Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2020, 19:56

"ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР" рубрикаһы

Яҙыусы Сабир Шәрипов менән редакция бүлмәһендә ултырабыҙ. Үзбәктәр бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, емеш-еләк менән һатыу итә. Бер ҡараҡай ғына апай килеп инде:– Ананас не хотите?Сабир ағай уға баштан-аяҡ күҙ йүгертеп сыҡты ла, әйтеп ҡуйҙы:

“Не хотим!”
Яҙыусы Сабир Шәрипов менән редакция бүлмәһендә ултырабыҙ. Үзбәктәр бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, емеш-еләк менән һатыу итә. Бер ҡараҡай ғына апай килеп инде:
– Ананас не хотите?
Сабир ағай уға баштан-аяҡ күҙ йүгертеп сыҡты ла, әйтеп ҡуйҙы:
– А на вас... не хотим!..

Сәс
Рәшит Солтангәрәев ағайға ялтыр башлы ҡәләмдәше төрттөрөбөрәк әйтә икән:
– Рәшит туған, сәсең ағарған икән дә!..
Ағайыбыҙ бының пеләш башына ҡарап торған да:
– Аҡ булһа ла сәс бит әле ул, – ти.
Читайте нас: