Быға тиклем дәүләт башлығы рәсәйлеләргә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт менән сығыш яһаны, һуңғыһы 28 апрелдә булды. Ул саҡта Президент 11 майға тиклем ҡурсаланыу көндәрен оҙайтыу тураһында иғлан итте, сәнәғәтте һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын тәртипкә килтереү буйынса эш һөҙөмтәләрен әйтте, шулай уҡ иҡтисадҡа һәм төбәктәргә коронавирусты еңергә ярҙам итергә тейешле яңы йөкләмәләр бирҙе.