Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 20:49

Шаҡмаҡ. Хикәйә-фараз

– Тр-р! Туҡтат атыңды! Ҡайҙа өҫкә менеп киләһең! Йүгән әңгәрҙәй беләкле ҡулдың усында булһа ла, арбалағы егет дилбәгәне ҡапыл тартты. – Тр-р! – Ни эшләп алдыңды ҡарамайһың һуң? Тапай яҙҙың да. – Ат башын шаҡарған кеше һаман һөйләнде. – Тапамай... Яй ғына атлатып киләм дә инде, – арбалағы аҡланды. Дауамы сайтта:

– Тр-р! Туҡтат атыңды! Ҡайҙа өҫкә менеп киләһең!
Йүгән әңгәрҙәй беләкле ҡулдың усында булһа ла, арбалағы егет дилбәгәне ҡапыл тартты.
– Тр-р!
– Ни эшләп алдыңды ҡарамайһың һуң? Тапай яҙҙың да. – Ат башын шаҡарған кеше һаман һөйләнде.
– Тапамай... Яй ғына атлатып киләм дә инде, – арбалағы аҡланды.
– Яйлап тапатһаң да ярай инде. Ни йомош? – Ат башын тотоусы йүгәнде ысҡындырҙы.
– Фирүз мин. Ике генә тоҡ бойҙай килтергәйнем. Тартмаға.
– Ике тоҡ!? Юҡ. Тартмайым мин ике тоҡто! Аҙ! Ашлығың мөшкәнән ташҡа төшөп таралғансы бөтә лә, шунан ултыр һинең оноңдо услап.
– Бедро ағай?..
– Федор ҙа, Бедро ла түгел мин, күпме әйтәм һиңә: мин урыҫ түгел! Мин эстон, Педро! – Ир Фирүзгә текәлде. – Ни эшләп ултыраһың, көл араһынан борсаҡ сүпләгән Иван кеүек тексәйеп? Төш!
– Бына үҙең атты ҡапыл туҡтаттың да шахмат фигуралары китте сәселеп. Шуларҙы йыям.
– Шахмат? – Педро арбаға яҡынайҙы. – Ошо ботаҡ-сатаҡ осо... шахматмы?
– Оҡшамағанмы ни? Бына король, быныһы – пешка, бынауы – ладья...
Фирүз әйткәндәрҙе Педро берәм-берәм алып, тотоп ҡараны.
Әҙерәк кенә нимәгәлер сырамытһаң була икән дә... Ә мынау мысайып торған осо нимәгә инде?
– Шул осо менән таҡтаның шаҡмағына ҡаҙап ҡуяһың һәм ул ҡоламай. Арба һелкенгәндә лә таҡтаны фигуралы көйө ҡулда тотоп барып була. Бәләкәй генә таҡта, әммә уйната.
Педро егеттең фигураларын берәм-берәм тотоп ҡарап, аҡҡа һәм ҡараға тигеҙ итеп буялған ус аяһындай ғына таҡтаны бер асты, бер япты, фигураларҙы йә ҡаҙаны, йә һурҙы. Бер аҙҙан:
– Кем яһаны инде быларҙы? – тимәйенсә булдыра алманы.
– Үҙем.
– Һы? – Педроның күҙендә ихтирам һәм мауығыу сатҡылары тойолғандай булды. – Ниндәй ағастан?
– Муйылдан бик ҡупшы килеп сыға. Тик муйыл кибә килә ярыла. Сағандан да ярай. Тик унан эшләү ҡыйын. Сарпыла. Шуға мин таҡтаһын да, фигураларҙы да йүкәнән юнам да станокта шымартам. Менә Дан була!
– Токарный станогың да бармы?
– Юҡ. Ауылдың оҫтаһы Тимерғәле ағай яһағайны. Ҡул менән әйләндерәбеҙ, шунда шымартып алам.
– Нимә тиһең? Шаҡмаҡмы?
– Эйе. Уның тәүге исеме шаҡмаҡ бит. Шунан ғына донъя ...........3............. тотонғас, үҙен шахмат тигәндәр. Йәнәһе, тәүҙә «Шаһ» әйтәләр, шунан «Мат» ҡуялар. Ғәмәлдә улай түгел бит.
– Ә ғәмәлдә ҡалай?
– Шаҡ һәм мат. «Шаҡ» булдыниһә, тура тора тигәнде аңлата. «Шаҡ ҡатҡанға юл ҡайҙа?» – тиҙәр бит әле, шуның кеүек. Мат булһа, ятҡанды, йығылып ятҡанды мәйет белдерә. Мәтәлләп китте, тиҙәр бит, йығылып киткәнде әйтәләр инде. «Шаҡ» булһа, ҡаршы яҡ был яҡты шаһын шаңҡыта, шаҡ иттерә. Шул саҡта ла рәтле сара күрә алмаһа ҡаршы яҡ, был тегене «маҡ» итә, йәғни йығып һала. Әммә быныһы һуңғы аңлатма. Тәүҙә «шаҡ» – үрә һыҙыҡ, текә һыҙыҡ булған. Ә «маҡ» – ятыҡ һыҙыҡ. Ике һыҙыҡ сатрашланғас, шаҡмаҡ яһалған.
Егеттең һүҙҙәрен ышанмайыраҡ тыңлаған Педро етдиләнде.
– Ниндәй телдә бар һуң был һүҙҙәр? – тимәйенсә түҙмәне.
– Башҡорт телендә.
– Башҡорт телендә был уйын шаҡмаҡ тип аталамы?
– Эйе.
– Ә эстонса нисек?
– Шахмат.
– Тимәк, һеҙҙең халыҡҡа был уйын аҙаҡ ҡына барып еткән.
Педро өндәшмәне. Тырнаҡ осондай ғына фигураларҙы бер тотто, бер һалды. Шунан хәйләкәр йылмая биреп:
– Шахмат уйнайбыҙмы? – тип һораны.
– Шаҡмаҡмы?
– Ә һин шаҡмаҡты бер үҙең уйнайһыңмы? – тине.
– Бер үҙеңме тип ни... Икенсе кеше булмағанда, бер үҙем.
– Ҡайһылайтып?
– Бына ошолайтып. – Фирүз тәүҙә аҡтарҙан бер пеш менән йөрөнө, шунан, таҡтаны әйләндерҙе лә ҡараларҙың бер пешын шылдырҙы.
– Үҙең менән үҙең уйнайһың, үҙеңде үҙең алдайһың инде.
– Юҡ, алдамайым. Шаҡмаҡ – алдаҡ уйыны түгел, отоу уйыны.
– Үҙеңде үҙең отоу – ул ахмаҡлыҡ...
– Дөрөҫ түгел, Бедро...
– Бедро түгел, Педро тинем бит.
– Ғәфү ит. Боронғо беҙҙең халыҡтың телендә «П» менән «Ф» булмаған. Шуға Бедро тимен.
– Элеккене күп һөйләйһең йәш кенә башың менән. Шаҡмаҡты ла әллә ҡасанғыса уйнайһыңдыр әле?
– Юҡ, хәҙергесә. «Шаҡ» ҡуябыҙ ҙа «мат» менән тамамлайбыҙ.
– Оҫта уйнайһығыҙмы?
– Әллә инде...
– Уйнап ҡарайбыҙмы?
– Ашлыҡ тартырға ине лә... – Фирүз арбала ятҡан тоҡҡа шапылдатып һуғып алды.
– Ҡасмаҫ. – Ҡәтғи әйтте Педро. – Еңһәң, үҙем тартып бирермен, еңелһәң, икеләтә хаҡын түләрһең.
Фирүз ыҡ-мыҡ итте.
– Нимә тирмәнгә түләргә аҡсаң юҡмы?
– Тирмәнгә түләргә бар ул. Тик аҡса түгел.
– Нимә?
– Май. Өләсәйем бер йомарлам май ебәргәйне.
– Эй, ошо башҡортто. Йә май, йә ит тота ла киләләр. Әйтерһең, натураль хужалыҡта торалар. Ярар, майыңды Мария еңгәңә бир. Тәмле итеп картуф ҡурыр, ә үҙең шахматыңды теҙ. Мария! Ошо башҡорттоң майын ал. Эҫелә ирей башлар.
Фирүз бармаҡ остары менән генә тотоп, ус аяһындай таҡтаға шахмат теҙҙе, Педро тегене ҡарап торҙо ла:
– Мария! Шахмат та алып сыҡ әле. Был ағас осо менән нихәл уйнамаҡ кәрәк.
Оҙаҡламай өйҙән йүгерә-атлай ҡатын сыҡты. Ҡултыҡ аҫтына шахмат таҡтаһы ҡыҫтырған. Быға ымлап Педро:
– Һинең шаҡмаҡ тигән бесәй усындай нәмә түгел инде, шахмат бына шулайыраҡ була! – тине маһайып. Әммә алдыра алманы.
– Беҙҙең ауылда бының кеүектәр һәр өйҙә бар ул. Яҡшырағы ла тулып ята, – тип һалды Фирүз.
Был һүҙҙән шаңғып ҡалған Педро майҙы үҙ һауытына бушатҡан ҡатынына ҡысҡырҙы:
– Бар әле, тиҙ генә фил һөйәгенән яһалған шахматты сығар!
– Ошонда сығарырғамы, әллә ағас күләгәһендәге өҫтәлгә ҡуяйыммы?
– Өҫтәлгә, әлбиттә. Бәрхәтте йәйеп.
Ҡатын йүгереп өйгә инеп китте, сыҡҡас йәшел бәрхәт төргәкте һаҡ ҡына өҫтәлгә һалды. Тышын ипләп кенә һүтеп ебәргәйне, күҙ яуын алырлыҡ нәмә пәйҙә булды. Ҡара йәшел бәрхәт өҫтөндә асыҡ ҡыҙыл һәм сылт аҡ шаҡмаҡтарҙан торған һауыт ята ине. Фирүз «аһ» итте. Күҙҙәренә ышанманы, был тиклем дә матурлыҡ буламы икән ни! Әммә сихри донъя асылып бөтмәгәйне әле. Педро бик һаҡ ҡына итеп ҡумтаны асты һәм уның эсенән берәм-берәм йә ҡып-ҡыҙыл йә ап-аҡ фигураларҙы сығарып теҙә башланы. Һырлап, семәрләп, бер-береһенә оҡшатып эшләнгән фигуралар, ферзь менән королдең баш кейемдәре алтындан. Фирүздең һушы китеүенән ҡыуанған Педро һөйләнде:
– Мине тирмәнсе генә тигән булалар. Башҡорт араһында йәшәп шулар кеүек ҡырағайланып бөткән тип уйлайҙар. Юҡ. Беҙ ҙә матурлыҡты айыра беләбеҙ. Беҙҙең киръяларыбыҙ ҡайһылай матур итеп һалына, беҙҙең милли кейемдәребеҙгә берәүҙеке лә етә алмай. Ә был шахматты минең атайым Һиндостандан махсус эшләтеп алған. Уға киткән аҡсаның һаны юҡ. Китһен аҡса! Шуның ҡарауы ана ниндәй мөғжизә бар.
Фирүз Педроға ҡаршы һүҙ ҡыҫтырайым-ҡыҫтырайым тигәйне лә өндәшмәҫкә булды. Тик тирмәнсенең һүҙе аҙағында ғына:
– Ә беҙҙең ауылда тере шаҡмаҡ бар, – тип ҡуйҙы.
Педро быны иғтибарға алманы:
– Йә, нисек, уйнайбыҙмы? – тип һораны.
– Минеке менән уйнайыҡ, бысранһа ла йәл түгел.
– Ә-ә! Юҡ! Һинеке менән уйнамайбыҙ. Йә бер-бер хәйләһе барҙыр. Минеке менән уйнайбыҙ.
– Ярар, әләйһәң.
Ағас күләгәһендәге оҙон өҫтәлдең ике яғына ултырып уйын башланылар. Берәр йәйәүле һалдат-пеша йөрөнө. Шул саҡ Педроның башына уй килде.
– Кем тинең әле исемеңде?
– Фирүз.
– Фирүз, әйҙә аҡсаға уйнайбыҙ.
– Минең аҡсам юҡ.
– Аҡсаң булмаһа, ана ике тоҡ ашлығың бар, шуға уйна.
– Ярамай. Әсәйҙе, бәләкәй балаларҙы туйҙыра торған ашлыҡ ул. Кешенең тамағына тигән нәмәгә уйнарға ярамай.
– Улайһа, анауы шахматыңа уйна.
– Ҡулдан яһағанғамы?
– Эйе.
– Ярар. Ә һин еңелһәң, нимә менә түләйһең?
– Мин дә шахмат менән.
– Фил һөйәгенән яһалғаны менәнме?
– Эйе.
Уйын ҡыҙҙы. Фирүзде йүнләп уйнай белмәй типмелер, Педро бер фигураһының артынан икенсеһен отторҙо һәм күп тә тормаҫтан егет:
– Шаһ! – тип ҡысҡырҙы.
– Ә беҙ уны ошоноң менән ҡаплайбыҙ! – ти һалды Педро.
– Ул сағында һиңә – мат.
Әле генә ҡыҙыл шахмат таҡтаһындай янып торған Педроның йөҙө ҡарайҙы.
– Нимә тинең?
– Һиңә мат, Бедро ағай!
– Бедро түгел, Педро.
– Барыбер мат. Ҡайҙа, бир шахматты. Ашлыҡты тартам да миңә ҡайтыр кәрәк, өйҙә көтә торғандарҙыр.
– Нисек ҡайтаһың? Минең фил һөйәгенән ҡырҡып яһалған шахматымды алып ҡайтып китәһеңме?
– Эйе. Сөнки һин уны отторҙоң.
– Юҡ, булмай. Һине... тирмәнемде ал, тик шахматты ҡалдыр.
– Шахматтымы?.. – Фирүз уйланып торҙо.
– Әйҙә былайтайыҡ. Тағы берҙе уйнайыҡ. Отһаң, шахматыңды кире бирәм.
– Ярар.
Педро бик һаҡ, бик уйлап уйнаны, әммә еңелде. Алтын башлы ҡыҙыл шаһы таҡтаға йығылғас, иланы. Фирүз быны күрмәҫ өсөн тоҡтарҙы берәм-берәм мөшкәгә ҡойҙо. Баянан бирле быларҙы күҙәтеп йөрөгән Мария ҡулсаға һыу ағыҙҙы. Ярты сәғәт үттеме-юҡмы, ҡара таш араһынан ап-аҡ он ағып бөттө. Фирүз уны тоҡтарға кире тултырҙы, көрпәһен айырым алды һәм арбаға менеп ултырҙы. Шуны ғына көткән кеүек йәшел буҫтауға ҡумта урап тотҡан Педро бының янына килде.
– Бына шахмат, тирмә, бөтөнөһө лә һинеке.
Фирүз һикереп төштө, Педроны ҡосаҡлап алды:
– Бедро ағай, беҙ һинең менән уйнаныҡ ҡына бит. Уйындан уймаҡ сығармайыҡ. Бөтөн нәмәң дә үҙеңә булһын. Теләһәң, кил беҙҙең ауылға. Беҙҙә йәнле шаҡмаҡ уйнайҙар.
– Уныһы ни була?
– Йәнле шаҡмаҡ тигәне – шаҡмаҡтарға ысын кешеләр баҫа һәм уйнай. Борон башҡорт кешеһе ғәскәри булған бит. Ғәскәрҙе шаһ теҙеп ҡуйып һуғышҡа өйрәткән. Шунан ҡалған ул шаҡмаҡ уйыны. Бик ҡыҙыҡ, уйнарбыҙ. Тик малға ғына отолмайбыҙ.
Педро баҫҡан ерендә байтаҡ торҙо, шунан нимәлер иҫләп ҡысҡырҙы:
– Кем әле һинең исемең?
– Фирүз! Шаҡмаҡтың фирүзе булыр тип ҡушҡандар.
– Ярар, Ферзь. Исемеңде дөрөҫ биргәндәр. Шәп уйнайһың шаҡмаҡты.
– Хуш, Бедро ағай.
– Хуш, тере шаҡмаҡ уйнарға барырмын әле, аллаһ ниәт итһә, берәр һарыҡ һуйып.
– Әлегә ошоно алып ҡайт, – Мария Фирүзгә төргәк һондо. – Икмәк. Өләсәйең менән мырҙаларың ашай торһон. Яңы ондоң икмәге ҡасан бешә әле. Былай ҙа оҙаҡлап киттең, шаҡмаҡ уйнап. Асыҡҡандыр өйҙәгеләрең...
Читайте нас: