Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 12:06

Дәүләкәндә яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

#нацпроекты

Дәүләкәндә 130 урынға яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Барлыҡ заман талаптарына яуап биргән мәктәпкәсә учреждение ҡаланың Көнбайыш урамында асыласаҡ.
Яңы балалар баҡсаһының эшләй башлауы 2021 йыл аҙағына – 2022 йыл башына күҙаллана. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, төҙөлөш этабы башланыуға тиклем бер нисә йыл дауам иткән ҙур тәжрибә тупланған. Проект-смета документация әҙерләнгән, артабан дәүләт экспертизаһы үткән, һәм иң мөһиме – республика адреслы инвестиция программаһына индерелеүе.
Балалар баҡсаһы «Демография» милли проекты сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә.
#нацпроекты
Читайте нас: