Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 18:43

Кешене хөкөм итмә!

#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҮтәбай #Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 334-се күҙәтеү.

Сәхәр эсергә торған һайын кухняға сығып сәй ҡайнатырға ҡуям да, ҡаршы яҡтағы йорттоң тәҙрәләренә ҡарайым. Бер-бер артлы мин белгән тәҙрәләрҙә ут былҡылдап тоҡана. Барлығы бишәү улар. Әгәр ҙә йортта йәшәүселәрҙең 50-60 проценты мосолман булған хәлдә лә, биш тәҙрә әҙ, әлбиттә. Күңел көн һайын һайын ураҙаға ҡушылыусыларҙың һаны артыуын теләй. Шуға күрә күңелем менән ул йорттағы башҡа тәҙрәләрҙә лә ут тоҡаныуын теләйем. Тик минең ихтыярға буйһонмай шул был хәл. Йоҡлап ятыусыларҙы уятырға теләп, эстән генә уларҙы әрләргә тотонам да, ҡапыл Рауил Бикбаевтың шиғыр юлдары иҫкә төшөп, тыйылып ҡалам:
Тел осомда саҡ - саҡ тотҡанымда
Ҡай берәүгә рәнйеү һүҙемде,
Ишетәмен күңелем өндәшкәнен:
— Үҙеңде бел тәүҙә, үҙеңде!
Үҙемдең дә булды бит ураҙа тотоу ике ятып, бер төшөмә инмәгән саҡтарым. Рәхәтләнеп байрам иткән саҡтарым. "Кешене хөкөм итмә, үҙеңде хөкөм ҡылмаҫтар" тиелә изге китапта. Мин кем әле ул кеше хаҡында шулай уйларға? Уянырҙар әле башҡалар ҙа, әлегә мөҙҙәттәре етмәгәндер!
Ҡапыл тышҡа йүгереп сығып, шул йорт янына баҫып, үҙем йәшәгән йорттоң тәҙрәләренә ҡарағым килде...

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 334-се күҙәтеү.
Читайте нас: