70-се йылдар, Красноярск өлкәһендә Совет әҙәбиәте көндәре бара. Себергә илдең күренекле яҙыусылары йыйылған, уҡыусылар менән осрашыуҙар яһайҙар.
Шағирҙарға еңел ундай ваҡытта: шиғыр уҡый ҙа ҡотола. Шиғырының ҡайһылай булыуына ҡарамаҫтан, ҡул сабалар, ә прозаиктың хәл ҡатмарлы: хикәйәңде, романыңды уҡып тороп булмай бит инде, ҡыҫҡа ғына, күңелле хәбәр һөйләргә кәрәк.
Бикчәнтәев һәр урында үҙе уйлап сығарған бер мәҙәкте һөйләй икән: «Когда я уехал из моего родного города Уфы, наши аксакалы сказали: «Анвер, когда будешь выступать, стой на одной ноге, чтобы не утомить людей…»
Аҙна буйы ошо хәбәрҙе һөйләй, көнөнә өс-дүрт урында.
Бер көндө был ни сәбәп менәндер иптәштәренән тороп ҡала, әҙәби кисә унһыҙ башлана. Ғәҙәттәгесә кем шиғырын уҡый, кем хәбәрен һөйләй. Шул саҡ аралағы латыш яҙыусыһы сыға ла һөйләй башлай: «Когда я уехал из моего родного города Риги, наши аксакалы сказали…» Ҡыҫҡаһы, тотош ҡына Бикчәнтәев ағайҙың мәҙәген һөйләй ҙә сыға. Бер аҙҙан залға Бикчәнтәев үҙе килеп инә. Шунда уҡ һүҙ бирәләр. Был трибунаға сыға ла һүҙ башлай:
– Когда я уeхал из моего города Уфы…
Зал аптырашта, ә президиумдағылар баштарын өҫтәл аҫтына тығып көлә, ә Бикчәнтәев ағай, ну минең мәҙәгемде яраттылар, тип дәртләнеп һөйләй бирә.
Хәлде быға аҙаҡ ҡына аңлаталар. Ни ҡылһын инде, бер ағара, бер күгәрә лә, башҡа һөйләмәҫ була.
Теге латыш, хәҙер ҙә килеп, беҙҙең ҡайһы бер яҙыусыларҙы аҡылға ултыртып китһә, бик килешер ине.
Динисте һорап Яҙыусылар союзына шылтыраттым. Секретарь ҡыҙ:
– Ди-н –ис ағ-ай, төшкә хәтлем бул-май, төштән һуң була.
Төштән һуң шылтыраттым. Секретарь ҡыҙ:
– Ди-н-ис ағ-ай төшкә тиклем булды, төштән һуң булмай.