Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 11:50

Океан аръяғынан сәләм! Америкала йәшәүсе яҙыусы Фәниҙә Исхаҡова менән бәләкәй генә әңгәмә

– Әлеге мәлдә донъяла өс миллиондан ашыу кеше вирус менән зарарланған, шуның өстән бер өлөшө Америкала. Ләкин бында хаос та, паника ла юҡ. Халыҡ законды бик ихтирам итә, шуға күрә Хөкүмәт ҡарарҙарына барыһы ла етди мөнәсәбәттә. Карантин оҙаҡҡараҡ һуҙылып киткәс, иҡтисадты ҡабаттан асыуҙы талап итеп пикет ойошторған мәлдәр булғылап тора, ләкин барыһы ла закон нигеҙендә башҡарыла.

– Карантинда яҙыу эшенә башкөллө сумдығыҙмы, яңы әҫәрҙәр ижад итәһегеҙме?
– Ошо арала сәйәхәттәр хаҡындағы яҙмаларымдың сираттағы бүлектәрен әҙерләп матбуғатҡа тапшырҙым. Тәүҙәрәк уны гәзит-журналдарға биреү урынлымы икән тигәнерәк шик тә булғайны. Ләкин һәр ваҡыт вирус һәм карантин хаҡында ғына һөйләп ултырып булмай. Тормош дауам итә, ә ыңғай күңел торошо хәүефле мәлдәрҙе имен-аман үткәреп ебәрергә булышлыҡ итә, был хаҡта иҫбатлап ултырыу кәрәкмәйҙер.
– Вирусҡа килгәндә Америкала хәл-торош нисек?
– Әлеге мәлдә донъяла өс миллиондан ашыу кеше вирус менән зарарланған, шуның өстән бер өлөшө Америкала. Ләкин бында хаос та, паника ла юҡ. Халыҡ законды бик ихтирам итә, шуға күрә Хөкүмәт ҡарарҙарына барыһы ла етди мөнәсәбәттә. Карантин оҙаҡҡараҡ һуҙылып киткәс, иҡтисадты ҡабаттан асыуҙы талап итеп пикет ойошторған мәлдәр булғылап тора, ләкин барыһы ла закон нигеҙендә башҡарыла.
Вирус көсәйә башлаған мәлдә магазин кәштәләре бер аҙ бушап алғайны, ләкин хәлде тиҙ генә көйләне ләр - карантинға ябылған предприятие эшселәрен магазиндарға ярҙамға ебәрҙеләр. Буш кәштәләр әйбер етмәгәнлектән түгел, ә халыҡтың карантинға бикләнеү мөмкинлеген самалап запас туплауынан килеп сыҡҡайны. Хәҙер иһә магазиндарҙа бөтә нәмә лә бар, ләкин дистанция тоторға кәрәк. Аҙыҡ-түлек магазиндары, аптека, почта, һаулыҡ һаҡлау һәм шуның кеүек мөһим ойошмаларҙың барыһы ла эшләй, банк кеүек кәрәклеләре - ҡыҫҡартылған режимда. Шулай ҙа күп предприятиелар ябыҡ.
Эпидемия көслө булған бер нисә штатта карантин ҡағиҙәләре ҡатыраҡ. Эшкә барыу өсөн рөхсәт ҡағыҙын үҙең менән йөрөтөргә кәрәк. Шулай ҙа аҙыҡ-түлек магазиндарына иркен барырға була, парктарҙа йөрөү ҙә тыйылмай. Күп штаттарҙа иһә рөхсәт ҡағыҙының бөтөнләй кәрәге юҡ. Урамға сыҡҡан өсөн штраф һалмайҙар. Машинаға ултырып теләгән ереңә барырға мөмкин, туҡтатып аҙапламаясаҡтар.
Америкала күп кеше шәхси йорттарҙа йәшәй. Шуға был режим ҡала үҙәктәрендә йәшәгәндәргә, моғайын, ҡыйынлыҡ күберәк тыуҙыралыр.
Ә вирусҡа ышаныу-ышанмауға килгәндә, ул инде ысынбарлыҡты ҡабул итмәҫкә тырышыуҙан киләлер.
– Пандемия мәлендә Америкала халыҡҡа ниндәй ярҙам күрһәтелә?
– Бындағы Хөкүмәт иҡтисадты һәм халыҡты яҡлауға 3 триллион долларҙан ашыу финанс ярҙамы бүлде. Шул иҫәптән һәр американлы 1200 $-ҙы чек рәүешендә почта аша аласаҡ. Бының өсөн ғариза яҙырға ла, юллап йөрөргә лә кәрәкмәй. Кешенең әлеге мәлдә эшләү-эшләмәүе лә мөһим түгел. Карантин арҡаһында эш хаҡын юғалтыусылар эшһеҙлек буйынса пособие алыу өсөн мөрәжәғәт итә ала.
Һуңғы бер-ике аҙнала вирус менән зарарланыусылар һаны кәмей башланы. Шуға күрә лә май айында предприятиелар ҡабаттан эшләй башлаясаҡ. Март урталарында Рәсәйҙең бер иҡтисадсыһының: “Американың иҡтисады пандемияға бирешмәһә, донъя иҡтисады хаостан ҡотоласаҡ”, - тигән һүҙҙәрен интернеттан уҡығайным. Әле иһә ул хаостың булмаясағына инде ышаныс бар.
Имен-аман булайыҡ!
Читайте нас: