Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 10:50

Пандемия тауыш биреү һөҙөмтәләренә йоғонто яһаясаҡ

#ВладимирПутин

Коронавирус пандемияһы Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү ваҡытына йоғонто яһаны, һис шикһеҙ, ул һайлау һөҙөмтәләренә лә тәьҫир итәсәк. Нисек итеп, тиһегеҙме?
Был һорауға яуапты «Ижтимағи мониторинг» ассоциацияһы ойошторған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар эҙләне. Сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар онлайн-режимда коронавирус эпидемияһы мәлендә халыҡтың йәшәү рәүешен тикшерҙе. Вирус ғәләмәте дөйөм йәмғиәттең кәйефенә бик насар тәьҫир иткән. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды хеҙмәткәре, политолог Евгений Семенов пандемияның сәйәси процестарға йоғонтоһоноң асыҡ миҫалы итеп Көньяҡ Кореялағы хәлде килтерҙе. Унда ил етәкселегенең пандемияға ҡаршы сифатлы көрәш алып барыуы, халҡына ярҙам күрһәтеүе һайлау һөҙөмтәләрендә сағылыш тапҡан.
Белгестәр фекеренсә, пандемияның үҫеше, шуның һөҙөмтәһендә иҡтисадтағы юғалтыуҙар Рәсәй Конституцияһына Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙөтмәләрҙең индерелергә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлай. Төп законда яҙылған социаль гарантиялар көрсөктән сығырға мөмкинлек бирәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: