Яңы быуын китапханаһында эштәр апрель башында уҡ башланған. Төп маҡсат – уны яңыртыу, китап уҡыусылар һанын арттырыу. Әлеге көндә Әсән мәҙәниәт йортонда урынлашҡан ауыл китапханаһында капиталь ремонт алып барыла. Уның яңы дизайны китап уҡыусыларҙы таң ҡалдырасаҡ. Бина балалар, төркөмдәр менән эшләү, яңы китаптар һәм ваҡытлы матбуғат, компьютерҙа эшләү урыны, дивандар менән relaх зоналарына бүленә. Төркөмдәр менән эшләү урынында ҙур булмаған семинарҙар, олимпиадалар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ өҫтәл уйындары үткәрергә мөмкин буласаҡ.