Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2020, 11:09

"Алтын йондоҙ" Шайморатовтың тыуған яғына ҡайтасаҡ

...

Рәсәй Геройы, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың “Алтын йондоҙ” миҙалын, ниһайәт, республикаға мәңгелек һаҡлауға ҡайтарасаҡтар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе еткерҙе. Радий Фәрит улының һүҙҙәре буйынса, тарихи ваҡиға лайыҡлы һәм юғары кимәлдә билдәләнәсәк. Миҙалды Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулған көндә - 9 майҙа алып ҡайтасаҡтар.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгәйне.
Читайте нас: