күрешергә килергә вәғәҙә бирҙе. Яңы йылда осрашты ике йәш мөхәббәт, өс тәүлекте бергә уҙғарҙылар.
– Мин һиңә шалҡан кеүек малай табып бирермен, – тип көлдө Виктория сикһеҙ ҡәнәғәт һәм тел менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ сибәрлек сәсеп торған йөҙөн балҡытып. – Бына күрерһең.
– Ә ниңә “шалҡан кеүек”? – тип көлдө һалдат. – Ҡайҙан ишеттең?
– Өләсәйем шулай ти торғайны. – Ҡыҙ был юлы етди яуапланы.
Бынан һуң да йәштәр кеҫә телефоны аша хәбәрләшеп торҙо. Ул арала был яҡтарҙа ҡарға һаран оҙон ҡыш үтеп, кескәй генә гөрләүектәр һалдаттарҙың тыуған яҡҡа ҡайтыр көндәрен тиҙләтте. Тик... Эх, ошо гүзәл тормошто “тик”, “ләкин” кеүек төшөнсәләр йәмһеҙләмәһә ине. Февраль аҙаҡтарында Виктория бәйләнешкә сыҡмай, Ғилфандың шылтыратыуына яуап бирмәй башланы. “Тимәк, ниҙер булған, – тип үрһәләнде һалдат, – әллә..?” Тағы ла наркомандар әүрәттеме икән, тигән уйҙы егет, бар көсөн һалып, ситкә ҡыуҙы. Улай булһа, бөттө!
Шиге ике тәүлектән дөрөҫләнде.
– Ах, это ты, солдатик, – тип мығырҙаны берәү Викторияның телефоны аша. – Все, пацан, сказка кончилась. Она теперь наша. Понял?
Һуңғы һүҙҙәр ҡурҡытыр өсөн әйтелде.
– Дайте мне Викторию, – тип үтенде һалдат, әрепләшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлап. – Пажалста!..
– Ах, пажалста? А от мертвого осла уши тебе не нужны? – тип, теге бәндә телефонды һүндереп ҡуйҙы.
Ғилфан бер аҙналыҡ отпуск юллап алды ла шул көндө үк кис Виктория йәшәгән фатир ишегенең ҡыңғырау төймәһенә баҫты. Йөрәге ситлегенән сығырҙай булып тибә: ни хәлдә ул, өйҙәме икән? Ишек асыусының башҡортҡа оҡшап торған ҡуңыр йөҙлө, сөм ҡара сәстәренә сал төшә башлаған апай булыуын күреп, сикһеҙ ғәжәпләнде:
– Миңә Виктория кәрәк ине, – тине егет, телен көс-хәл менән әйләндереп. – Ул ҡайҙа?
– Виктория хәҙер бында йәшәмәй бит. – Башҡортса яуапланы ҡатын, күрәһең, алдында үҙ кешеһе торғанын шәйләп.
– Нисек йәшәмәй? – Һалдаттың борсолоуы көсәйҙе. – Ә ҡайҙа йәшәй?
– Уныһын мин ҡайҙан беләйем? – тип тыныс ҡына яуапланы ҡатын. – Һин, улым, армиянан ҡайтып киләһеңдер, әйҙә, үт, сәй эсереп ебәрермен.
Хужабикәнең хәбәренән Викторияның атаһының фатирҙы һатып, ҡыҙын үҙе менән ауылға алып китеүе асыҡланды. Бәхетенә күрә, алыш-биреш документтары араһында ауылдың исеме лә табылды: Йәшергән. Ҡояш байышына табан бынан илле-алтмыш саҡрымдарҙа ята икән.
Изге күңелле был апайҙа төн уҙғарып, Ғилфан иртә менән юлға сыҡты. Автобус бәүелткән ыңғайға йоҡоға талғанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул...
– Ғилфа-а-ан! Мин һине үлеп һағындым, – тип бышылдай Викторияның ирендәре. – Кил яныма!
Ғилфан уны ҡосаҡларға ынтыла, әммә ҡыҙ шунда уҡ юҡҡа сыға.
– Спокойно, солдат! – Уның эргәһендә ултырған зәңгәр курткалы йыуантыҡ ҡына ҡатын һалдатты ситкә этәрҙе. – Тәртип боҙма!
Күрәһең, төшөндә ул ошо ҡатынға уҡталған. Һалдат, ҡуйы итеп ҡыҙарынып, ғәфү үтенде лә, йоҡламаҫҡа тырышып, алдына ҡарап бара башланы.
– Ҡайһы ауылға ҡайтып бараһың, һалдат? – тине бер аҙҙан теге ҡатын, бер ни булмағандай яғымлы итеп ҡараны.
– Йәшергәнгә, – тип яуапланы Ғилфан, көрһөнөп.
– Йәшергәнгә? – Ҡатын ғәжәпләнде. – Кем улы булаһың һуң һин? Бер ҙә күргән кешегә оҡшамағанһың...
– Йәшергәндеке түгел мин, апай. – Һалдат аңлатырға ашыҡты. – Рифат Дәүләтов тигән ағайҙы эҙләп китеп барам.
– Рифаттың кеме булаһың? – Ғәжәпләнеүҙән ҡатындың ҡаштары һынылып китте.
– Апай, ниңә ул тиклем төпсөнәһең? – Ғилфан асыулана башланы. – Ул саҡлыһы һиңә нимәгә?
– Мин Рифаттың ҡатыны булам.
Ғилфанға ни эшләп йөрөүен аңлатып бирергә тура килде.
– Ана нисек... – Тип һуҙҙы юлдаш апай. – Был Виктория күрһәткән нужалар! Хоҙай һаҡлаһын!
Ҡатын иренен ҡымтып, һалдатҡа арҡаһын ҡуя биреп ултырҙы ла башҡаса һүҙ башламаны.
Бер аҙҙан бәләкәй генә йылға буйында өйәңке һәм талдарға ышыҡланып ултырған Йәшергән дә күренде. Ул автобустың һуңғы туҡталышы икән. Барыһы ла дөбөрҙәшеп сыға башлағас, ҡатын:
– Әйҙә, туғаным, алып ҡайтам, – тип йылмайҙы. – Асыуланғаным өсөн ғәфү ит! Бында һинең бер ғәйебең дә юҡ.
Дәүләтовтар ғаиләһе шыңғырҙап торған ҡарағайҙарҙан һалынған алты мөйөшлө йортта көн итә. Аҡһыл зәңгәргә буялған бейек ҡойма, шундай уҡ төҫтәге бейек урыҫ ҡапҡа. Ихатаның урта өлөшөндә аласыҡ, мунса, келәт кеүек ҡаралтылар күренә, иң төптә – ҙур ғына аҙбар. Барыһының да күптән түгел хәстәрлекле ҡулдар менән һалынғаны күренеп тора. Ҡалын кәүҙәле һәм шуға оҡшаш аҡрын хәрәкәтле хужа, ҡулына балта тотоп, мунса янында йөрөй ине. Ҡатынының һалдат эйәртеп ҡайтыуы уны сикһеҙ ғәжәпләндерҙе.
– Аптырама, Рифат! – Алдан алды хужабикә. – Үҙем дә аптырап торам әле.
Ҡатын хәлде ҡыҫҡаса аңлатып бирҙе.
– Әйҙә, өйгә керәйек! – тине хужа, балтаһын стена буйына һөйәп. – Ҡунаҡты һүҙ менән һыйламайҙар инде. Шулай бит, һалдат? – Күңеле нескәреп китеп, ахырыһы, Рифат егеттең арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы. – Үҙем дә хеҙмәт иткән кеше.
Өй эсе бай һәм зауыҡ менән йыһазландырылған, һәр ерҙә хужабикәнең хәстәрлекле ҡулы һиҙелеп тора. Мебель менән шыплап тултырылмаһа ла, заманса бөтә нәмәләре лә бар. Киң тәҙрәләр ситен ҡалын пәрҙәләр менән үтә күренмәле ҡарҙай аҡ селтәрҙәр биҙәгән.
– Һин, ҡустым, ашарға ултырғансы телевизор ҡарай тор, йәме! – тип, стенаның ярайһы өлөшөн биләп торған яҫы киң телевизорҙы тоҡандырҙы ла хужа алғы яҡҡа сығып китте.
Өҫтәлдәге һый мул ине. Ниндәй генә ризыҡ юҡ: тултырма, туралған ит, ҡурылған бәрәңге, туҡмаслы аш, емеш-еләк, ҡайнатма, һөт аҙыҡтары...
– Әйҙә, һалдат, тартынма, тамағың туйғансы аша! – тине хужабикә, ихлас йылмайып. – Беҙҙә һый күп ул.
Ашҡаҙаны ярайһы уҡ ауырайған Ғилфан, хужаларға рәхмәт уҡып, төпкө яҡҡа сыҡҡас, бер аҙҙан Рифат та уның янына килеп ултырҙы.
– Йә, ҡустым, хәҙер һине тыңлайыҡ, – тине ул, ҡунағына тура ҡарамай ғына. – Хеҙмәтеңде ташлап килгәс, йомошоң бик ҙурҙыр.
Һалдаттың тулҡынланыуҙан өҙә-йолҡа һөйләгән хәбәрен иғтибар менән тыңлап бөтөргәс, Рифат бер аҙ уйға ҡалып торҙо ла:
– Бына нимә, ҡустым, – тип һүҙ башланы. – Һин барыһын да аңларға бик йәшһең. Мине тыңла, башыңа бәлә алма, Вәлимәнең донъяла барлығын онот! Ул һине бәхетле итмәйәсәк. – Тағы ла нисек аңлатайым икән, тигәндәй, бер аҙ тын торғас, дауам итте. – Вәлимә, беләм, һылыу ҡыҙ. Уға бер һин генә ғашиҡ булмағанһыңдыр. Тик ул ауырыу. Уның бөйөрө лә, бауыры ла бөткән... Уның ғүмере иҫәпле, ҡустым.
Рифаттың тауышы ҡалтыранды, күҙҙәренә йәш тулды.
– Мин уны яратам, абзый, – тип бышылданы Ғилфан. – Мин аны күрергә тип килдем бит.
Нисек кенә инәлмәһен, һалдат хужаны ипкә килтерә алманы. Хушлашып, юл ыңғай машинала Стәрлетамаҡҡа килде. Викторияның әхирәттәрен эҙләп табып, һорашты, тик тегеләр бер ни ҙә белмәй булып сыҡты. Наркомандар иҫәптә торған хеҙмәткә лә инде, милицияға ла барҙы, әммә бер ни ҙә асыҡлай алманы.
Көтмәгәндә ҡайтып төшкән, йөҙө-ҡашы емерек улын күреп, әсәһе лә сикһеҙ аптыраны.
– Отпускы бирҙеләрме әллә? – тип белеште Факиһа. – Нейә алдан хәбәр итмәнең?
– Шулай килеп сыҡты, әсәй. – Ғилфан һүҙҙе оҙайтманы. – Мин бик ныҡ арыным, әсәй, ятып торайым әле.
Өйҙә лә толҡа тапманы ул. Туғандарында ҡунаҡ булып, өйҙәге ирҙәр ҡулына мохтаж эштәр менән булып, дүрт тәүлек уҙғандан һуң юлға йыйынды.
– Улым, бер аҙна ял бирҙеләр, тигәйнең дә баһа, – тип аптыраны Факиһа. – Әле ни, тағы өс көнөң бар ҙа инде!
– Стәрлелә йөрөнөм, әсәй. – Ғилфан дөрөҫөн әйтеп һөйләшергә булды.
– Өс көн буйына ни эшләп йөрөнөң анда? – Әсә тағы аптыраны. – Теге мәрйәң янына барҙыңмы ни? Хоҙайым...
– Шунда барҙым, әсәй.
– Эх, улым, улым! Ниңә мине ҡайғыларға һалаһың һин? – Факиһа ысынлап иларға тотондо. – Һуң, мәрйәгә өйләнеп, берәүҙең бәхет кисергәне бармы? Нисек шуны аңламайһың һин?
– Мин уны яратам, әсәй! – Ғилфан тауышын күтәреп ебәрҙе. – Ҡуй, етер был турала! Мин һиңә бала-сағамы ни?
“Сихырлағандар баламды! – Факиһаның башына килгән тәүге уй шул булды. – Хәҙер уны нисек, кемдән ҡайтартырға?” Әсәһен көс-хәл менән тынысландырып, төштән һуң булһа ла һалдат часына ҡарай юлға сыҡты. Төрлөсә баш ватты ул. Бәлки, әсәһе хаҡлылыр, Рифат абзый ҙа шуны тылҡый бит. Уйҙары ошо тирәлә бөтөрөлөп, Ғилфан ҡабат Виктория хаҡында уйламаҫҡа, унан бөтөнләй арынырға һүҙ беркетте.
Аҡрынлап күңел яралары бөтәште, тәүге мөхәббәте менән бәйле ғазаптар онотолдо. Ара-тирә Викторияны иҫкә алһа ла, элекке кеүек яфалар күңелен телгеләмәне. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, тағы ла еҙнәһе Рәфҡәт янына эшкә барҙы һәм фермер хужалығының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китте. Әсәһе күпме генә өйләндерергә тырышһа ла, яратмаған кешеһе менән яҙмышын бәйләргә теләмәне Ғилфан. Хәйер, уның наркоман мәрйә менән сыуалыуы тураһында ауылда беләләр, ҡырын ҡарайҙар ине.
– Сихырлаған һине ул мәрйә, – тип яйы сыҡҡан һайын илауланы Факиһа. – Үҙе рәхәт күрмәгере!
Шулай илаулап донъя ҡуйҙы. Әсәһенең үлеме сәбәпсе булдымы, әллә башҡаһымы, егеттең күңелендә тәүге ғазаплы мөхәббәтенә бәйле хәтирә яңырҙы.
***
– Әллә һаман йоҡо бүҫәһең инде, ҡәйнеш? – тигән тауышҡа уянып китте Ғилфан. Абайламай, кисә ишектең келәһен төшөрөргә лә онотоп ятҡан имеш. Аяғындағы кирза итеген, плащын да һалмай, иҙән уртаһында Рәфҡәт баҫып тора ине.
– Насар йоҡланым бөгөн, еҙнә. – Ғилфан тороп ултырҙы. – Төштә Викторияны күрҙем.
Асыҡтан-асыҡ һөйләште ҡәйнеш. Серен асҡыһы, эсен бушатҡыһы килде.
– Викторияны? – Хәбәр Рәфҡәтте ҡыҙыҡһындырҙы. – Ни рәүешле?
Байтаҡ йылдар элек араҡыны мул ғына һемергәндән һуң күңеле йомшарып китеп, Ғилфан тәүге мөхәббәте тураһында һөйләп ташлағайны шул.
– Эйе, еҙнә. Ул мине саҡырҙы.
– Ну-да. Ҡайҙа? – Рәфҡәт, ултырғысты үҙенә табан тартып, тыңларға әҙерләнде.
– Уныһын белһәм, мин мында утырмаҫ та инем. – Ғилфан, тороп, салбарын кейҙе лә кухняға сәй ҡуйырға китте.
– Хәҙер ни эшләргә уйлайһың? – Рәфҡәт сираттағы һорауын бирҙе. – Эҙләп китәһеңме?
– Ҡарале, еҙнә! Бик яҡшы кәңәш бирҙең әле һин! – Ғилфан яҡын кешеһенән бындай һүҙҙе ишетеүгә шатланды. – Бөгөн үк юлға сығам.
– Стәрлегәме ни?
– Юҡ. Викторияның атаһы йәшәгән ауылға – Йәшергәнгә.
– Шулай ит, ҡәйнеш. Йәнеңде тынысландырып ҡайтырһың...
***
Йәшергәнгә хәҙер рейс автобусы йөрөмәй икән. Такси ялларға тура килде. Барып етеү менән Ғилфан таныш йортҡа йүнәлде. Элекке гөрләп торған матур донъя миктәгән: сағыу буяуҙар уңған, өйҙөң тышҡы яғы, кәртә-ҡура ташландыҡ хәлдә. Өйҙөң ишеген шаҡып инеүгә төпкө яҡтан:
– Кем йөрөй анда? – тигән хәлһеҙ тауыш ишетелде.
– Был мин, апай. – Ғилфан итеген сисеп, тауыш килгән яҡҡа атланы. – Теге ваҡыт килеп киткән һалдат.
– Һалдат?! Ниндәй һалдат? – Карауаттан аяҡтарын һәлендереп ултырған хужабикә ярайһы ғына ҡартайған, йөҙөн тотош сирыш ҡаплаған, күҙҙәре лә тоноҡлана төшкән. – Ә-ә, иҫкә төштө, теге хәйерһеҙҙе юллап килгәйнең шул.
– Рифат абзый үҙе ҡайҙа? – тип белеште Ғилфан.
– Абзыйың ике йыл инде был донъя кешеһе түгел. – Хужабикә иламһыраны. – Шул Викторияһы ҡәбергә илтеп тыҡты йән киҫәгемде.
Хужабикәнең өҙөк-йыртыҡ хәбәренән Ғилфан шуларҙы асыҡланы: һуңғы тапҡыр наркомандар ҡулына килеп эләккәс, ҡыҙ Мәскәүҙең иң яҡшы табиптарында дауаланып, бер нисә йыл атаһы өйөндә йәшәгән. Бер тол иргә кейәүгә йәрәшеп тә бөткәндәр, тик Виктория, йомош тапҡан булып, Стәрлегә киткән дә йәнә наркомандарға юлыҡҡан. Ярым үлек хәлендә табып алып, Рифат ҡыҙын тағы ла дауалап сығарған. Әммә был юлы ҡатынының: “Уны тупһа аша атлатһаң, мин сығып китәм”, – тигән шартына тап булғас, ҡыҙын монастырға урынлаштырған да, ҡайтып, ике аҙна ла тормай, йөрәк өйәнәгенән донъя ҡуйған.
– Ул монастырь тигәнең ҡайҙа икән, апай? – тип һаҡ ҡына белеште ҡунаҡ.
– Эй, туғаным! Онот һин аны! Рифат һиңә аңлатты бит. – Ҡатын, ҡулдарын һелтәп, сәбәләнде. – Әйтмәйем, ныҡышма ла!
Ныҡышманы Ғилфан. Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан, тигәндәй, ул Стәрлетамаҡта бер сиркәүгә инеп, Өфөнән йыраҡ түгел Архангельск ауылында ҡатын-ҡыҙҙар монастыры барлығын асыҡланы ла шунда уҡ юлға сыҡты. Монастырь тигәндәре элек урта мәктәп бинаһы булған икән, бейек ҡойма менән уратып алынған, тыштан әллә ниндәй шом биреп ултыра. Үтеп-һүтеп торған монашкаларҙан Ғилфан үҙенең Виктория тигән ҡатынды эҙләүен һорашты, әммә яуап таба алманы. Тегеләр уға сәйер ҡараш ташлай ҙа бер һүҙһеҙ ары китә.
– Һин игуменья Марфаны күр! – тип кәңәш бирҙе оло йәштәге береһе. – Ул, моғайын, белер.
Оҙон бинаға кереп, игуменьяны эҙләп тапҡансы алйырҙай булып арыны Ғилфан.
– Послушница Варвара, в миру Виктория Давлетова днями дала Богу душу, – тип аңлайышһыҙ телдә һөйләнде сикә һөйәктәре ҡалҡып торған үткер ҡарашлы Марфа. – А вы кто ей будете?
Ғилфандың өҫтөнә бер биҙрә һалҡын һыу һибеп, артынса утҡа ташланылармы ни! Башы әйләнеп китте, тамағы кибеп, унда йоҙроҡ ҙурлыҡ төйөн инеп ултырҙы.
– Я любил ее!.. – Тине ир бер аҙҙан.
Монашканың ҡиәфәте үҙгәреп, ҡарашы һалҡынайҙы.
– Тогда зачем не уберегли? – Тине ул, ирендәрен асыр-асмаҫтан.
Ғилфан өҙөк-һурыҡ урыҫсаһы менән аңлатып маташты ла:
– Мин уның ҡәберен күрә аламмы? – Тип һораны.
– Можно. – Игуменья коридорға сыҡты ла, бер монашканы туҡтатып, Ғилфанды зыяратҡа алып барырға һәм Варвараның ҡәберен күрһәтергә ҡушты.
Зыярат тигәндәре ошо монастырь биләмәһендә икән. Унда барып еткәнсе Ғилфан манма тиргә батты, хәлһеҙләнде. Ниндәйҙер билдәһеҙ көс уны быуып алып бара, йөрәген өҙгөләй ине. Күп булһа ике йөҙ метр араны үтеү уға йылдай тойолдо.
– Бына, ошо. – Монашка тәре ҡуйылған тупраҡ өйөмөнә төртөп күрһәтте. – Ярай, мин киттем.
Ғилфандың баҫып торорлоҡ хәле ҡалмағайны. Ике тубығы ла бөгөлөп, ул ҡара тупраҡҡа теҙләнде. Шул ыңғай ауыҙынан әллә ыңғырашыуға, әллә ялбарыуға оҡшаш өн сығып, бите буйлап йәштәр тәгәрәне.
– Виктория! Ғәфү ит мине! – тип бышылданы ирендәре.
Яуап булманы. Хәйер, әле үҙ аңында булған ир быға өмөт тә итмәй ине. Бына ул тупраҡ өйөмөнә йөҙтүбән ауҙы ла:
– Виктория! Мине лә үҙ яныңа ал! – тип йәнасығына ҡысҡырҙы.
Тауышҡа теге монашка йүгереп килеп еткәндә Ғилфандың йөрәге тибеүҙән туҡтағайны. Кеҫәһендәге паспортынан кемлеген һәм ҡайҙан икәнлеген асыҡлап, Имәнлеҡулға хәбәр иттеләр. Рәфҡәт еҙнәһе иртәгәһенә үк бәләкәй автобус менән килеп, монашкаларҙың ай-вайына ҡуймай, Варвараның ҡәберен ҡаҙҙырып, табутын ҡәйнешенең мәйете менән бергә тейәп, алып ҡайтып китте.
Икеһен дә мосолман ҡанундары буйынса ауыл зыяратына йәнәш ерләнеләр, рәшәткә, исемдәре яҙылған тумбалар ҙа ҡуйылды. Ауыл халҡы өсөн был күрелмәгән-ишетелмәгән ваҡиға бик оҙаҡ телдән төшмәне.
***
Бер нисә йыл үтте. Йәйҙең салт аяҙ, еләҫ бер көнөндә зыярат янына сит ил машинаһы килеп туҡтаны ла унан сибек кәүҙәле, бер аяғына аҡһаған йәш кенә ир төштө. Ян-яғына бер аҙ ҡаранып торғандан һуң ҡапҡаны асып, эскә үтте лә туп-тура Ғилфан менән Вәлимә ерләнгән ҡәбер яғына атланы. Бына уның ҡалтыранған ҡулдары һаҡ ҡына һалҡын тимерҙе һыйпай, дерелдәгән ирендәренән ниндәйҙер өн сыға, ике сикәһе буйлап субырлап йәш аға.
Һүҙендә торғайны Виктория-Вәлимә: малай тапты. Ләкин шалҡан кеүеген түгел, ә йәшәү менән үлем араһындағы сибек кенә ауырыу сабыйҙы. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте, табиптарҙың фиҙакәр тырышлығы менән малай ғүмерле булып сыҡты. Балалар йортонда үҫте, уҡыны, юғары белем алды, эшкә лә һере ине.
Тик бала тураһында әсә кеше атаһына әйтергә өлгөрмәгәйне...
Читайте нас: