Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 19:55

Матур акцияны күтәреп алдылар

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К. Б. Толкачев күптән түгел үҙенең сығышында: “Төрлө ялған менән сүпләнгән интернет йыш ҡына кешеләрҙе аптырашта ҡалдыра, бындай саҡтарҙа матбуғат сараларына таянырға ҡала, ә инде оло быуын өсөн гәзит-журнал күп осраҡтарҙа берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы ла булып тора. Үҙебеҙҙә сыҡҡан матбуғат сараларын иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ!” – тип барыһын да подпискала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Был мөрәжәғәтте күптәр дәррәү күтәреп алды, эшҡыуарҙар һәм юғары вазифа биләүсе дәүләт эшмәкәрҙәре лә ихлас ҡушылды уға. Хәйриә акцияһына тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индергән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Денис Назаров Сибай ҡалаһының “Атайсал” гәзитен урындағы һуғыш һәм тыл ветерандарына бүләк итеп яҙҙырҙы. Был изге йоланы башҡалар ҙа күтәрмәләп алды.
Республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов та Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап уҙғарылған матур акцияға ҡушылып, Ғафури районында йәшәүсе 10 һуғыш һәм тыл ветеранына “Ағиҙел” журналына подписка эшләне. “Матбуғат – халыҡтың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге. Ә “Ағиҙел” өләсәй-олатайымдың, әсәй-атайымдың яратҡан баҫмаһы, ул ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм тарихын художестволы һүҙ аша халыҡҡа еткереүсе бай сығанаҡ”, – тине Рөстәм Рифат улы рухиәтебеҙ өсөн милли матбуғаттың әһәмиәтенең ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Председатель Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан К. Б. Толкачев недавно в своем выступлении отметил, что бурный информационный поток из интернета часто заводит людей в ступор и иногда даже в заблуждение и в этой ситуации республиканские печатные средства остаются верным маяком и надежной опорой, предоставляющей качественную информацию. Он призвал всех активно включиться в подписную кампанию, по возможности помочь нуждающимся приобрести квитанции на второе полугодие к любимым изданиям. На данное обращение откликнулись многие известные люди, бизнесмены и депутаты Республики. Например, депутат Государственного Собрания – Курултай Денис Назаров оформил подписку на газету “Атайсал” сибайским ветеранам и труженикам тыла в подарок к 75-летию Победы в Великой Отечественной войне.
Заместитель Председателя Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан Р. Р. Ишмухаметов также поддержал своих коллег в благом начинании и оформил подписку на 10 экземпляров журнала “Агидель” для ветеранов войны и тыла Гафурийского района. “Печатные средства массовой информации – это прошлое, сегодняшнее и будущее нашего народа. “Агидель” читали мои бабушка с дедушкой, мама и папа, это издание является литературной площадкой доносящей народу нашу культуру и историю через добротное художественное слово”, – сказал Рустам Рифатович, подчеркнув важность сохранения национальной печати в нынешних условиях.
Читайте нас: