Давид Тухманов менән Владимир Харитоновтың үлемһеҙ йырын башҡортсаға билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы әйтеүенсә, тәржемәлә ул күҙ йәштәре аша килгән Бөйөк Еңеү шатлығын төп нәсхәләге кеүек тулы мәғәнәһендә сағылдырырға тырышҡан.